Францияла Тарн йылғаһы буйлап йәйендәр ҡоштарға, дөрөҫөрәге, күгәрсендәргә һөжүм итергә ярата. Һай ғына урында күгәрсендең яҡыныраҡ осоп килгәнен көтөп яталар. Ырғып һыуҙан сығалар ҙа, ярға һуҙылып ятып, кире йылғаға таялар. Буш ҡул менән түгел, күгәрсенде эләктереп, әлбиттә.