+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Балыҡсы мәктәбе
10 Март 2023, 13:39

Республикала балыҡ тотоуҙың яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә индерелде

Яҙ көнө балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән осорҙа, 25 апрелдән 5 июнгә тиклем, балыҡсылыҡ тыйылған.

Республикала балыҡ тотоуҙың яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә индерелде
Республикала балыҡ тотоуҙың яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә индерелде

1 мартта Волга-Каспий балыҡсылыҡ хужалығы бассейны өсөн Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының 2022 йылдың 13 октябрендәге 695-се бойороғо менән раҫланған балыҡ тотоуҙың яңы ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инде. Тыйыуҙар Башҡортостан биләмәһендә 2029 йылдың 1 мартына тиклем ғәмәлдә була.

Ҡағиҙәләрҙең элекке редакцияһындағы кеүек үк, балыҡ тоторға яратыусылар өсөн сикләүҙәр бар. Мәҫәлән, эхолот ҡулланыу тыйыла, ошо ҡоролма менән һыу ятҡылығына 500 метрҙан яҡыныраҡ килгән өсөн штраф ҡаралған. Һәүәҫкәр балыҡсыларға ау менән файҙаланыу тыйыла. Тәүлегенә 5 килограмдан ашыуыраҡ балыҡ тоторға ярамай.

Башҡортостан биләмәһендә һәүәҫкәр балыҡсылыҡ өсөн тыйылған урындар билдәләнде. Атап әйткәндә, Ағиҙел йылғаһында ике участка: Илеш районының Йондоҙ һыу алыу ҡоролмаһынан алып Әңгәсәк ауылының административ сигенә (Дүртөйлө районы) тиклем һәм Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылы сигенән Бачурин ауылының административ сигенә тиклемге участкала.

Яҙ көнө балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән осорҙа, 25 апрелдән 5 июнгә тиклем, балыҡсылыҡ тыйылған. Был ваҡытта ярҙан тороп бер ҡалҡыуыслы йәки батырғыслы ҡармаҡ һалырға ғына рөхсәт ителә. Бынан тыш, 1 октябрҙән 1 майға тиклем ҡышлау соҡорҙарында балыҡ тотоу тыйыла (уларҙың исемлеге ҡағиҙәләргә ҡушымтала күрһәтелгән).

Республика биләмәһендә балыҡсылыҡ хужалығы әһәмиәтендәге һыу ятҡылыҡтарында бағыр, ҡыҙыл балыҡ, бәрҙе, уҡбалыҡ, ә Яҡтыкүлдә алабалыҡ тотоу тыйылған. Ҡыҙыл китапҡа индерелгән балыҡтарҙы тоторға ярамай, ҡармаҡҡа эләкһә, кире һыуға ебәрергә кәрәк. Һөмбаштар һәм бикреләр ғаиләһенә ҡараған балыҡтарҙы махсус рәүештә үрсетелгән шәхси быуаларҙа тоторға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-10/seti-pod-zapretom-v-bashkirii-nachali-deystvovat-novye-pravila-rybolovstva-3171762

Автор:Роман Якимчук
Әмир Мөхәмәтйәновтың фотоһы. Бөрйән районы, Байназар ауылы
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: