+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән!

Һеҙгә хөрмәт, һеҙгә дан, Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары!

Бөгөн, 15-се октябрь - Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө!
Был көн БМО Генераль Ассамблеяһының 2007 йылдың 18-се декабрендә ҡабул ителгән ҡарары нигеҙендә билдәләнә.
Башҡортостаныбыҙ ауылдарына йәм-ҡот биреүсе барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы байрам менән ҡайнар ҡотлап, шиғри юлдар бүләк итәбеҙ!
Һеҙҙең өсөн
Дөнъя бөгөн данға күмә
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын.
Ир егеттәр бағышлайҙар
Һеҙгә һөйөү йырҙарын!
Бер туҡтамай яңғыраһын
Ҡатын-ҡыҙға дан йыры!
Тик шатланып ғүмер итһен
Ауылдарҙың һәр ҡыҙы!
Ябай ҙа һеҙ, эшсән дә һеҙ,
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары!
Данлай белһен, гел яратһын
Һеҙҙе илдең улдары!
Һеҙҙең өсөн, һеҙгә генә
Ир-егеттең йырҙары!
Һеҙгә хөрмәт, һеҙгә дан,
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары!
Тимерхан Миңлеғәлиев.
Читайте нас: