+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Балыҡсы мәктәбе
4 Сентябрь 2019, 19:23

Шамбы

Шамбы йылы һыу яратмай. Шунлыҡтан көҙлө-ҡышлы ҡармаҡҡа яҡшы эләккән был балыҡ, йәй етеү менән, бөтөнләй ҡапмай башлай. Был мәлдә ул һалҡыныраҡ ерҙәргә йәшенеп бөтә. Шәхсән үҙемдең шамбыны май байрамына тиклем ҡармаҡлағанымбулды.

Август етеү менән, шамбы төндәрен ауға сыға башлай. Беҙҙең яҡтарҙа шамбыны августың тәүге ҡырауы төшкәндән һуң ҡармаҡлай башларға була, ти атайым. Ул гел шулай теге йәки был балыҡтың йәшәйешен тәбиғәт күренештәре менән

бәйләй. Атайым әйтеүенсә, ҡышҡы селләлә – шамбы, алағар мәлендә – суртан, муйыл сәскә атҡанда – сабаҡ, селек сәскәләнһә – һары табан, тирәк мамығын осора башлаһа, һаҙан менән аҡ табан ыуылдырыҡ сәсә. Китаптарҙа төрлөсә яҙылыуы мөмкин, ә бына тәбиғәтте алдап булмай, ти ул.

Августың тәүге ҡырауы беҙҙә, ғәҙәттә, егер- меләренән һуң төшә. Был мәлде түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Ни тиһәң дә, атай менән төндә Һаҡмар шамбыһына сығабыҙ бит. Усаҡ яҡтыһында шамбы ҡармаҡлауы үҙе бер ғүмер! Ғүмер тигәндәй, атайым йыш ҡына, балыҡта үткән ғүмер иҫәпкә алынмай, сөнки был мәлдә ваҡыт туҡтап ҡала, тип ҡабатларға ярата. Шаярталыр, моғайын. Ул шундайыраҡ сәйер хәбәрҙәрҙе етди итеп һөйләргә әүәҫ.

Шамбы ҡурҡмаҫ бер балыҡ бит ул. Уға ашарға ғына булһын. Шуға уны ҡармаҡлауы еңел. Ғәҙәттә, беҙ шамбыны Һаҡмар башындараҡ ҡармаҡлайбыҙ. Бында йылға тар булғас, ебе биш-алты метрҙан да артмаған тәрәнлек ҡармағы етә. Емгә селәүсен, йәки сәтәкәй башындай итеп туралған балыҡ ҡуябыҙ.

Һаҡмарҙа шамбы күп булһа ла, йылғаның баш яғында ул әллә ни эре түгел. Элегерәк ошо тирәлә май заводы эшләгән. Унан аҡҡан һөт ҡалдыҡтарын ашаған шамбылар бик эре булған. Май заводы туҡтағас, эре шамбы ла бөткән. Быныһы ла – атайымдың хәбәре.

Быйыл да августа шамбыға сығырға теләк ҙур. Төндә балыҡ ҡармаҡлауы айырыуса ҡыҙыҡ бит ул.
Читайте нас: