+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
25 Июнь 2020, 21:16

Һылыуҙарҙан һылыуы - кем?

"Ай, һылыу!" конкурсына кескәй ҡыҙҙарҙың фотолары бик күп килә. Журналыбыҙ 6+ булһа ла, уны кескәйҙәрҙең ата-әсәләре лә алдыра икән - бик хуп! Шуға күрә "Майай һылыуы"нда фәҡәт ошо бәләкәй ҡыҙҙарҙы ғына ҡатнаштырырға булдыҡ. Йә, кемеһе күберәк тауыш йыйыр икән?

"Ай, һылыу!" конкурсына кескәй ҡыҙҙарҙың фотолары бик күп килә. Журналыбыҙ 6+ булһа ла, уны кескәйҙәрҙең ата-әсәләре лә алдыра икән - бик хуп! Шуға күрә "Майай һылыуы"нда фәҡәт ошо бәләкәй ҡыҙҙарҙы ғына ҡатнаштырырға булдыҡ. Йә, кемеһе күберәк тауыш йыйыр икән?
Нисек тауыш бирергә?
✓ Тәүҙә "Бәйләнештә" сайтындағы беҙҙең төркөмгә ТЕРКӘЛЕРГӘ. Кемдәр төркөмдә юҡ - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Шулай уҡ тауыш биреү бөткәнсе, йәғни 15 июнгә тиклем төркөмдә ҡалыу шарт. Кем дә кем төркөмдән сығып китә - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Беҙ махсус программа ярҙамында уларҙың иҫәбен ҡарап барабыҙ.
"Майай һылыуы" альбомына инергә һәм үҙегеҙгә оҡшаған ҡыҙҙың фотоһы аҫтына "лайыҡ" ҡуйырға. Дуҫтарға ла альбомға һылтанманы ебәрергә мөмкин, тик улар беренсе пунктты үтәргә тейеш.
✓ 10 июлдә, көндөҙгө сәғәт 15:00 тауыш биреү туҡтатыла. Шуға тиклем мөмкин тиклем күберәк тауыш йыйып ҡалырға ашығығыҙ. Тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ, иң күп "лайыҡ" йыйған һылыуға "ДУҪТАР ҺӨЙӨҮЕ" номинацияһы бирелә һәм уның турала мәғлүмәт беҙҙең журналда баҫыла.
Бына ул ҡатнашыусыларыбыҙ:
Азалия Бәшәрова, Баймаҡ районының Күгиҙел ауылынан:
“Һayмыhығыҙ! Миңә – 5 йәш. Йырларға, бейергә, яттан шиғыр һөйләргә, һүрәт төшөрөргә әүәҫмен. Ҙур булып үҫеп, әсәйемә, өләсәйемә ярҙамсы булғым килә. Әленән үк бәләкәй ҡустымды ҡарашам, уны мин бик тә яратам!”
Сөмбөл Иҫәнъюлова, Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылынан:
“Миңә – 6 йәш. Ауылымдағы “Гөлдәр” балалар баҡсаhына йөрөйөм. Йырларға, бейергә, яттан шиғырҙар hөйләргә, hүрат төшөрөргә әүәҫмен мин”.
Айлина Ҡотлоғәләмова, Баймаҡ ҡалаһынан:
"Миңә ни бары 4 йәш булһа ла, матур итеп һүрәт төшөрөргә, оҫта итеп бейергә, йырларға ла маһирмын. Үҙем йөрөгән “Йондоҙло" балалар баҡсаһында сығыш яһарға яратам”.
Веслана Ходакова, Баймаҡ ҡалаhынан:
“Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында 1-се “А” – башкорт синыфын тамамланым. Иң яратҡан шөғөлдәрем: һүрәт төшөрөү, йырлау, математиканан мәсьәләләр сисеү, шахмат уйнау. Әсәйемә йорт эштәрендә ярҙамлашам, ҡустымды ҡарашам”.
Читайте нас: