+14 °С
Ясно
АмаNet
11 Февраля , 08:45

Яңы дуҫың дошман түгелме?

Яңы дуҫың дошман түгелме?Яңы дуҫың дошман түгелме?
Яңы дуҫың дошман түгелме?

Енәйәтселәрҙең балаларҙы, үҫмерҙәрҙе интернет аша яман эштәргә ылыҡтырыу осраҡтары йылдан-йыл йышая. Ылыҡтырыу дуҫлыҡ, ярҙам, аҡса тәҡдим итеүҙән башлана. Енәйәтсел әҙәмдәр менән бәйләнгәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың.
Әкренләп законһыҙ эштәргә йәлеп итергә тотоналар. Мәктәпте шартлатырға, элемтә станцияһына ут төртөргә ҡушалар, инфраструктура биналарын һәм ҡаралтыһын боҙоу­ҙа ҡатнаштыралар. Бының өсөн ҡара эш буйынса иптәштәр табырға, объект һайларға, ут төртөү өсөн кәрәк-яраҡ һатып алырға кәрәк була.
Йомоштар еңел, хәүефһеҙ булып күренә. Үтәһәң, йәнәһе, шәп мөмкинлектәр асыла – енәйәт­селәр балаларҙы еңел аҡса эшләү, мауыҡтырғыс квестарҙа ҡатнашыу, социаль селтәрҙәрҙә популярлыҡ артып китеүе мөмкинлеге менән алдаштыра. Үҫмер үҙен кәттә егет, серле эштәрҙә ҡатнашыусы итеп тоя. Әммә ул террористик ғәмәлдә ҡатнаша, закон ҡаршыһында бының эҙемтәләре бик ҡаты. 20 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүең бар.
Енәйәттең юлдары төрлө. Аккаунтты ватып, шантаж башлаусылар була, үҫмерҙең кешегә күрһәтмәй торған фотоларын таратыу менән ҡурҡыталар.
Ҡайһылары уйын персонажын көсәйтергә вәғәҙә итеп, түләү һорай, һуңынан терроризмды финансланың, тип янай.
Ата-әсә картаһынан аҡса урлау осраҡтары ла күп. Әле яңыраҡ Мәскәүҙә йәшәгән бер уҡыусы ҡыҙ, Roblox платформаһына инеүгә ғүмерлек рөхсәт алам, имеш, тип, уғрыларға 82 мең һумды тотторған.
Балалар өсөн хәүефле тип, Роскомнадзор был уйын платформаһын бикләгәйне. Ҡыҙыҡай бикте урап үтергә уйлаған. Шунда уғрыларҙың тоҙағына эләккән дә инде.
Тегеләр уға “ғүмерлек рөхсәтте” 500 генә һумға тәҡдим итә. Ҡыҙыҡай ышана. Ебәргән һылтанмаларына әсәһенең картаһы мәғлүмәттәрен индерә.
Аҡсаһы билдәһеҙ кешеләргә күсерелә башлағас, әсәһе, һиҙеп ҡалып, счетты бикләй һала. Әммә уғрылар 82 меңде сәлдереп өлгөргән була.
Енәйәтселәр Roblox-та Robux уйын валюта­һын арзанға тәҡдим итеп тә ата-әсәнең банк картаһы мәғлүмәттәрен ҡулға төшөрә.
Шуға ла, балалар, глобаль селтәрҙә бик уяу булырға кәрәк. Яңы дуҫтың – дошман, ылыҡтырғыс тәҡдимдең тоҙаҡ булыу ихтималлығын онотмағыҙ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас