+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Балыҡсы мәктәбе
20 Июль 2019, 20:55

«Инвестсәғәт»тә Ҡарман балыҡ хужалығына бағыр үрсетеүгә ярҙам итәсәктәр

Краснокама районының Николо–Березовка ауылында Ҡарман балыҡ хужалығы бағыр балығы үрсетә.

Генераль директор урынбаҫары Нина Вдовина республика етәксеһе Радий Хәбировҡа ваҡ бағыр үрсетеү өсөн биомодулдәрҙе күрһәтте һәм бына алты йыл дауамында эре балыҡтар өсөн ике ҙур ҡоролманы төҙөй алмайбыҙ тине. Хужалыҡ йылына 200 тоннаға тиклем бындай ҡиммәтле һәм ҙур һорау менән файҙаланған балыҡ төрөн үрсетә ала.
Радий Хәбиров Краснокама районы башлығы Рөстәм Мусинға предприятие етәкселеге һәм БР ауыл хужалығы министрлығы менән бергә хужалыҡҡа ярҙам итергә субсидиялар бүлеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Төбәк башлығы фермерҙарҙы алдағы «Инвестсәғәт»кә саҡырҙы.
Ҡарман балыҡ хужалығы 1983 йылда Ҡарман ГРЭС төҙөгәндән һуң компенсация объекты итеп ойошторолған. Тәүҙә унда 1991 йылға тиклем тауар карп балығы үрсетелгән. Унан һуң бағыр, мәрсен, канал йәйене, тебяпия, аҡ амур, суртан кеүек балыҡтарҙы үҫтерә башлағандар. Әлеге ваҡытта бында йылына 1000 тоннаға тиклем карп, 150 тонна мәрсен, 150 тонна бағыр, 40 тонна канал йәйене үҫтерелә. Бер юлы сертификатлы производствола мәрсен ыуылдырығы алыу һәм тоҙлау мөмкинлеге бар. Етештерелгән балыҡ продукцияһы селтәрле супермаркеттарға оҙатыла. Шулай уҡ йәш һәм тауар балыҡтары артабан үрсетеүҙә ҡулланыла.
Читайте нас: