-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
9 Октябрь , 14:45

Гаджеттар иҫәпкә алынасаҡ

Рәсәйҙә смартфондар, планшеттар иҫәпкә алынасаҡ. Бурҙар, киберуғрылар менән көрәш сараларының береһе буласаҡ ул. Сараны ил Хөкүмәте ҡулланыуға индерергә йыйына.

Гаджеттар иҫәпкә алынасаҡ
Гаджеттар иҫәпкә алынасаҡ

Илдәге бөтә IMEI номерҙарын бер исемлеккә индерергә кәрәк, тиҙәр. IMEI – кәрәҙле элемтәлә ҡатнашыусы мобиль ҡоролмаларға бирелә торған 15 урынлы һан. Ул төймәле телефондан алып мобиль роутерҙарға тиклем һәр ҡоролмала бар. Ҡайһы бер моделле ноутбук­тарҙа һәм автомобилдәрҙә, “аҡыллы” йорт ҡорамалдарында, сигнализация, пилотһыҙ осҡос/йөҙгөс аппараттар системаларында ла IMEI тора. Етештереүсе тарафынан бирелгән IMEI номеры ҡорамалды Селтәрҙә теркәү өсөн хеҙмәт итә. Урланған йә юғалтылған ҡорамалды ла IMEI буйынса бикләйҙәр.
Гаджеттарҙы иҫәпкә алыу тәҡдиме әлегә законлаштырылмаған. Уны үткәрмәүҙәре бар йә ниндәйҙер үҙгәрештәр индереп йә шул көйө раҫлауҙары ла мөмкин. Башҡортостанда ғына ла кешеләр көн һайын бер нисә миллион һумын киберуғрыларға оҙатып торғанда бындай сараның мөһимлеге шик тыуҙырмай.
Белгестәр әйтеүенсә, сараны ғәмәлгә ашырыу­ҙы ойоштороу бик мәшәҡәтле буласаҡ. Тәүҙә уны ҡулланған сит илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнеү кәрәк, тиҙәр.
Ҡулланыусыларға ла уңайһыҙлығы ҡағылыуы мөмкин икән. Әйтәйек, ул телефонды урлау­ҙан һаҡламаясаҡ, сөнки аппаратты IMEI иҫәпкә алынмаған илдәргә сығарып һатыу мөмкинлеге ҡаласаҡ.
Йәнә IMEI-ҙы алмаштырыу ҙа ҡыйын түгел, шуға бер төрлө IMEI йөрөткән ҡорамалдар буталсыҡлыҡ тыуҙырасаҡ.
Төркиәлә IMEI-ҙар иҫәпкә алынған. Был илгә уның IMEI исемлегендә тормаған смартфонды индерһәң, ул ике ай ғына эшләйәсәк, шунан бикләнә һәм “кирбескә” әйләнә.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: