-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Балыҡсы мәктәбе
13 Февраль 2022, 12:10

Балыҡ ашы тәме

Дегәнәк япрағына төрөп бешерелгән балыҡ тураһында яҙа башлағас, беҙ ат ҡолағы тип йөрөткән шул үләнде япондарҙың һәм тағы ла бер нисә халыҡтың махсус сәсеп үҫтереүҙәре лә иҫкә төштө. Уның тамырын да киптереп, он итеп тартып, икмәк бешереүҙә ҡулланалар икән. Тамыры картуфты ла алмаштыра, имеш. Кәтлит тә тәмле килеп сыға, тиҙәр.

Балыҡ ашы тәме
Балыҡ ашы тәме

Йәйге каникулдарҙы көтөп алһаҡ та, бесән осорон бик яратып бөтмәй торғайныҡ бала саҡта. Инде уҡыуҙар тамамланып, өләсәйҙәргә барам тиһәң, бесән мәле етә лә ҡуя. Сабыу түгел, салғы ла тота белмәйбеҙ инде, шулай ҙа иптәшкә тип булһа ла эйәртерҙәр ине. Ҡул араһына инеп, эш төшә башлағас, бигерәк тә йыбандырып китә торғайны. Ә хәҙер иһә, йылдар үтә килеп, үҙебеҙ атай-әсәйҙең шул саҡтағы йәшенә етә башлағас, унан бигерәк, элеккесә бесән сабыуҙан техникаға күсеп, эш кәмегәндәй булғас, һағындырған һымаҡ та булып китә.

Ҡәртәсәйем менән атайым бесәнгә иртүк – мал ҡыуғас та китә. Әсәйем беҙҙе уятып, картуфын, икмәген, һөт-ҡаймағын йөкмәтеп, сәғәт туғыҙ-ундарҙа ебәрә. Үҙе ҡустыбыҙ менән өйҙә донъя көтөп ҡала. Апайым менән кеҫә тултырып һалынған сей алманы шатырлатып ашай-ашай таныш һуҡмаҡ буйлап бесәнлеккә юлланабыҙ. Көн дә йөрөгәс, өйрәнелгән, аҙашмайбыҙ, хатта баҫыу аша үткән тура юлды ла беләбеҙ. Һаҡмар буйына туҡтап, әсәй ҡушыуынса, картуфты ҡырып таҙалап, шыптырға һыу ҡойоп һалып алабыҙ. Арыраҡ, шишмәгә туҡтап, сәйгә лә һыу алабыҙ. Элек бынауындай пластик шешәләр булмағас, һыу өсөн бөтөн шыптыр йөрөттөк.

Апай менән бер тигеҙ генә атлап салғы тауышы сыҡҡан яланға төшәбеҙ. Атай ҙа беҙҙе күреп туҡтай. Был асыҡ ялан кисә генә сабылмаған ине, иртүктән килгәс, осона ла сыҡҡан. Оҙаҡ туҡтап тормай: “Анауында дәззәйегеҙ йөрөй, бар, сәй ҡуйығыҙ”, – тип беҙҙе сәй эсә торған ҡарт ҡайын эргәһенә ебәрә. Ҡәртәсәй сытырыҡ йыйып, ут та ҡабыҙып ебәргән. Ҡап-ҡара булып һөрөмләнгән урман сәйнүгенә услап мәтрүшкәһен, бөтнөгөн, еләк япраҡтарын ырғыта, ярты устай ғына итеп ҡара сәйен һала. Сәйгә ҡытлығыраҡ заман булғандыр, күрәһең. Самалап ҡына тотондо ул.

Сәй ҡайнап сығыуға атай ҙа килеп етә. Муйыл сыбығына биш-алты балыҡ та эләктергән.

Ҡай арала өлгөргән, тиерһең. Әле генә бесән сабып йөрөгән атай шул арала йылға буйына төшөп, балыҡ та ҡаптырған. Ҡулдан ғына эшләп алған ҡармағы бесән осоро бөткәнсе ошонда йөрөй. Шул йылға буйында ғына йәшереп ҡалдыра ул. Хәйер, йәшереп тормаһа ла, тейеүсе юҡ. Кеше беҙҙә итәғәтле.

