Байрамға килеүселәр ғаиләләре тураһында һөйләне, күп шәжәрәләр бер нисә быуатлыҡ тарих һаҡлай. Ҡайһы берҙәре был мәғлүмәтте конкурсҡа тиклем үк йыя башлаған. Мәҫәлән, әле Мәскәү өлкәһендә йәшәгән хәрби Ирек Фәтхелисламов шәжәрәһен бер нисә йыл инде өйрәнә. 11-се быуынына тиклем ентекле мәғлүмәт туплаған. Ҡағиҙә булараҡ, конкурста ҡатнашыусыларҙың шәжәрәләрендә тарихи шәхестәр булыуы ла асыҡлана. Фәтхелисламовтарҙың ата-бабаһы Солтанморат Үтәгәнов та шундайҙарҙан, ул оҙон хәрби юл үткән, 18-се быуатта поляктарға ҡаршы походта ҡатнашҡан.
Видеоконкурстың жюри рәйесе Альберт Исмаил байрамға килеүселәрҙе шәжәрәләр менән таныштырҙы. Күргәҙмәнән һуң, ҡунаҡтар Туймазы районы һәләттәренең концертын ҡараны. «Быуындарҙы бәйләп» шәжәрә конкурсына йомғаҡ яһалды, еңеүселәр араһында балалар ҙа, ололар ҙа бар ине. Уларға диплом һәм иҫтәлекле бүләктәрҙе Туймазы район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әбсәләмов тапшырҙы.
-14 йәшкә тиклемгеләр араһында Динар Минәзов и Сабина Шәйҙуллина
— ололар араһында Ирек Фәтхелисламов, Юлий Ҡудашев