Саралар йыйынды рәсми асыу тантанаһына тиклем үк башланды: иртә менән Яңауыл ҡалаһының йәштәр һарайында “Тамыр” балалар каналы “Нурбостан” башҡорт йәнһүрәтенең исем туйын уҙғарҙы, ошонда уҡ “Уран ырыуы белермәндәре” конкурсы үтте, халыҡ-ара күргәҙмә өсөн “Ғаилә тамырҙары” һөнәри фотосессияһы ойошторолдо.
Яңы Артауыл ауылында “Аҡбуҙат” республика балалар журналы балалар менән осрашты, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Шулай уҡ бында Уран ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүесе – селтәр эшләүҙең оҫталыҡ дәресе лә үтте.
Артабан саралар теҙмәһе Яңауыл мәҙәниәт йортона күсте – бында Яңауыл районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Салауат Ғилмиевты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡуповты, билдәле тарихсылар Салауат Хәмиҙуллинды, Юлдаш Йосоповты, Нурислам Ҡалмантаевты, сатирик яҙыусы Марсель Сәлимовты тәүҙә “Уран ырыуы тарихы биттәренә күҙ һалып” исемле үҙенсәлекле экскурсияла сәләмләнеләр, уның сиктәрендә был ырыу вәкилдәренең шәжәрә ағастары менән таныштырҙылар.
Аҙаҡ театрлаштырылған тамаша арҡылы ырыу тарихы һөйләнде һәм Уран ырыуы йыйыны асыҡ тип иғлан ителде. Президиумға үрҙә һөйләп үтелгән ҡунаҡтарҙан тыш Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының баш белгесе, “Без – башҡортлар” төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ойошмаһы етәксеһе Радик Бәхтиев һәм Уран ырыуы вәкиле, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның музыкаль белем биреү кафедраһы профессоры Фәнәүи Сәлихов та саҡырылды.
Яңауыл районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Ғилмиев йыйын делегаттарын, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен, килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм уларҙы Яңауыл районының ижтимағи һәм мәҙәни тормошо менән таныштырҙы. Ул үҙенең телмәрендә айырыуса бөгөнгө глобалләштереү шарттарында башҡорт телен, милли үҙенсәлекте һаҡлап ҡалыуҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Балаларыбыҙҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү һәр педагогтың ғына түгел, барыбыҙҙың да төп бурысы. Мәктәпкә тиклемге тәрбиә биреү системаһында ла был мәсьәләгә иғтибар бирелә”, - тине Салауат Нәзир улы һәм йәш быуындың туған телен белеп еткермәү кеүек хәүефле күренеште лә телгә алып үтте.
Яңауыл районы биләмәһендә милли мәҙәниәтте тергеҙеү йәһәтенән күп эштәр башҡарыла, урындағы Ҡоролтай, Ағинәйҙәр, Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы әүҙем эшләп килә. Уран ырыуының йыйыны 2013 йылда ла ойошторолған икән.
Киләһе булып һүҙҙе тарихсы Салауат Хәмиҙуллин алды, ул үҙенең докладында Уран ырыуы тарихы, уның күренекле шәхестәре хаҡында һөйләне.
Әлеге ваҡытта трибунала йыйын делегаттарының сығышы дауам итә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.