Ошолай бесән сапҡан арала ла беҙ ашарға әҙерләгәнсе Һаҡмарға төшөп китә лә, биш-алты бөртөк булһа ла, балыҡ алып килә. Үҙе шундуҡ таҙалап, саҡ ҡына тоҙлап, дегәнәк япрағына төрөп һүрелә башлаған усаҡтың көлөнә күмә. Беҙ ул-был иткәнсе, тәмле еҫ таратып, балыҡ бешеп тә сыға. Дегәнәк япрағының әскелт тәме һеңеп тороп бешкән балыҡ менән һыйланабыҙ.

Дегәнәк япрағына төрөп бешерелгән балыҡ тураһында яҙа башлағас, беҙ ат ҡолағы тип йөрөткән шул үләнде япондарҙың һәм тағы ла бер нисә халыҡтың махсус сәсеп үҫтереүҙәре лә иҫкә төштө. Уның тамырын да киптереп, он итеп тартып, икмәк бешереүҙә ҡулланалар икән. Тамыры картуфты ла алмаштыра, имеш. Кәтлит тә тәмле килеп сыға, тиҙәр. Хәйер, тәмлеме-юҡмы, әммә шул тамыраҙыҡ менән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында аслыҡтан ҡотолғандар. Шакир Янбаевтың “Дегәнәк” хикәйәһен уҡығанһығыҙҙыр, моғайын.

Заманы башҡа хәҙер. Был тәғәмдәр замана балаһына деликатес, экзотика булып китте, буғай. Ә һаулыҡҡа ул, ысынлап та, файҙалы ғына икән. Белмәй ашамағандыр инде ата-бабаларыбыҙ.

Атайым бала саҡтан балыҡ тоторға ярата. Ҡәртәсәй һөйләй торғайны. Ул тотмаған балыҡтың үҙе юҡтыр ул. Ваҡ ҡына йылға балыҡтарынан алып, суртан, шамбы, йәйен кеүектәрен дә ҡаптырғаны бар.

Атайым балыҡ һурпаһын да тәмле бешерә. Өйҙә аш-һыу тирәһендә бөтөрөлөп йөрөмәһә лә, бесән мәлендә беҙҙең тамаҡты ҡайғыртты. Беҙ ҡул араһына инеп, бешеренеү-төшөрөнөүгә оҫтарғансы, бесәндә атай бешергән ризыҡтар менән һыйландыҡ.

Картуфты бик ваҡ итмәй генә турарға ҡуша торғайны атай балыҡ һурпаһына тигәнен. Юғиһә, картуфы иҙелеп, һурпаһы буръяҡлана, ҡуйыра. Ә былай эре-торо итеп тураһаң, һурпа ла үтә күренмәле, йәйге эҫе мәлдә асығыуҙы ла, һыуһынды ла баҫа торған була ла ҡуя. Хәҙергесә кишер-мишер һалып тормаҫ инек. Булһа - йәшел һуған, булмаһа бындайын тураҡлап ҡына кәстрүлгә ырғыта ла, бер ҡалаҡ самаһы иреп ултырған майҙы һалып, ҡыҙартып ала. Шунан картуфын, балығын һалып, һыу ҡойоп бырҡылдатмай ғына бешерә. Тиҙ бешә ул. Балыҡтың күҙе ағарһа, тимәк, беште тигән һүҙ. Ә йәш картуф былай ҙа эҫе һыуға төшөү менән йомшара һала. Бик тәмле килеп сыға был һурпа. Балыҡ та артыҡ иҙелмәгәс, ҡылсығы һурпаға төшмәй. Ипләп кенә айырып алып итен дә ашайбыҙ.

Балыҡты ҡырҙа ҡурыу ҙа бик тәмле була. Ул да – атай ашы. Ҡуҙланып ятҡан күмергә йоҡа ғына ялпаҡ ташты йыуып ырғыта ла, таҙаланған балыҡты шунда һалып, әлеге лә баяғы иреп ултырған һары майҙы балыҡҡа һөртөп, ике яҡлап ҡурып ала. Ул да тиҙ бешә. Бер аҙ төтөн тәме лә килеп тора унан.

Ҡырҙа бешкән аштың ниндәйе лә тәмле инде. Шулай ҙа иң хәтерҙә ҡалғаны бына ошо балыҡ аштары.

Айгөл Айытҡолова.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: