-5 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
3 Февраль , 11:34

Уста уйнатылған ҡурсаҡтар

Күптән түгел бөтә баҫмалар, селтәрҙәр буйлап Красноярск эшҡыуарының 14 йәшлек улын урлауҙары тураһындағы хәбәр таралды. Коляның атаһы Андрей өйөнә ҡайтһа, сейфының ватып асылғанын һәм унан 3 миллион һумдың юғалғанын күрә. Тиҙҙән уға мессенджерҙа улын ҡайтарыу өсөн 30 миллион талап итеүҙәре тураһында хәбәр килә. Тәфтиш комитеты баланың урланыуы тураһында эш ҡуҙғата.

Уста уйнатылған ҡурсаҡтар
Уста уйнатылған ҡурсаҡтар

Күптән түгел бөтә баҫмалар, селтәрҙәр буйлап Красноярск эшҡыуарының 14 йәшлек улын урлауҙары тураһындағы хәбәр таралды.

Коляның атаһы Андрей өйөнә ҡайтһа, сейфының ватып асылғанын һәм унан 3 миллион һумдың юғалғанын күрә. Тиҙҙән уға мессенджерҙа улын ҡайтарыу өсөн 30 миллион талап итеүҙәре тураһында хәбәр килә.

Тәфтиш комитеты баланың урланыуы тураһында эш ҡуҙғата.

Эшҡыуар Андрей – төрлө техника менән һатыу иткән компания хужаһы, хәлле кеше. Ғаилә Красноярск ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан, көслө һаҡ менән нығытылған, бөтә ергә камералар эленгән коттедж ҡасабаһында йәшәй.

Камералар яҙмаларын ҡарағас, Коляның бер ҡыҙ менән таксиға китеп барғаны күренә. Ҡыҙыҡай үҫмерҙән бер башҡа бәләкәй, видеола Коля бер ҙә көс ҡулланып урланған балаға оҡшамаған.

Тәфтишселәр тәүҙә таксист ҡатындың эҙенә төшә. Бер нисә сәғәттән Коляны ҡуртымдағы фатирҙан барып табалар. Ул унда баяғы ҡыҙыҡай менән ултырған була.

Тәфтишселәр мутлашыу осрағылыр тигән фекергә килә.

"Российская газета" сайтында ошо хәлгә арналған мәҡәләлә яҙылыуынса, Коля тәфтишселәргә уға кемдәрҙеңдер шылтыратыуы һәм "Дәүләт хеҙмәттәре"ндәге аккаунтының ватылғанын хәбәр итеүе тураһында һөйләгән. Тыңлашмаһа, атаһы менән ағаһының тормошон бик ныҡ боҙасаҡтары менән ҡурҡытҡандар. Сейфты Коля үҙе "болгарка" менән асҡан, ә теге ҡыҙ аҡсаның күп өлөшөн уғрыларға тапшырған. Уғрылар Коля менән "оператив хеҙмәткәрҙәр" булып һөйләшкән.

Асыҡланыуынса, уның юлдашы булған 18 йәшлек ҡыҙҙы ла шулай "эшкәрткәндәр". Ҡыҙ Сорғот ҡалаһынан ошо үҫмерҙе табырға һәм инструкциялар буйынса эш итергә тигән задание менән килгән.

Әле ҡыҙға РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы 4-се өлөшө буйынса енәйәт эше асылған. Был өлөш "бер төркөм кешеләрҙең алдан һөйләшеп килешеү буйынса айырыуса ҙур күләмдә мутлашыуы"на ҡағыла.

Был балаларға өсөнсө кешеләрҙең йоғонтоһон раҫлау өсөн суд психиатрияһы экспертизаһы ла, тейешле тикшереүҙәр ҙә үткәрелер, әлбиттә. Әммә мутлашыусыларҙың ҡушыуы буйынса эш итеүҙәре раҫланмаһа, уларҙы енәйәт яуаплылығы көтә. Мутлашыусыларҙың табылыуы икеле, улар сит илдән эш иткәндер, тип фараз ителә.

Бер бала ла ошондай ҡазаға эләкмәҫ, тигән гарантия юҡ. "РГ" мәҡәләһендә Красноярск мәғарифты үҫтереү край институтының кафедра мөдире доцент Елена Ясенецкаяның комментарийын биргәндәр. Белгес ни өсөн балаларҙың мутлашыусылар йоғонтоһона айырыуса тиҙ бирешеүен аңлата.

Психолог һөйләүенсә, 14 йәшлек үҫмер менән 18 йәшлек ҡыҙҙың енәйәтселәр ҡушҡандарға буйһоноуына өс көслө фактор сәбәпсе.

