+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Балыҡсы мәктәбе
30 Май 2019, 13:22

Һыла

Минең атайым ҡыҙыҡ кеше ул. Уны ололар, сәйер кеше, тип тә ебәрәләр. Беренсенән, атайым эсмәй ҙә, тартмай ҙа. Хәҙерге заманда был да сәйер күренәлер, күрәһең. Икенсенән, ул һунар менән балыҡ ярата.

Минең атайым ҡыҙыҡ кеше ул. Уны ололар, сәйер кеше, тип тә ебәрәләр. Беренсенән, атайым эсмәй ҙә, тартмай ҙа. Хәҙерге заманда был да сәйер күренәлер, күрәһең. Икенсенән, ул һунар менән балыҡ ярата. Быныһына инде күп кеше аптырай. Имеш, юҡ менән булыша. Ҡыҙыҡлығын атайымдың шунда күрәм: һәр нәмәгә, ваҡиғаға ҡарата уның үҙ фекере бар. Йөҙ кеше хилафыраҡ эшкә ризалыҡ биреп ултырған саҡта ла, атайым бер үҙе тураһын бәреп әйтә лә ҡуя. Шуға ла уны өнәп бөтмәүселәр

ҙә бар. Ундайҙарға иҫе китеп бармай атайҙың. Һәр кем үҙенсә, үҙ мөмкинлегенән сығып йәшәргә тейеш,

ҡыланырға, ҡалыплашырға, ярамһаҡланырға ярамай, ти ул.

Мин дә атай һымаҡ булырға тырышам. Балыҡҡа, мәҫәлән, гел бергә йөрөйбөҙ. 23 февраль көнө ҡыҙыҡ хәл булды. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә уңайлап, беҙҙе атайымдың бажаһы Өфөгә ҡунаҡҡа саҡырғайны. Ғәҙәттә, ҡунаҡ-фәләнгә йөрөргә яратмаһа ла, был юлы ул, нисектер, әсәйҙең һүҙен йыҡманы. Тик, бажа менән шамбыға сығырбыҙ, ҡармаҡтарымды һалып алам, тине. Төшөңә инмәһен шуларың, тип көлдө әсәй.

Шамбы төндә йөрөй. Шуға ла өс ир, ике бажа һәм мин, төндә Ағиҙелгә сығып ҡарарға булдыҡ. Атайым, тирә-яҡта дан алған ерәсе булараҡ, шамбыға ла ерә (жерлица) ултыртмаҡсы булды. Ә ерәгә емләргә ваҡ балыҡ кәрәк. Шуға йылғаға яҡтыла сығып, ваҡ балыҡ ҡармаҡларға булдыҡ.

– Ағиҙелдә балыҡ юҡ икән ул, – тине сыҙамһыҙ бажаһы, бер мәкенән икенсеһенә йүгерә торғас.

Атай, ғәҙәтенсә, күп һүҙ сығарманы: "Көнө бөгөн түгел, бажа" – тип ҡуйҙы.

Уйлап ҡараһаң, эләгергә тейеш. Ҡармаҡтарға бәләкәй ялтырауыҡтар (мормышка) бәйләнгән. Икебеҙгә лә атай үҙе әтмәләп бирҙе. Оҙонморон ҡарышлауыҡтың (мотыль) яҡшыһын һатып алдыҡ. Атай әйтмешләй, ғинуар менән февралдә балыҡ эләгә һалып бармай. Ә бына шамбы февралдә әүҙем була. Был мәлдә ул ыуылдырыҡ сәсеп бөтә һәм ныҡлап туҡлана башлай.

Күҙгә күренәме икән тиһәм, ысынлап та, сиртә! Ҡыуаныстан саҡ ҡысҡырып ебәрмәнем. Ҡалҡыуыс тағы дерелдәп ҡуйғас, тарта һалдым. Бер нәмә килә. Бәләкәй, әммә килә. Оп-па, сығарҙым бит тегене! Уны шырт балыҡ тиҙәр. Урыҫсаһы ерш була.

– Малайың да үҙеңә оҡшаған, сиртте бит танауға! Ну, ҡәйнеш, эләктерҙең балыҡтың еллеһен, – тип һалдыра еҙнәм. Атай ғына өндәшмәне, йылмайып ҡына ҡуйҙы. Шулай ҙа ҡәнәғәтлеге йөҙөнә сыҡҡайны.

Кискә табан шырт балыҡ яҡшы ғына эләгә башланы. Атай ҙа йәнләнеп китте, ауыҙ эсенән генә көй һуҙып ебәрҙе. Тимәк, уның кәйефе бар.

Ҡышҡы ерәләрҙе ҡуйырлыҡ утыҙлап балыҡ тотолдо. Эңер алдынан ерә ҡуя башланыҡ. Маңлай фонарҙәре кейеп алдыҡ. Еҙнәм боҙ бырауы менән мәке тишә, атайым уны боҙ менән ҡарҙан таҙартып, 10–15 метр һайын ерәләрҙе урынлаштыра бара. Мин иһә кәрәк-яраҡтар һалынған балыҡ санаһын һөйрәп йөрөтәм. Ерәнең өс йәпле ҡармағына балыҡ үлмәҫлек итеп эләктереп төшөрөлә.

– Шамбы төптә йөрөй, шуға шырт балыҡты ла һыу төбөнә еткәнсе төшөрөп һалырға кәрәк, – ти атайым. Шулай эшләнек тә. Барлығы егерме ерә ултыртҡас, йөҙ метр самаһы ситкәрәк китеп, туҡылдатҡысҡа (стукалка) шамбы ҡармаҡларға ултырҙыҡ. Ҡармаҡтар шырт ҡойроғо менән емләнде. Туҡылдатҡыс – ололарҙың сәтәкәй бармағындай булған ялтырауыҡ инде ул. Шуның менән һыу төбөн туҡылдатып ултырһаң, шамбы ошо тауышҡа килә, ти атайым.

Көн һыуыҡ ҡына. Кискеһен тағы ла семеткеләй башланы. Күпме генә туҡылдатһаҡ та, шамбы ҡапманы.

Ерәләрҙе тикшереп сыҡтыҡ. Унда ла – ноль.

Ерәләрҙе төнгөлөккә ҡалдырып ҡайтырға килештек, сөнки беҙҙе әсәй менән апай әҙерләгән табын көтә ине.

– Бажа, иртүк килербеҙ, кеше-фәлән теймәһен быларға, – тине атайым. Һәр нәмәгә еңелсәрәк ҡараған еҙнәм, төндә кем тейһен уларға, таң менән килеп ҡарарбыҙ, тине. Мин дә барам, тинем мин. Атай риза булды.

– Балыҡсы кешегә бүләк һайлауҙан да еңелерәк нәмә юҡ, – ти әсәйем. Ысынлап та, атайға ул тыуған көнөнә лә, 23 февралгә лә балыҡ кәрәк-яраҡтары алып бирә. Миңә улай булғаны юҡ ине әле. Был юлы әсәй миңә лә бүләккә спиннинг алып бирҙе. Ҡыуаныстың сиге булманы…

Һөйләшкәнсә, иртүк боҙ өҫтөндә инек. Егерме ерәнең бишәүһе күтәрелгән. Ҡыҙыл флажоктар, әллә ҡайҙан күренеп, йөрәкте дөпөлдәтә. Тәүге ике ҡарамаҡта бер нәмә лә булманы. Нимәнелер оҡшатмай, тип мығырлап ҡуйҙы атай. Өсөнсө ерәнән минең беләк буйы шамбы килеп сыҡты. Күңелдәр күтәрелеп китте. Ағиҙел шамбыһы эрерәк икән, беҙҙең яҡта ундайҙар һирәк. Дүртенсе ерәнең шырты ла юҡ ине.

– Шамбы, ғәҙәттә, йота ла ҡуя. Былайтҡаны юҡ ул, – тине атай.

Бишенсе ерәнең кәтүгенә уралған еп (леска) тулыһынса тағатылғайны. Бер нәмә эләккәне беленеп тора. Атай, һөйрәй башланы ла, ауыр килә был, тип ҡуйҙы. Бөтәбеҙ ҙә мәкенән мөғжизә көтәбеҙ. Килеп сыҡты ул ағарып – ике килограмм самаһы һылаааа! Вәт, исмаһам, балыҡ! Хатта атай аптыраны. Һыланы үҙ ғүмеремдә тәүгә тотоуым, ти.

– Аптыраттың һин, бажа. Бындай һыланы тәүгә тотоуым, имеш. Мин һинең турала кешеләргә, минең бажа тотмаған балыҡ юҡтыр ул, тип маҡтанам. Һин килештереп ебәрәһең, – тине еҙнәм.

– Ысын, бажа, тотҡаным юҡ. Хәйер, йәшерәк саҡта Ерекле һыуһаҡлағысында алабуға ҡармаҡлаған саҡта аңғармаҫтан ике бармаҡ буйлыҡ бер һыла килеп сыҡҡайны, – атайым балыҡты һыйпап ҡуйҙы.

Бер елле һылаға, бер атайға ҡарайым. Атайың балыҡсы булһа шәп икән ул. Юғиһә, һыланы бығаса һүрәттә генә күргәнем бар ине.
Читайте нас: