-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Борай ауылында Елдәк ырыуы йыйыны үтә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Ырыуҙар йыйыны исемле яңы проект башлай. Тәүге йыйын 29 ғинуарҙа Борай ауылында үтә, унда Елдәк ырыуы вәкилдәре осраша. Елдәктәр, Борай районынан тыш, Саҡмағош, Нуриман, Благовещен, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел райондары биләмәһендә йәшәй.

Төп сара район Мәҙәниәт йортонда була. Съезға республиканың төрлө райондарынан ырыу вәкилдәре, эксперттар, тарихсылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр саҡырылған. Йыйын барышында Елдәк ырыуы гербы менән таныштырыу, ырыу башлығын һайлау ҡаралған. Бында шулай уҡ милли кейем күргәҙмәһе, Борай районы ҡул оҫталарының оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.
Байрамда «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы һәм «Аҡбуҙат» балалар әҙәби-нәфис журналы ла ҡатнаша.
Тамырҙар үҙәк район китапханаһына бара, үҙҙәре янына шәжәрәһен белгән, ғаилә ҡомартҡыларын һаҡлаған, балаларын традицияларға таянып тәрбиәләгән ғаиләләрҙе саҡыра. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Йәш ҡунаҡтар тәүҙә башҡорт телендә «Нурбостан» анимация сериалын ҡараясаҡ, артабан улар өсөн «Елдәк зирәге» конкурсы, төрлө уйындар ойошторола, бүләктәр таратыла. Һуңынан «Ғаилә тамырҙары» төбәк-ара күргәҙмәһе өсөн профессиональ фотосессия ойошторола.
«Аҡбуҙат» балалар журналы редакцияһы «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһына бара. Иң кескәй борайҙарға журнал тураһында, «Шәжәрә — минең анкетам» республика асыҡ конкурсы шарттары хаҡында һөйләйәсәктәр, баҫманың рәссамдары оҫталыҡ дәресе күрһәтәсәк. Балаларҙың иң яҡшы һүрәттәре артабан журнал биттәрендә донъя күрәсәк.
Читайте нас в