  1. Абруй кризисы һәм "сепарацион хәүеф". 13–16 йәштә ата-әсә абруйынан баш тартыу бара. Үҫмер үҙаллылыҡҡа ынтыла. Ата-әсәһенең һәр һүҙе контроль тип ҡабул ителә. Ә мутлашыусылар "йәшерен әшнәләр" рәүешендә үҫмерҙең ышанысын яулай, уға "серле, йәшерен" эш бирә. Үҫмер үҙен "гел күҙәтеү аҫтында булған бала" роленән сыҡҡан батыр кеше итеп күрә.
  2. "Йәшерен миссия геройы" феномены. Мутлашыусылар йыш ҡына "махсус операция" сценарийын файҙалана. Үҫмерҙе, тәфтиш органдарына ярҙам итәһең, ғаиләңде "насар" кешеләрҙән ҡотҡараһың, тип ышандыралар. Йәки, йәшерен квеста ҡатнашаһың, тиҙәр. Был осраҡта "үҫмерҙең эгоцентризмы" механизмы эшләй башлай. Ул үҙен бик мөһим, бик кәрәкле эш башҡарған шәп кеше итеп тоя.
  3. Социаль инженерия һәм иғтибарҙы тотоу. Енәйәтселәр даими элемтәлә була, ҡорбанына уйларға ваҡыт бирмәй. Сим-картаһын ташларға йә сит фатирға барырға күндерелгәс, бала бөтөнләй яңғыҙы ҡала.

Бына ошондай схемаларға тарымаҫ өсөн, кемдер йәшерен заданиеларға ылыҡтыра башлаһа, был турала мотлаҡ ата-әсәгә хәбәр итергә кәрәк.

"РГ" мәҡәләһендә психология фәндәре докторы Олеся Волкованың фекере лә бирелгән.

Волкова аңлатыуынса, балалар тиҫтерҙәре менән күп осраҡта гаджеттар аша һөйләшә. Уларҙың туранан-тура аралашыу тәжрибәһе юҡ тиерлек. Һөҙөмтәлә, психологик сәләмәтлек һәм хәүефһеҙлек нигеҙе булып торған эмоциональ интеллекттың үҫешенә зыян килә.

Үҫмерҙәр алдында социалләшеү, тормошта урын табыу бурысы тора. Ҡайһы берәүҙәрҙең ҡулынан килмәй был. Балалар йыш ҡына кешегә "юҡ" тип әйтә белмәй. Бойороулы тонға, тәжрибәле кешеләрҙең ҡушҡандарына ҡаршы тора алмай.

Күптәр остазға, кәңәшсегә мохтажлыҡ кисерә, ә мутлашыусылар буш урынға бик тиҙ инеп оялай. Шулай итеп, үҫмерҙәр уларҙың тоҙағына эләгә, уста  уйнатылған ҡурсаҡҡа әйләнә.

**

"РГ" мутлашыусыларҙың тағы бер ҡапҡаны тураһында һөйләй. Ул ҡапҡан өйҙән эшләй торған эш эҙләүселәргә ҡорола. Үҫмерҙәр ҙә был ҡапҡанға эләккеләп тора.

Балаларҙы цифрлы мөхиттә һаҡлау альянсы белгестәре һөйләүенсә, һуңғы ваҡытта мутлашыусылар булдырған һәм тәүлек һайын уларҙың бер нисә мең шылтыратыуы үткән  GSM-шлюздар табыла башлаған. Был шлюздар трафикты туранан-тура ҡәҙимге телефон селтәрҙәренән кәрәҙле селтәргә күсерә. Ул шлюздарҙы эшләүгә һәм хеҙмәтләндереүгә интернеттағы иғландарҙан "эш" тапҡан йәштәр ылыҡтырылған.

Законға ҡаршы эш иткән шлюздар Рәсәйҙең ундан ашыу төбәгендә табылған.

Уның схемаһы шунан ғибәрәт: йәштәрҙе, үҫмерҙәрҙе сим-карта һатып алып, GSM-бокстарҙы хеҙмәтләндерергә ҡушып ҡуялар. Ҡоролма онлайн-казинолар йә башҡа легаль сервистар өсөн ҡулланыла, тип алдаштыралар. Ғәмәлдә, ул кешеләрҙе алдай һәм талай торған енәйәти кол-үҙәктәр сифатында эшләй. Уға эшкә ингән йәштәр ҙә енәйәттә ҡатнашыусы булып сыға. Ошондай элемтә узелдары аша енәйәтселәр пенсионерҙарҙың аҡсаһын тартып ала, сит дәүләттәр файҙаһына эшмәкәрлек алып бара, тиҙәр альянста.

Фото: Телеграм-канал /@IrinaVolk_MVD

Әлиә НУХОВА әҙерләне.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас