+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Балыҡсы мәктәбе
2 Сентябрь 2023, 10:30

Йылан балығы (вьюн)

Йыланға оҡшап торған бик үҙенсәлекле һәм һирәк осрай торған балыҡ. Башҡортостанда уның ҡайһы бер төрҙәре осрай.

Йылан балығы (вьюн)
Йылан балығы (вьюн)

Ҡиәфәте. Йыланға оҡшап торған бик үҙенсәлекле һәм һирәк осрай торған балыҡ. Башҡортостанда уның ҡайһы бер төрҙәре осрай. Йылан балығының исеме есеменә тап килә тиергә лә мөмкин. Йылан кеүек шыумалаҡ, борғоланып торған тәне арҡаһында бик имәнес һәм ҡурҡыныс булып күренә. Әммә был тик тәү ҡарашҡа ғына шулай тойола. Ысынында уның кешегә бер ниндәй ҙә зыяны юҡ.

         Йылан балығы ҡарағусҡыл-һорғолт тәнле, буй-буй ҡара һыҙыҡтар менән ҡапланған. Башы бәләкәй, ауыҙы тирәләй 10 мыйығы бар. Ваҡ тәңкәле. Оҙонлоғо ғәҙәттә 30 сантиметрҙан да ашмай.

Йәшәү рәүеше. Йылан балығы бик әрһеҙ балыҡ. Ул айғолаҡтары менән дә, тиреһе аша ла, эске һауа ҡыуығы ярҙамында ла тын ала. Шуға күрә башҡа балыҡтар йәшәй алмаған һыуҙа ла, батҡаҡ-бысраҡ араһында ла йәшәүе ихтимал. Һыуҙа һауа етмәгән осраҡта, ул башын һыуҙан сығарып ауыҙына һыу уртлай һәм эсәктәре аша сығара. Шул саҡта үҙенсәлекле итеп сыйылдаған тауыш бирә.

Йылан балығының ҡайһы бер төрҙәре (Африкала) һыу ятҡылығы бөтөнләй ҡороған осраҡта, батҡаҡҡа күмелә һәм ямғыр яуыуын көтөп йоҡоға тала. Һыу күбәйгәс, уянып, кире әүҙем тормош башлай. Ямғыр ваҡытында ерҙән шыуышып йөрөү һәләтенә эйә.

Был төргә ҡараған балыҡтар һыуҙағы ваҡ микроорганизмдар, ҡусҡарҙар, ҡорттар менән туҡлана. Күберәк осраҡта көтөүҙәргә йыйылып һыу төбөндә йәшәй.

Балыҡсы ҡомары. Йылан балыҡтары балыҡсылар өсөн табыш булып тормай. Улар күберәк, суртан һәм башҡа йыртҡыс балыҡтарға ем булып хеҙмәт итә. Әлбиттә ҡайһы бер экзотика ашарға яратҡан халыҡтарға, теләһә ниндәй бөжәктәр, йыландар араһында , был балыҡ бик мөләйем һәм татлы ризыҡ та булып күренәлер.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: