14 йәше тулмаған балаға закон буйынса яуап бирергә тура килмәй. Әммә ун бер йәштән махсус учреждениеларға, тәрбиә биреү һәм артабанғы закон боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өсөн ебәреүҙәре мөмкин.
Кешенең картаһынан аҡса урлау – ул ауыр енәйәт тип һанала. Яза ла ҡаты.
Әгәр банк картаһын тапһаң нимә эшләргә һуң?
– Уны файҙаланма.
– Банкоматтан аҡса алма, аҡсаһын башҡа картаға күсермә.
– Табылған карта менән бер ниндәй магазинда ла, ғөмүмән, бер ҡайҙа ла иҫәпләшмә.
– Карта хужаһын үҙаллы, социаль селтәрҙәр аша табырға тырышма.
– Банк картаһын полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыр.
Ошо үрҙә әйтелгәндәр тураһында белгәнеңде һөйлә. Юғиһә тиҫтерҙәрең был хаҡта белмәүе ихтимал. Енәйәт яуаплылығы – 16, ә ауыр енәйәттәр өсөн яуаплылыҡ 14 йәштән ҡаралған.