-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Пермь крайында Ғәйнә ырыуы йыйыны тамамланды

Барда районы Төнгүк ауылында үтеп, ғәйнә башҡорттарын тарих барларға, бөгөнгөнө баһаларға, киләсәкте ниәтләргә тупланы.

Йыйындың төп өлөшөндә доклад менән делегаттар, тарих белгестәре сығыш яһаны.

Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың стратегик эҙләнеүҙәр институтындағы социо-мәҙәни үҙәк етәксеһе Юлдаш Йосопов съезда ҡатнашыусыларға махсус карта ярҙамында башҡорт ырыуҙары хаҡында һөйләне. Картаға ҡырҡтан ашыу башҡорт ырыуы һыйған, улар географик ерлек нигеҙендә һынландырылған.

"Башҡортостан флагындағы ҡурай символынлағы ете тажға ярашлы, күптәр башҡорттарҙа ете ырыу икән тип уйлай. Был дөрөҫ түгел, беҙҙә ырыуҙар 47, хатта яҡынса иллегә етә”, - тип аңлатты ул һәм ни өсөн тап башҡорт халҡында ырыуҙарға бүленештең һаҡланып ҡалыуын да төшөндөрөп үтте: ырыу – ул ерҙәргә хоҡуҡ белдереү субъекты.
“Ә шәжәрә – ул ошо ерҙәрҙә ғүмер баҡый йәшәү фактын иҫбат итеү”, - тине Юлдаш Йосопов.

Шәжәрәгә ҡарата киләһе булып трибуна артына баҫҡан Радик Бәхтиевтың үҙ фекере: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының баш белгесе, “Без – башҡортлар” төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ойошмаһы етәксеһе шәжәрәне үҙенә күрә бер резюме тип атаны.
“Ата-бабаларыбыҙ үҙҙәрен генә түгел, бар ете быуынын ҡайғыртҡан, уларҙың теге йәки был эштәре, шөғөлдәре хаҡында шәжәрәгә яҙылып ҡалдырыла килгән. Беҙ ҙә нәҫелдәребеҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйек”, - тип тамамланы ул һүҙен.

Ғәйнә ырыуы вәкилдәренән беренсе булып ошо ырыу башлығы Марат Мозафаров сығыш яһап, Пермь крайы башҡорттарының һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлегенә байҡау яһаны, көнүҙәк проблемалаларға ла туҡталды.
“Яңы быуында үҙ тамырҙарыңа, тарихыңа ҡыҙыҡһыныу һүрелеүе күҙәтелә. Беҙ халҡыбыҙ киләсәгенең бөгөнгөлә икәнен онотмайыҡ, йәш быуынға иғтибар бүләйек”, - тине ул.

Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтов ғәйнә башҡорттары һөйләше үҙенсәлектәренә туҡталды, заманында был һөйләшкә ҡарата билдәле ғалим, фольклорсы Әхмәт Сөләймәновтың әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө: “Мин Өфөлә тырышып-тырмашып башҡорт әҙәби телендә һөйләшергә маташҡанда, ул миңә һинең телең башҡорт теле, уның үҙенсәлеген һаҡларға кәрәк, тип өндәште”.
Рәсил Тимерғазы улы тап диалектҡа ҡағылышлы эшмәкәрлектәрҙе һанап үтте: “Ғәйнә һүҙлеге”н сығарыу, “Аҡбуҙат” балалар журналын ғәйнә һөйләшендә баҫыу. Киләсәктә “Ғәйнә ашлары” рецептар китабын сығарырға ла йыйыналар икән.

“Телебеҙ һаҡланып ҡалһын өсөн уға кәрәкле мөхит булдырыу мөһим. Беҙ бәләкәй саҡта “Баш ҡалабыз – Казан” тип уҡыныҡ, әммә мин ата-әсәйем ярҙамында башҡорт икәнлегемде белдем, ә туған телемдә һөйләшергә радио ярҙам итте. Бөгөн дә беҙҙең яҡта башҡортса радио һәм телевидение эшләргә тейеш. Китапханаларыбыҙҙа башҡорт әҙәбиәте аҙ, башҡорт телен өйрәнгән йәкшәмбе мәктәптәренә методик әсбаптар кәрәк", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте ул.

Рәфис Мукаев сығышын топонимика йүнәлешенә арнаны, урындағы ер-һыу атамаларының тап башҡорт теленең ғәйнә һөйләшендә булыуын, бының был ерҙәрҙә элек-электән ғәйнә башҡорттары йәшәүен иҫбатлауын иғтибарға алды.
“Йыйын үткән ауылдың исеме – Төнгүк, ул “төн кеүек” һүҙбәйләнешенән сыҡҡан”, - тине Рәфис Рәмис улы.
Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайының рәйес урынбаҫары Рушан Шәрипов этник спорт төрҙәре, атап әйткәндә, көрәш, ат ярышы, төрлө уйындар хаҡында һүҙ алып барҙы, был ерҙә төп спорт төрө тип ат ярышын атаны.

Ошо һәм башҡа делегаттарҙың сығышын тыңлағандан һуң, Ғәйнә ырыуының гербын, гимнын раҫланылар, резолюция ҡабул иттеләр.
Штандарт Эске йылан ырыуына күсте.

Ғәйнә ырыуы йыйыны тамамланһа ла, Пермь крайында башҡорт мәғарифы һәм мәҙәниәте көндәре дауам итә. Саралар теҙмәһе алдағы ике көнгә планлаштырылған.
Читайте нас: