+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыйғыла “Илебеҙ тарихында-ауылым яҙмышы” тип аталған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте

Ҡыйғы районы башҡорттары ҡоролтайы Иҫке Мөхәмәт ауылында Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылын “Илебеҙ тарихында-ауылым яҙмышы” тип аталған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция менән асып ебәрҙе.

Конференцияға күрше Салауат, Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле районы ҡоролтайзары етәкселәре һәм райондарҙың тарих белгестәре саҡырылды.Баш ҡала ҡунаҡтары-БДУ доценты ,тарих фәндәре кандидаты Калмантаев Н.М.һәм Аҡбуҙат балалар журналының баш мөхәррире ,шағирә Лариса Абдуллина саҡырылды мәртәбәле сараға.
Конференция Иҫке Мөхәмәт урта мәктәбендә кунаҡтарҙы хөрмәтләп ҡаршы алыу менән башланып,ауыл буйлап экскурсия менән дауам итте.Күркәм ауыл мәсете,ауылдың данын таратҡан пляждағы волейбол майҙансыҡтары ,шишмә менән таныштырғандан һуң,ауыл клубында башҡорт теле уҡытыусыһы Сәриә Сәлим ҡыҙы Яруллина етәкләгән мәктәп уҡыусыларының «Акйондоҙ” интеллектуаль ижад төркөмө тарафынан сәхнәләштерелгән ауылдың килеп сыгыу тарихының фаразын күрһәтте.Сараның төп темаһы булып торған тарихта билгеле шәхес Ҡараһаҡалды был тирәлә хан итеп күтәреү фаразын да сәхнәләштерҙеләр аҡйондоҙҙар.Шулай уҡ “Күңел сыңы “ фольклор ансамбленың һәм ауыл ағинәйҙәренең сығыштары ла алҡыштарға күмелде.
Конференцияның икенсе өлөшө ауыл тарихын барлауға бәйле булды.Ауыл мәсетенең имам-хатибы А.С. Сәғитов ауылда дин үҫеше тураһында бәйән итһә,ауыл старостаһы В.В.Зарипов .Иҫке Мөхәмәт ауылы тарихына байҡау яһаны.Иң йәнле һөйләшеү С.С.Ярулинаның.”1739-1740 йылдарҙа Ҡараһаҡал етәкселегендә ихтилалда яҡташтарыбыҙҙың,ауылдаштарыбыҙҙың ҡатнашыуы.»исемле сығышынан һуң булды.Тарихсы Калмантаев Н.М.был сығышҡа өҫтәлмәләр индереп,үҙ фекерен әйтте.Салауат районы Лағыр урта мәктәбе директоры ,тарихсы Р.Д.Ситдиҡовтың «Караһаҡал етәкселегендәге башҡорт ихтилалында Васҡын(хәҙерге Лағыр)ауылының роле “исемле сығышы бик дәлилле булды,ҡыҙыҡһыныу уятты.Балаҡатай,Дыуан райондары вәкилдәре лә үҙ фекерҙәре менән бүлештеләр.
Матур сара башҡорт тарихы йылының штандартын – йыл эмблемаһы һәм Кыйғы районы гербы сигелгән туҡыманы Салауат районы ҡоролтайы вәкилдәренә ,төбәк-ара конференциялар дауам ителәсәген белдереп,тапшырылды.Артабан штандарт Балакатай.Дыуан,Мәсетлегә юлланып,йыл йомғағы Кыйғы районы үҙәгендә тамамланасаҡ.Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы йәш быуында илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өсөн, демографик хәлде яҡшыртыу буйынса саралар билдәләп,резолюция ҡабул итте. Ауыл мәсете янында,бейек тауҙа,ил яҙмышы тип баш һалған олатай –өләсәйҙәр иҫтәлегенә Хәтер ташы асыу ҙа ҡаралған был резолюцияла.
Читайте нас: