+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Пермь крайының Барҙа районында башҡорт факультативтары яңы һулыш алды

Пермь крайында Барҙа районының һәм Башҡортостандың Тәтешле районының мәғариф идаралыҡтары Пермь крайының башҡорт факультативтары уҡытыусылары өсөн семинар уҙғарҙы.

Сараны үткәреүгә Пермь крайы һәм Барҙа районы башҡорттары ҡоролтайҙары ҙур көс һалды.
Сарала Барҙа һәм Тәтешле районы вәкилдәре, крайҙың башҡорт факультативтары уҡытыусылары, Пермь крайында эшләп килгән тарихи-мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов алда торған мөһим бурыстар, башҡарылырға тейешле эштәр хаҡында сығыш яһаны. Уҡытыусыларға методик әсбаптар, «Ғәйнә диалекты һүҙлеге», Пермь крайында тыуған яҙыусы, Наил Ғәбдүшевтең башҡорт теленең ғәйнә диалектында сыҡҡан шиғырҙар йыйынтығы таратылды. Был эштәрҙең барыһы ла Башҡортостан Башлығының туған телдәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән гранты иҫәбенә башҡарылды. Быйыл Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы грантҡа үткәрелгән конкурста ҡатнашып еңде.
Тәтешле районынан килгән ҡатнашыусылар ғәйнә диалекты менән бер рәттән башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә мәктәптәрҙә әҙәби башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһен дә күтәрҙе.
«Ғөмүмән, һуңғы бер нисә йылда Башҡортостандың беҙгә — Пермь башҡорттарына ҡарата ҙур хәстәрлеген һәм ярҙамын тоябыҙ. Былтыр ҙа крайыбыҙҙа эшләгән тарихи-мәҙәни үҙәк менән ошондай грант яулап, Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арнап «Билдәле Ғәйнә башҡорттары» тигән ҙур сара ойоштороуға өлгәшкәйнек. Унда бик матур күргәҙмә материалдар тупланды, фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо. Ошондай иғтибар-хәстәр өсөн Башҡортостан етәкселегенә, шәхсән республика Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәтебеҙ сикһеҙ»,- тип һөйләп үтте Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов.
Шулай уҡ Рәсил Тимерғәзи улы бөгөн уларҙа «Пермь башҡорттары» гәзитенең донъя күреүе, «Нурлы Барҙа» мосолман гәзитендә диалект телендә «Ғәйнә башҡорттары» тигән ҡушымта нәшер ителеүен әйтеп үтте.
2013 йылда крайҙың ете районында башҡорт телен өйрәнеү буйынса факультативтар асыу эше ойошторола. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында эш һүнеп ҡала. Әлеге ваҡытта улар яңы көс һәм дәрт менән яңынан эш башлаған.
«Республика етәкселеге тарафынан, ниһайәт, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына, уларҙың диалектына, шулай уҡ беҙҙең ише сит өлкәләрҙә йәшәгән, башҡа диалектта һөйләшкән башҡорттарға иғтибарҙың артыуы — ысын мәғәнәһендә ҡыуаныслы хәл. Беҙ үҙебеҙҙе иңебеҙгә яңынан ҡанаттар үҫкәндәй итеп тоябыҙ. Был эш дауамлы, киләсәкле булһын, халҡыбыҙҙы берләштерһен, тип рухланып эшләйбеҙ»,- тине Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.
Читайте нас: