+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
15 Февраль 2021, 18:36

Кемгә иң күп лайк тәтене, тип уйлайһығыҙ?

Бәләкәстәр ҡатнашҡан "Шаҡай һылыуы" сиктәрендәге "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында еңеүсене билдәләү ваҡыты ла етте. Ғәҙәттәгесә, был номинация эйәһе тип, кем дә кем иң күп йәшел лайк йыйған, шул билдәләнә.

Әйтеп үткән номинация менән "Шаҡай һылыуы" титулы араһында айырма бар. Тәүгеһен һеҙ үҙегеҙ, лайк ҡуйып, билдәләйһегеҙ, ә ай һылыуын мөхәрририәт һайлай.
Йәғни, төркөмдә теркәлеүселәр тауыш биреү ысулы менән "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһындағы ҡыҙҙы асыҡлай. Һеҙҙең лайктарығыҙҙы махсус программа иҫәпләп, ғәҙелме, түгелме икәнлеген тикшерҙе. Кем дә кем шарттар менән таныш түгел, ошо һылтанма буйынса инеп, уҡый алаһығыҙ: https://amanat.rbsmi.ru/articles/ay-ylyu/Sha-ay-iliui-nda-kesk-y-r-atnasha-658520/ .
Ырымбур өлкәhенең Туҡ-2 (Тоцкое–2) ҡасабаhынан Ынйы Байғәлимова - 4, Әбйәлил районының Мәхмүт ауылынан Элина Зарипова - 15, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылынан Миләүшә Яубаҫарова - 19, Мәсетле районының Түбәнге Туҡбай ауылынан Нәркәс Шакирова - 24 йәшел лайк йыйған. Иң күп йәшел йөрәк Белорет районының Абҙаҡ ауылынан Азалия Шөкөбаеваныҡы булып сыҡты, уныҡы - 32!
Афарин, Азалия! Кескәй генә булһа ла, еңеүең менән ҡотлайбыҙ! Ай һылыуында еңмәнем бит, тип ҡайғырма, киләһе йылда ла ҡатнаша алаһың, моғайын, һиңә шул саҡта бәхет йылмайыр.
Ә "Шаҡай һылыуы"нда ай һылыуы булараҡ еңеүсе бәләкәс тураһында һеҙ беҙҙең журнал биттәрендә тиҙҙән уҡырһығыҙ. Исемен әлегә сер итеп һаҡлайбыҙ. Шуға бер аҙ сабыр итегеҙ, йәме?
Читайте нас: