-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан йәмәғәт палатаһы Татарстандың прокурорына мөрәжәғәт иткән

“Реальное время” интернет-баҫмаһында “Ни өсөн мине башҡорт булырға мәжбүр итәләр, был ниндәй цирк?” тигән мәҡәләғә хоҡуҡи яуап көтәбеҙ.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Татарстандағы ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларындағы мәҡәләләргә хоҡуҡи баһа биреүҙе һорап, республика прокурорына мөрәжәғәт итте. Мәҫәлән, быйыл 3 мартта “Реальное время” интернет-баҫмаһында “Ни өсөн мине башҡорт булырға мәжбүр итәләр, был ниндәй цирк?” тигән мәҡәлә баҫылған. Элегерәк “Татарстан яшьләре” гәзитендә баҫылған мәҡәләнән тәржемә һәм ҡабатлау тип күрһәтелгән был материалда “башҡортлаштырыу” процесын тәнҡитләү йүнәлешендә уҡыусыла Башҡортостандағы татар халҡын милли яҡтан ҡыҫырыҡлау бара тигән фекер тыуҙырырға, шул ыңғайы башҡорттарҙы татар халҡына ҡаршы ҡуйырға маташалар”, тип әйтелә Йәмәғәт палатаһының Башҡортостан прокуроры Владимир Ведерниковҡа мөрәжәғәтендә.
“Аноним уҡыусыларҙың ошо мәҡәлә аҫтында бирелгән аңлатмаһынан күренеүенсә, мәҡәлә уҡыусыларҙа етди тойғолар, халыҡтар һәм милләттәрҙең килеп сығышы, шулай уҡ бер милләттең икенсеһенән өҫтөнлөгө тураһындағы бәхәстәр тыуҙырырға иҫәп тота. Ҡайһы бер уҡыусылар мәҡәләне “татар һәм башҡорт милләттәрен бәрелештереү”, тип баһалай”, тиелә был мөрәжәғәттә.
“ Ошондай әйберҙәрҙе уҡығанда йөрәгем ауыртыуҙан да, әрнеүҙән дә, дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең халыҡтарҙы бер-береһенә һөсләтергә тырышҡан әҙәмдәргә асыуым килеүҙән дә һыҙлай, был ике халыҡ бер-береһенә шул тиклем яҡын, татарҙың ҡайҙа тамамланыуына һәм башҡорттоң ҡайҙа башланыуына сикте билдәләү ҙә мөмкин түгел”, – ти Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов. – Етмәһә, ниндәйҙер “кампанейшина” билдәләре лә һиҙелә, был ҡотҡоға аҡса инвестициялаған әҙәмдәр ҙә бар. Ниндәй маҡсат менән быны эшләгәндәрен белмәйем, әммә был мәҡәлә, әлбиттә, имәнес. Бында, минең ҡарашҡа, милләт-ара ыҙғыштың классик миҫалы сағыла. Мин прокурор ҙа, адвокат та түгел, ләкин, хеҙмәттәштәрем иҫәпләүенсә, прокуратура бында енәйәт составы бармы-юҡмы икәнен асыҡларға тейеш. Була икән, тимәк, бының менән шөғөлләнгән кешеләр яуап тоторға тейеш”.
Фото: bashinform.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: