Минеңсә, иң матур, иң һимеҙ, иң ҡиммәтле ташбаш (пескарь) Ҡыҙыл йылғаһында йәшәйҙер ул. Ҡыҙыл Әбйәлил районы буйлап та аға. Бындағы ташбаштың иҫәбе-һаны юҡ. Кемдер әйтмешләй, ер ябып йөрөй. Ҡыш көнө айырыуса.
Әйткәндәй, беҙҙең яҡта уны ҡомоҡа тип атайҙар. Башҡа төбәктәрҙә был балыҡтың ҡомтөркөс, ҡомтой һәм башҡа төрлө атамалары осрай. Ғәҙәттә, ташбашты һатыуға ҡышын Ҡаҙмаш, Ырыҫҡужа, Тирмән ауылдары эргәһендә ҡармаҡлайҙар. Ҡармаҡ ябай ғына: бәләкәй ырғаҡлы ялтырауыҡ (мормышка), йәки сәтәкәй бармаҡ башы ҙурлығындай ҡалҡыуыслы ябай ҡармаҡ. Ташбаш суртанға ерә ҡуйыү өсөн иң яҡшы балыҡ. Шуға күрә лә уны Магнитогорск ҡалаһы суртансылары теләп һатып ала. Атайым әйтмешләй, күрһәләр, суҡынып китәләр. Күпләп тотоусылар күмәртәләп балыҡсылыҡ магазинына ҡуя. Бер ташбаштың күмәртә хаҡы – 7 һум.
Атай мине балыҡҡа гел үҙе менән йөрөтөргә тырыша. Уңайы тура килһә, әлбиттә. Бер көндө Ҡыҙылға алды.
Ырыҫҡужа эргәһендә боҙҙа ултырабыҙ. Ниәтебеҙ: ерәгә ҡуйғандай ташбаш тотоу. Мәкеләр уйылған, ҡармаҡтар ҡыҙыл серәкәй ҡорто (мотыль) менән емләнгән. Йүнләп эләкмәй бит әй. Һиҙәм: ҡайһы бер балыҡсылар уфтаныша башланы. Берәү тал ҡыуал менән мәке аша төптәге ҡомдо болғандырып маташты. Ошолай эшләһәң, шул урынға ташбаш йыйыла, тип аңлатты. Әҙерәк йыйылды шулай ҙа – бер нисәүҙе һөйрәп сығарҙы. Тик был ғына әҙ ине. Көн һайын 200-300 ташбаш тотоп, урыҫтарға боҙ өҫтөнән берәүһен 3 һумдан һатып өйрәнгән урындағы балыҡсылар өсөн был оло бер бәләгә тиңләрлек күренеш ине.
– Эте-бете килеп тотҡас, балыҡ булмай инде, – тип иламһыраны береһе.
Икенсеһе, олорағы, элек Ҡыҙылдың мул һыулы, шығырым балыҡлы булыуын иҫләп алды.
Һөйләүҙәренсә, Ҡыҙылда суртан, шамбы, алабуға, ажау, сабаҡ, күкәс, ташбаш кеүек балыҡтар бар, һирәкләп бағры ла осрай. Ғөмүмән, әле лә Ҡыҙылда балыҡ юҡ түгел.
Атай көрһөндө. Ул берәй ниәт ҡылыр алдынан гел шулайта. Ысынлап та, боҙ бырауын барып алды ла, ситкәрәк китеп, мәке тишә башланы. Һиҙәм: атай тиккә йөрөмәй. Ысынлап та, бер аҙҙан ул бер-бер артлы ташбаш һөйрәй башланы. Ҡалғандарға эләкмәй, уға эләгә. Яҡынлашып ултырып та ҡаранылар. Юҡ. Ә атайым һыҙыра ғына. Хатта урындағы “бизнесмен”дарҙың танауына сирткән атайыма ҡарап, һоҡланып ҡуйҙым.
Тиҙ арала йөҙләп ташбаш тотҡас, ҡайтырға юлландыҡ. Атайҙан уңыш серен төпсөнәм. Ул кеҫәһенән аҡ төҫтәге йомарлам сығарып күрһәтте. Баҡтиһәң, ташбаш ҡышҡыһын бәләкәй таш киҫәгенә ҡуша йомарлап туңдырылған ҡамырға килә икән. Таш иһә ағында ҡамырҙы ағыҙып алып китмәһен өсөн. Бына һиңә атай, бына, исмаһам, балыҡсы! Тәжрибәне шундуҡ һеңдереп ҡуйҙым. Атанан күргән, уҡ юнған, тиҙәр бит.