+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Балыҡсы мәктәбе
1 Август 2019, 17:06

Талҡаҫ күлендә

Талҡаҫ - Башҡортостандыңданлыҡлы күлдәренең береһе. Балыҡҡа ла бай ул. Тик, атайым әйтмешләй, Талҡаҫтыңкиреләнә торған яғы ла бар.

Миҫал өсөн, бүтән ерҙә аяҙ булһа ла, бында көслө ел сыға, хатта дауыл ҡуба, ҡышын күҙ асҡыһыҙ буран ҡотора. Балыҡ тотоу менән дә шул уҡ хәл. Бер көн уңаһың, ике көн туңаһың тигәндәй, бер көн яҡшы тотоп ҡайтһаң, икенсе килгәндә бөтөнләй ҡапмауы бар.
Атайымдың Талҡаҫта ошо балыҡтарҙы тотҡаны бар: аҡбалыҡ (сиг), суртан, алабуға, ҡыҙылгүҙ сабаҡ, ҡарабалыҡ. Бәлки бүтәндәре лә барҙыр, тотоп ҡарамағас, әйтә алмайым, ти ул. Талҡаҫ ни тиклем кире булмаһын, атайым һымаҡ ысын балыҡ ене ҡағылғандар унан барыбер өлөшһөҙ ҡайтмай. Йәйҙең бер йәмле көнөндә лә шулай булды.
Әсәй, туғандар күмәкләшеп, атайҙың тыуған көнөнә резина кәмә алып биргәйнеләр. Атай ул кәмә менән, өләсәйем әйтмешләй, ҡуян бала тапҡан, ҡуйыр урын тапмаған кеүек ҡыланды. Һуңғы сиктә өйҙөң бер мөйөшөнә тултырып элеп ҡуйҙы уны. Шулай һаҡларға ҡушҡандар. Кәмә ошо килеш ҡышлап сыҡты, уның янына балаларға, шул иҫәптән миңә лә, яҡынларға рөхсәт булманы. Эх, ҡасан йәй етә инде, тип хыяллана инем ул саҡта. Ныҡ итеп кәмәлә йөҙгөм килгәйне.
Ул көндө Талҡаҫҡа иртүк килдек. Балыҡ эҫене яратмай, ти атайым. Кәмәгә тын тултырып, ҡармаҡтарҙы, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы унда тейәгәс, йөҙөп киттек. Күл өҫтөндә һиллек. Ара-тирә балыҡ ҡарпығаны тойолоп ҡала. Ишкәк менән идара итеүсе атайым кәмәне күл уртаһындағы утрау тәңгәленә йүнәлтте. Ошо тирәлә сабаҡ ҡармаҡларбыҙ, тине. Әйтеүенсә, былтыр ошо мәлдәрәк утрау янында Йәнбулат ағайым менән сабаҡты һыҙырғандар ғына. Сабаҡ тигәне шул ҡыҙылгүҙ инде. Талҡаҫта туп-тулы улар.
Ҡармаҡтарҙы һимеҙ селәүсен менән емләп, сабаҡ ҡармаҡларға ултырҙыҡ. Эргәлә генә суртан балыҡ ҡыуа башланы. Ҡарпыһа, хатта һырты күренеп китә. Эх, йылтырманы алынмаған, тип үкенеп ҡуйҙы атайым, суртанға ҡыҙығып.
Ултырабыҙ һаман. Иртүк бимазалаған серәкәйҙәр ҙә юғалышып бөттө. Ҡояш та байтаҡ күтәрелде. Ә сабаҡ һаман юҡ. Ҡармаҡты кистән тотоп әҙерләгән сиңерткә менән емләү ҙә файҙа бирмәне. Ғәҙәттә, селәүгә алабуға инәлтмәй ҡаба. Исмаһам, уныһы ла юҡ. Бер нисә тапҡыр урын алмаштырып ҡарау ҙа файҙа бирмәне. Талҡаҫ холҡон күрһәтә ине.
-Ҡуй, улым, яйлап йыйынайыҡ, - тине атай, ниһайәт, - уңмаған юлды ҡыуып булмаҫ...
Яр буйындағы һай урынды күмәк балыҡ селбәрәләре һырып алғайны. Үҙҙәре сәтәкәйҙең яртыһындай булыр. Ҡурҡа һалып та бармайҙар. Атайым ишкәк менән һыуҙы ярға табан һирпеп ебәреүе булды, бер-нисәүһе ярға сығып та ятты. Мин тиҙ генә уларҙы сүпләп алдым-унлап бар. Ҡапыл атайым кәмә менән кире тәрәнгә йөҙөп китте, үҙе менән селбәрәләрҙе лә алды. Мин ярҙа тороп ҡалдым. Нимә эшләргә уйлай икән? Бер аҙҙан атай елле генә алабуға һөйрәп сығарҙы. Артабан икенсеһен, өсөнсөһөн, дүртенсеһен... Бына бит ғиллә ниҙә булған! Селәүгә һуҡмаған алабуға селбәрәгә ҡаба. Нисегерәк ҡаба бит әле! Етерлек селбәрә тотоп, аталы-уллы икәү ул көндө алабуға менән биҙрәне тултырҙыҡ. Ҡайтҡас, әсәйҙең һыйыр һауған биҙрәһенә һалып тороп үлсәнем. Бының өсөн әсәйҙән эләгеп тә алды. Бынауындай балыҡ булғанда уныһы бүстәк инде ул. Ай-һай, Талҡаҫ, оҫта балыҡсыға һин дә киреләнмәйһең, киреһенсә, бик йомарт һың икән!
Читайте нас: