Өфөнән пенсионер Әнисә Әлмөхәмәтова 12 килограмлыҡ йәйен тотҡан. Яҡташыбыҙ фотоларын социаль селтәргә һалған.
Билдәле булыуынса, ханым күп йылдар мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән. Быйыл ул тәүгә генә ошондай ҙур табышҡа юлыҡмай. Йәй башында Әнисә Әлмөхәмәтованың ҡармағына алты килограмм ауырлыҡтағы балыҡ эләккән.