-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
5 Март , 09:40

Яһалма аңға һорау бирә беләһеңме?

Яһалма аңлы нейроселтәрҙәр менән эш иткәндә дөрөҫ промпт яҙыу мөһим. Нейроселтәргә яҙған үтенес промпт тип атала.

Яһалма аңға һорау бирә беләһеңме?
Яһалма аңға һорау бирә беләһеңме?

Промпт ниндәй булһа, һөҙөмтә шундай. Ул ни тиклем ентекле, киң булһа, яуап та шул тиклем тулы була.
Әйтәйек, «Мин шашка турнирында иң аҙаҡҡы урынды алдым. Шуға миңә ҡыйын. Миңә ни эшләргә?» тигән һорауға ЯА һә тигәнсе яуап сығарып бирер-биреүен, тик ул тәҡдимдәрҙе һин былай ҙа беләһең йә күбеһе һиңә яраҡһыҙ булыр.
Сифатлы яуап алыр өсөн деталдәр өҫтәйбеҙ. Әйтәйек, ошолайыраҡ итеп: «Миңә тәж­рибәле психолог ярҙамы кәрәк. Мин 10 йәшлек малай, мәктәптә шашка ярышында еңелгәнгә күрә бик ныҡ төшөнкөлөккә бирелдем. Мин оҙаҡ әҙерләнгәйнем, еңермен тигәйнем, хатта мине бүләкләүҙәрен күҙ алдына килтергәйнем. Мәктәптә яҡшы уҡыйым, атайым менән әсәйемде һәйбәт билдәләр менән ҡыуандырып торам. Шашка турнирында ла еңермен һәм уларҙы ла шатландырырмын тигәйнем. Хыялдарым ҡыйралды. Хәҙер миңә бик ҡыйын, кәйефем юҡ, шашка ла уйнағым килмәй. Миңә нимә эшләргә?»
Яуап нәҡ һинең өсөн яҙылыр, проблемаңды хәл итеү юлдары ла һиңә яраҡлы булыр. Тәжрибәле психологты телгә алыу яуаптың йүнәлешен, тәрәнлеген, профессионаллеген тәьмин итәсәк.
Һорауҙы русса яҙаһың, сөнки Алиса башҡортса бик насар «һөйләшә». Бер заман өйрәнеп китер, тик бының өсөн Интернетта башҡортса контент базаһын бик ныҡ ҙурайтыу зарур. Яһалма аң селтәрҙә булған контентты ҡулланып аҡыл һәм белем йыя.
Яһалма аң һорауға теүәл һәм аныҡ яуап бирмәһә, ни эшләргә?
ЯА ябай, ҡыҫҡа, аныҡ һорауҙарҙы тиҙ аңлай. Ә һорауығыҙ ҡатмарлы, оҙон булһа, уны структуралаштырыу ярҙам итер.
Нейроселтәрҙәр буйынса белгестәр ЯА өсөн махсус разметка ҡулланырға ҡуша. Мәҫәлән:
Markdown, текстарҙы форматлаштырыу өсөн еңел разметка теле. Промпттарҙа маркировкаланған һәм номер һуғылған исемлектәрҙе, шулай уҡ «#» тамғаһын ҡулланыр­ға мөмкин. Был тамға макдаунда төрлө кимәлдәге баштарҙы (заголовки) аңлата, ә промптта мәсьәләләр теҙмәһен, мөһимлек кимәлен күрһәтә.
XML-тегтар текстағы берәй элементтың сиктәрен тамғалай. Башы һәм аҙағы <тег> һәм </тег> тип билдәләнә, эсенә нимә яҙыу үҙ ҡарамағыңда.
JSON – промптта мәғлүмәтте урынлаштырыу ысулы.
Күп осраҡта «вилсәпит уйлап табыуҙың» кәрәге лә юҡ, сөнки
*промптты яҙаһың да яһалма аңдың үҙе­нән яҡшырттырып, камиллаштыртып алаһың (ЯА-ға яҙырға ошо тексты үҙеңә һаҡлап ҡуй: «Помоги составить промпт для нейросети. Я хочу [бурысты һәм талаптарҙы һүрәтләп бирергә]. Сделай промпт в формате Markdown. Если не хватает важной информации, уточни её у меня»).
*Яндекстың AI Алисаһындағы промпттар каталогын (Промптхаб) файҙаланыу уңайлы. Ул телеграмда ла бар, канал Промптхаб тип атала. Промптхабта, тәҡдим ителгән әҙер промпттарҙы файҙаланыуҙан тыш, үҙеңдең уңышлы өлгөләреңде лә һалып ҡалдырырға мөмкин.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас