Ул Көйөргәҙе районының Яңы Аллабирҙе ауылында тыуған. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Баязит Бикбай исемендәге премия лауреаты, үҙешмәкәр рәссам, «Бөйөк Башҡорт иле», «Башҡорт хан», «Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш» һәм башҡа тарихи китаптар авторы.
Йәдкәр Бәшировтың төрлө ваҡиғаларға, уңыштарға бай ғүмер һәм хеҙмәт юлы күрше республикала үткән. Ул ғына түгел, абруйлы уҙаман үҙен һәр саҡ татар милләте вәкиле тип уйлаған, әммә тарих менән төптән ҡыҙыҡһына башлағас, көтөлмәгән асыш яһаған.
Бер әңгәмәһендә (авторы — Ә. Миңғәлиева), Йәдкәр Әхәт улы ошолай тип белдерә:
«Тыуыу тураһындағы таныҡлыҡта «татар» тип яҙылғанмын. Башта Ырымбур өлкәһенең Троицкий районында — урыҫ, артабан VII кластан һуң, Мораптал урта мәктәбендә татар класында уҡып, аттестат алдым. Силәбе политехник институтын тамамланым.
Яҙышҡанымды, төбәк, халыҡ яҙмышы менән ҡыҙыҡһынғанымды белгәнлектән, 2004 йылда ауылдаштар менән осрашыуҙа ауылыбыҙҙың тарихын яҙыуымды үтенделәр. Шул мәлдән тыуған ерем тарихын Өфө, Ырымбур, Ҡазан архивтарында ҡаҙынып өйрәнә башланым. Һөҙөмтәлә архивтарҙағы документтарҙан атайымдың да, әсәйемдең дә, ғөмүмән, нәҫелемдең башҡорт икәнлеге билдәле булды. Мине ниңә татар тип яҙҙырғандар, ниңә ундай яңылышлыҡ ебәргәндәр — ҡараңғы. Шуға күрә ауыл тарихы менән ҡыҙыҡһына башлағанға тиклем үҙемде татар тип иҫәпләй инем. Уны төплөрәк өйрәнеү үҙ-үҙемә бик күп һорауҙар бирергә мәжбүр итте. Күңелемдә тыуған ҡаршылыҡлы тойғоларҙы аңларға, ҡайһы берҙәрен хатта еңергә кәрәк ине. Психологик һынылыш кисерҙем, был минең өсөн еңел булманы. Һөҙөмтәлә тыуған яғымдың тарихын сағылдырған «Быуаттар ҡатламы аша» тип аталған китабым яҙылды. Әммә эҙләнеүҙәремде туҡтатманым. Уларҙы артабан дауам итеп, Башҡортостанда, Татарстанда, Мәскәүҙә донъя күргән тарихи материалдарҙы эҙләп алып, ентекләберәк өйрәндем.
Мине: «Хаталанмайыммы, киләсәк быуын вәкилдәре өсөн был бик етди һорауҙар тыуҙырырға мөмкин», -тигән уй ташламаны.
Быға тиклем киң аудиторияға билдәле булмаған сығанаҡтар табыуым Урал һәм Волга буйында монгол яуҙарына тиклем йәшәгән боронғо башҡорттар, татарҙар һәм башҡа халыҡтар тураһында тарихи мәғлүмәттәр тупларға ярҙам итте. Ҡыҫҡаһы, китаптарым минең кеүек үҙ нәҫелен, ырыуын, ырыу тарихын белергә теләүселәр өсөн яҙылған.
Башҡорт икәнлегемде аңлағас, психологик һынылыш кисерҙем, тигәйнем. Эш шунда: беҙ — социализм осоронда нығынған быуын. Ул саҡта этностар араһындағы айырмалыҡтарҙы анализлау уйы бер кемдең башына ла инеп сыҡманы. Заман идеологияһы тигеҙлек, кешеләрҙең бер-береһенә туғанлығына нигеҙләнде. Милләтең, ниндәй телдә һөйләшеүең — мөһим түгел. Бөтәһе лә берҙәмлектә, дуҫлыҡта йәшәне.
Минең тыуған ерем — Башҡортостан. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, яҡташтарыма хужалыҡ мәсьәләләрендә, ғөмүмән, ҡулымдан килгәнсә ярҙамлашырға тырыштым. Башҡортостанда тыуып үҫеп, Татарстанда йәшәгән яҡташтарым үҙ-ара осрашып, төрлө сараларҙа ҡатнашып көн итә.
Һәр халыҡ үҙенең үткәнен ата-бабалары ҡалдырған мираҫҡа, документтарға таянып яҙа, ә туған тел, мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәттәр балаға әсә һөтө менән бирелә. Баштараҡ әйтеүемсә, ауылым тураһында китап әҙерләгәндә бик күп материалдар өйрәндем, тупланым, бәғзеләре ҡулланылмай ҡалды. Улар миңә башҡорт халҡының ни тиклем күп яҡлы, бай мәҙәниәтле, тәрән тамырлы, ҙур ырыуҙарҙы берләштергән көслө халыҡ икәнлеген асты», — тип белдерә Йәдкәр Әхәт улы.