+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
24 Март , 13:18

ФАНФИКШН тигән яңы заман һүҙе нимә аңлата?

Фанфик тиһәк, аңлашыла төшөр. Интернет мәҙәниәтенән килеп ингән был һүҙ ижадҡа ҡағыла.

ФАНФИКШН тигән яңы заман һүҙе нимә аңлата?
ФАНФИКШН тигән яңы заман һүҙе нимә аңлата?

Фанфик тиһәк, аңлашыла төшөр. Интернет мәҙәниәтенән килеп ингән был һүҙ ижадҡа ҡағыла.

 

Яратҡан әҫәр йә фильм, сериал, уйын геройҙарының мажаралары дауамын үҙеңсә яҙыу йә билдәле геройҙың тарихын өр-яңынан уйлап сығарыу фанфикшн була. Приквел да, йәғни әҫәр йә сериалда күрһәтелгәндән элгәрге ваҡиғаларҙы уйлап сығарыу, – фанфик ул.

Реаль шәхестәр ҙә, хатта әхирәтең, дуҫтарың, бындай хикәйәләүҙең геройы булып китергә мөмкин.

Йәнә “ориджинал фанфик” тигән төшөнсәне лә осратыуығыҙ бар. Уныһы инде геройҙы ла үҙең уйлап сығарыуҙы аңлата. Ул герой билдәле геройҙың туғаны, танышы, дуҫы-фәлән булыуы ихтимал.

Фанфиктарҙы ғәҙәттә фанаттар, башлап яҙыусылар, үҫмерҙәр, шипперҙар ижад итә. Уларҙы айырым платформаларҙа, блогтарҙа, социаль селтәрҙәрҙә баҫалар. Бер ҡайҙа ла баҫылмайынса файлдарҙа йә блокноттарҙа ғына йәшәп ятҡан фанфиктар ҙа барҙыр.

Фанфикты инша, эссе, хикәйә, повесть тип тә атарға була.

Йәштәр телендә берәй герой тирәләй барған ваҡиғаларҙы яҡтыртҡан һәүәҫкәр яҙыусының әҫәрен фанфик тип йөрөтәләр.

Фанфиктың төрҙәре күп:

- флафф-фанфик – ыңғай герой тураһында һөйкөмлө, йылы тарихтар

- херт-фанфик – герой ауырлыҡтар аша үткәндә ярҙам ала

- пародия фанфик – юморлы, көлкөлө тарих

- дарфик – яуыз, ҡараңғы темалы фанфик.

Ә һеҙ,  дуҫтар,  фанфик яҙғылайһығыҙмы?

 

ҺҮРӘТ: Пиксабай

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас