

Ике юғары белемле Илшат Әхмәтов заманында банкта бүлек начальнигы була. Тик банк ябыла, инженер һәм иҡтисадсы Илшат эшен юғалта. Бының яҡшы яғы ла була: ул күңеле ятҡан мөхиткө – ижад донъяһына сума.
Тәүҙә фотографияға ылыға, бына ун йыллап ул фотограф булып эшләй.
Тағы бер ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килә – ҡурай тартырға өйрәнергә була. Ҡурайҙа тауыш сығарырға өйрәнеү генә лә иҫ киткес ҡатмарлы эш.
Ә Илшат Әхмәтов ҡурайҙа уйнарға өйрәнеп кенә ҡалмай, музыка ҡоралын 3D-принтерҙа баҫырға ниәтләй. Программала һыҙмаһын яһай һәм бер нисә сәғәттән ҡурайҙы ҡулына ла ала. Был ҡурайҙы хатта ҡурайсы дуҫы Арыҫлан Оморҙаҡов та оҡшата. Арыҫлан ағас ҡурайҙы аэропорттарҙа үткәрмәүҙәрен, шулай уҡ ағас инструменттың һыуҙан ҡурҡыуын һөйләй. Пластик ҡурай иһә был мәсьәләләрҙе лә хәл итә.
Илшат әле пластик ҡурайҙар баҫыу эшен камиллаштырыу менән мәшғүл. Баҫма ҡурай өс өлөштән тора. Уйнар өсөн уны йыйып алаһың. Инженер ҡурайҙы һалып йөрөтә торған тышлығын да эшләй.
Музыканттар араһында ҡурайҙы һынап ҡараусылар байтаҡ, һатып алыусылар ҙа бар. 20-ләп ҡурай яңы хужаһын тапҡан да инде. Кешегә пластик ҡурайҙы теләгән бер ергә үҙең менән алып йөрөү уңайлығы бигерәк оҡшай. Яңғырашы ла ағас ҡурайҙан ҡайтыш түгел икән.
Пластик һыу көпшәһенән дә ҡурай эшләйҙәр, тик уның яңғырашы ныҡ ҡайтыш.
Ни өсөн шулай?
“Музыканттар әйтеүенсә, пластик шыма булғанға тауыш үтә йомшаҡ сыға. Ә баҫма ҡоралдың стеналары ҡытыршы, тәбиғи ҡурай көпшәһенә нығыраҡ оҡшаған”, – ти уйлап табыусы.
Илшат баҫма ҡурайҙы бүләк итеп тә тарата. “Әй Йола” ҡурайсыһы Ринат Рамазановҡа тапшырырға уйлай. Шулай уҡ махсус хәрби операция яугирҙарына ебәрергә хыяллана.
Һүрәттә: ҡурайсы Арыҫлан Оморҙаҡов менән 3D-принтерҙа ҡурай яһаусы берҙән-бер оҫта Илшат Әхмәтов.
Видео: 3D-принтерҙа ҡурай баҫыла; Арыҫлан баҫма ҡурайҙа уйнай
ФОТО һәм ВИДЕО Илшат Әхмәтовтың шәхси архивынан.