-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Балыҡсы мәктәбе
9 Июль 2019, 18:23

Ғибрәт

Ҡайҙа нисектер, әммәбеҙҙең яҡта был балыҡты шулай атап йөрөтәләр. Дөрөҫөрәге, атайым шулай ти,ҡалған балыҡсылар иһә, гибрид, тип әйтә.

Нисек инде, тип уйланам мин, бөтә балыҡтарҙың матур исеме бар, ә быныҡы ғибрәт, имеш. Туҡта, мәйтәм, был балыҡҡа матур исемен кире ҡайтарырға кәрәк. Яңылыш ҡушамат менән атап йөрөмәһендәр. Ҡушаматты кем яратһын инде? Бына, мәҫәлән, беҙҙең ауылда Хәсән ҡартҡа кәпәс тип әйтеп ҡара. Яҙлы-ҡышлы башынан таушалып, ҡояшҡа уңып бөткән кәпәсен һалмайынса кейеп йөрөгәне өсөн, тапҡыр итеп ошо ҡушаматты таҡһалар ҙа, яңылыш ысҡындырып ебәрһәләр, ныҡ асыулана. Балыҡтың үҙен яҡлап һүҙ әйтерлек теле лә юҡ шул, исмаһам...
-Атай, - тинем бер көндө, ошо уйҙарҙан арына алмайынса, - ниңә был балыҡты, ғибрәт, тип атап йөрөтәләр ул?
-Уны, гибрид, тиҙәр. Мин генә, башҡортлаштырып, ғибрәт, тип атайым. Һаҙан менән табан балыҡтарының ҡушылыуынан килеп сыҡҡан, тиҙәр. Шунлыҡтан, гибрид, тиҙәрҙер инде.
-Нисек инде улай? Балыҡ менән балыҡ ҡушыла буламы ни? Ә, мәҫәлән, суртан менән сабаҡ йәки ташбаш менән шамбы ҡушылһа, сураҡ менән ташбы килеп сығыр инеме? - тием, бер ҙә бирешергә теләмәйенсә.
Ошо урында атайымдың һүҙе бөтә. Ни бары һуҙыңҡырап, һммм, тип ҡуя.
Атайҙың китап кәштәһендә ниндәй генә китап юҡ. Бәләкәйҙән уҡырға яратҡан. Төнөн олатаң утты һүндерһә, атайың юрған аҫтында фонарь яндырып китап уҡый торғайны, тип көлә өләсәй. Балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ буйынса әҙәбиәт айырым кәштәлә тора. Шулар араһында иң яратҡаным Леонид Сабанеевтың "Көмөш көҙгөләр" тигән китабы. Ул тулыһынса балыҡсылыҡҡа арналған бик боронғо хеҙмәт. Хәҙерге китаптар, ниңәлер, өлөшләтә булһа ла, ошонан урланған кеүек тойола миңә. Ҡайһы саҡта һүҙмә-һүҙ тура килә.
Бер мәл, ныҡышып, ғибрәттең ысын исемен эҙләй башланым. Һәм Сабанеевтың китабынан таптым мин уны! Баҡтиһәң, атайҙың ғибрәте аҡ табан икән. Табандың һарыһы һәм ағы була, тиелгән. Атай һүҙендә лә дөрөҫлөк бар. Ҡайһы саҡта аҡ табан, ысындан да, һаҙан менән ҡушыла. Мәҫәлән, берәй һаҙанлы күлгә бер генә аҡ табан килеп эләкһә лә, йылдар үтеү менән, уларҙың һаны ишәйә икән. Нисекме? Сөнки аҡ табан ыуылдырығын-һаҙан, һаҙандыҡын аҡ табан аталандырһа ла, барыбер аҡ табан селбәрәләре тыуа. Хикмәт бит был! Аллаһы Тәғәлә был балыҡҡа ниндәй йәшәү мөмкинлеге биргән! Шуға ла аҡ табан, һары табандан айырмалы, бөтә һыуҙа тиерлек осрай, әммә күлдәрҙә йышыраҡ күренә. Хатта бер боронғо башҡорт йырында ла аҡ табан тураһында телгә алына. Тимәк, ул электән билдәле. Юҡһа, ғибрәт, имеш.
Аҡ табан боҙ иреп, һыуҙар йылына башлау менән ҡаба башлай. Атай менән уны ҡәҙимге ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа тотабыҙ. Емгә селәүсен йәки ҡамыр ҡулланабыҙ. Спиннингыға беркетелгән тәрәнлек ҡармағына ла аулайҙар уны. Был осраҡта алыҫҡараҡ ырғытыу мөмкинлеге бар. Кемгә нисек инде. Беҙгә тәүге ысул оҡшай. Эре аҡ табан, һаҙан кеүек, ҡалҡыуысты күтәреп, һыу өҫтөнә һалған саҡта йөрәк елкенеп китә. Ыуағырағы иһә емде шундуҡ алып китә башлай. Ул саҡта ҡалҡыуыс акула ҡанаты кеүек һыу өҫтөн йырып үтә. Ҡыҫҡаһы, үтә лә ҡыҙыҡ инде. Аҡ табанды Баймаҡ районының Граф, Сереккүл күлдәрендә, Таналыҡ, Һаҡмар йылғаларында, Әбйәлил районының Бөрсөнсө күлендә ҡармаҡлағаныбыҙ бар. Бүтән күл-йылғаларҙа ла күп ул. Бик үрсеүсән, талымһыҙ балыҡ. Был йәһәттән һуңғы арала күбәйә барған ротандан ғына ҡалышыр, моғайын. Аҡ табан ҡышын да эләгә. Граф күлендә ҡыҙыл ҡортҡа (мотыль) уны боҙ торғандан алып ғинуарғаса тоталар. Үҙем дә унда булғаным бар. Бына шундай ғибрәтле балыҡ ул аҡ табан!
Солтан Шәрипов.
Читайте нас: