+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Балыҡсы мәктәбе
3 Сентябрь 2023, 10:25

Сеүәй, себәй (усатый голец)

Башлыса Башҡортостандың бәләкәй йылғаларында йәшәгән ваҡ балыҡ. Тышҡы ҡиәфәте бер аҙ йылан балығына оҡшаш, әммә ул икенсе төр балыҡтарға ҡарай.

Сеүәй, себәй (усатый голец)
Сеүәй, себәй (усатый голец)

Ҡиәфәте. Башлыса Башҡортостандың бәләкәй йылғаларында йәшәгән ваҡ балыҡ. Тышҡы ҡиәфәте бер аҙ йылан балығына оҡшаш, әммә ул икенсе төр балыҡтарға ҡарай. 18 сантиметр оҙонлоҡҡа, 25 грамм ауырлыҡҡа етеүе ихтимал. Тәне лайлалы ҡабырғаларында ғына ваҡ тәңкәләре бар. Ҡара-һорғолт, асыҡ һоро төҫтәрҙә була. Ауыҙ ситендә 6 мыйығы бар.

 

Йәшәү рәүеше. Сеүәй балыҡ күп осраҡта шәп аҡҡан, таҙа һыулы ваҡ йылғаларҙы, шишмәләрҙе үҙ итә. Шулай ҙа ҙур йылғаларға, быуаларға ла төшөүе мөмкин. Һыу төбөндә йәшәүсе балыҡ. Уның ауыҙы ла һыу төбөнән ҡом араһынан аҙыҡ эҙләүгә яраҡлашҡан.

         Әрһеҙлек буйынса табан балыҡтарҙан ҡалышмай. Батҡаҡҡа күмелеп тере ҡалыу мөмкинлеге лә бар. Йылан балығы кеүек тиреһе аша тын алмаһа ла һыу кипкән осраҡта дымлы батҡаҡта бер аҙ йәшәй ала.

Сеүәй көндөҙ эре йыртҡыс балыҡтарҙан йәшенеп ята. Һәм төнөн туҡланырға сыға. Ул үҙе һыу үҫемлектәре, бөжәктәр һәм башҡа балыҡтарҙың ыуылдырыҡтарын ашай. Ә йыртҡыс балыҡтар булмаған һыу ятҡылыҡтарында көндөҙ ҙә әүҙем йәшәй.

Балыҡсы ҡомары. Сеүәй ваҡ балыҡ. Уның артынан бер кем дә махсус һунар итмәй. Шулай ҙа уның селәүсенгә, ваҡ ҡорттарға ымһынып ҡармаҡҡа ҡабып сығыу осраҡтары бар. Бынан тыш, йылан балығы кеүек, йыртҡыс балыҡтар тотҡанда, уны ла ем итеп ҡулланырға мөмкин.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: