Елдәк ырыуы таралған төбәктәрҙән килгән һәр вәкил тыуған ауылы тарихы, шәжәрәңде, тамырҙарыңды белеү мөһимлеге хаҡында һөйләне. «Илеш районы Бишҡурай биләмәһенә ингән бөтә ауылдарҙа ла Елдәк ырыуы башҡорттары йәшәй. Бынан тыш күрше биләмәнән Юғары Маншыр, Сүлте, Яңы Аташ ауылдары ҡарай. Был ауылдарҙа үҙенең ерен, һыуын яратҡан, динен хөрмәт иткән , үҙенең шәжәрәһен өйрәнергә ынтылып торған халыҡ йәшәй. Бөгөнгө быуын үҙ тарихын һәм сығыштарын белергә тейеш. Шуға ла Борайҙағы йыйын Илеш башҡорттары өсөн дә әһәмиәтле» , — тине Илеш районынан килгән делагат Рәмзилә Хәмиҙуллина.
Рәмзилә Хәмиҙуллина съезд сиктәрендә ойошторолған Елдәк ырыуы Йәмәғәт Советына ла һайланды. Унан тыш Советҡа Ҡариҙелдән Регина Хәйҙәршина, Благовещен районынан Фәниә Ситдиҡова, Дүртөйлөнән Миләүшә Камалова, Нуриман районынан Дания Фәйрүзова һәм Саҡмағоштан Розалия Хафизова, Борай районынан Эльза Шәймиева ағза итеп билдәләнде. Ырыу Советы рәйесе итеп Эльза Шәймиева һайланды. Сара һуңында Ырыуҙар йыйыны эстафетаһы Балыҡсы ырыуына тапшырылды. Эстафетаны ҡабул итеп Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хеҙмәткәре, Балыҡсы ырыуы активисы Винарис Абдуллин «Балыксылар» йырын башҡарҙы. Киләһе сара 5 февралдә ошо ырыу төйәге — Асҡын районында үтәсәк. Артабан делегаттар һәм килгән ҡунаҡтар өсөн Борай район мәҙәниәт һарайы коллективы әҙерләгән байрам концерты күрһәтелде. Уны төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының сағыу вәкилдәре Хаят һәм Альберт Исмаиловтар асып ебәрҙе.
Сығанаҡ: https://kurultai.ru/ba/content/1909-estafetu-sezda-bashkirskih-rodov-prinyali-balykchinczy/