+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Балыҡсы мәктәбе
10 Март 2023, 11:14

Боронғо балыҡ тотоу ҡоралы - мурҙаны әҙерләү ысулын күрһәтте

"Үреү өсөн сыбыҡтарҙы ҡар аҫтында тоторға кәрәк", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Туймазы районынан балыҡ ҡармаҡлау оҫтаһы.  

Боронғо балыҡ тотоу ҡоралы - мырҙаны әҙерләү ысулын күрһәтте

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матди булмаған мәҙәни мираҫы менән эшләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Туймазы районына этнографик экспедиция менән барҙы.

Ҡандракүл ауылы кешеһе Раян Талбәтдин улы Баһаутдинов балыҡ тотоу ҡоралдарын етештереү оҫтаһы.  Боронғо балыҡ тотоу ҡоралы - мурҙаны әҙерләү ысулын күрһәтте. Уны эшләүҙә, ғәҙәттә, ҡыҙыл тал сыбыҡтарын ҡулланалар. Тәүҙә уларҙы һығылмалығын биреү өсөн эҫе һыуҙа тоталар.

Оҫта төрлө балыҡты тота торған ауҙар яһай. Шулай уҡ ул "чижым" үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Раян Талбәтдин улының шәхси музейы ла бар. Унда 30 йыл элек атаһынан ҡалған ҡармаҡ һаҡлана. Ҡармаҡтың бауы ат ҡылынан яһалған.

Матди булмаған мәҙәни мираҫ менән эшләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре бындай эштәрҙе йыл дауамында алып барасаҡ.

Боронғо балыҡ тотоу ҡоралы - мырҙаны әҙерләү ысулын күрһәтте
Боронғо балыҡ тотоу ҡоралы - мырҙаны әҙерләү ысулын күрһәтте
Боронғо балыҡ тотоу ҡоралы - мырҙаны әҙерләү ысулын күрһәтте
Боронғо балыҡ тотоу ҡоралы - мырҙаны әҙерләү ысулын күрһәтте
Боронғо балыҡ тотоу ҡоралы - мырҙаны әҙерләү ысулын күрһәтте
Боронғо балыҡ тотоу ҡоралы - мырҙаны әҙерләү ысулын күрһәтте
Боронғо балыҡ тотоу ҡоралы - мырҙаны әҙерләү ысулын күрһәтте
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: