-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
28 Апрель 2017, 13:27

Тарих һөйләй тәңкәләр

Башҡорт ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре араhында тәңкәләр үҙҙәренә генә хас айырым урын алып тора. Тәңкәләр бик борондан билдәле булып, уларҙың боронғо атамаhы – “Танг+ги” hүҙе хәҙерге телебеҙгә “Аллаhҡа тәғәйенләнеүсе” тип тәржемә ителә. Борон аҡса булған тәңкәләр беҙҙең көн-дәргә, элгес, йә тишек эшләп үҙгәртелеп, биҙәүестәргә әйләндерелгән ҡомартҡылар хәлендә килеп еткән.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре араhында тәңкәләр үҙҙәренә генә хас айырым урын алып тора. Тәңкәләр бик борондан билдәле булып, уларҙың боронғо атамаhы – “Танг+ги” hүҙе хәҙерге телебеҙгә “Аллаhҡа тәғәйенләнеүсе” тип тәржемә ителә. Борон аҡса булған тәңкәләр беҙҙең көн-дәргә, элгес, йә тишек эшләп үҙгәртелеп, биҙәүестәргә әйләндерелгән ҡомартҡылар хәлендә килеп еткән.
1. Ҡортбаш\\Каури

Тәүге дәүләттәребеҙҙә ҡортбаш ҡабырсаҡтар аҡса урынында ла, биҙәүестәр рәүешендә лә ҡулланып йөрөтөлөр булған.

Артабан, дәүләттәребеҙгә океандарға сығыу юлдары киҫелгәс, уларҙы терракоттан (керамика), таштан, металдан эшләнгән төрҙәре алмаштыра.

Мәсетле районында табылған яhалма “ҡортбаш”.

1967 йылда Ю. А. Морозов тапҡан. Әлеге ваҡытта Өфөләге Археология hәм этнография музейында hаҡлана.

Башҡортостанда металдан эшләнгән “ҡортбаш”тар табылғаны юҡ әле. Әммә метал ҡортбаштарҙың аҡсаға әүерелеүе тарихын hөйләүсе аҡсалар бик күп. Ана шуларҙың бер нисәhен ҡарап үтәйек.


2. Иштуған ауылы (Мәләүез районы) ҡурғандарында табылған аҡсалар

Уларҙы 1982 йылда археолог М.Ф. Обыденнов тапҡан. Яҙмалары арамей-сирия hәм юнан алфавиттарында башкарылған. Башҡортос¬тандың милли музейында hаҡланалар.

Уларҙағы тексттарҙың транскрипциялары hәм тәржемәләре ошолай: “Ир көс\\император” тип тәржемә ителә. Германдарҙың “Регус\\король” hүҙе ошо терминдың калькаhылыр. “Баш ил башы\\Батшалар баштары” тигән hүҙ. Юнандарҙың “Василевс\\император” hүҙе ошо терминдың боҙоҡ калькаhылыр. “Улуғ бәк” тигән hүҙ. “Төрөк халҡы” тигән hүҙ.

Иҫкәрмә: Иштуғанда табылған ике аҡсаның береhен генә күрhәтеп үтәбеҙ. Ул үҙенең яҡшы hаҡланған аналогы менән алмаштырылып бирелә. Аҡсаларҙың төп нөхсәләрендә уларҙы биҙәүес итеп тағыр өсөн тишектәре бар.


3. Әсән шад миҙалы

Был миҙал-аҡса 467-469 йылдарҙағы төрөк-рум hуғышындағы еңеүгә арнап сығарылған. Тексттары, беҙҙең эраның III-IV быуаттарында ҡулланышта булған, латин hәм уйғыр яҙмаларын ҡулланып башҡарылған. “(А)мсг (а)длилд Кн рмнлин шад Асн\\Мисағ (килешеү) дәлиләте. Ҡалғаны румдарҙың шад Әсән” hәм “Emphratr rmnlnus Asne. Тамға\\Императоры румдарҙың Асен. “Тамға” тигән hөйләмдәр бар унда. Ҡомартҡы Марат Ҡолшәриповтың шәхси коллекцияhында hаҡлана.


4. Бумын ҡағандың аҡсаhы

Ҡомартҡы Учалы районындағы Баттал ауылында табылған, шәхси коллекцияла hаҡлана. Аҡсала, уйғыр яҙмаhын hәм Ҡытай иероглифтарын ҡулланып, төрки телдә, түбәндәгеләр яҙылған: “Бмн ггн\\Бумын ҡаған” hәм “Кукган танг бойороғо. Дөйөм сокур (а)ҡса. Тугра\\Күккә бәйле Тан империяһы бойороғо (буйынса сүкелде). Берҙәм hигеҙ (номиналлы) аҡса. Тамға”.

Бумын ҡаған 545-552 йылдарҙа хакимлыҡ итә.

Ошондай тарихи аҡсаларҙан эшләнгән биҙәүес-тәңкәләр Хазар ҡағанаты Ҡараханлылар дәүләте, Алтын Урҙа осоронда ла, Себер ханлығы, Башҡорт-ҡалмыҡ дәүләте осорҙарында ла була. Тарихты өйрәнеүҙә ҡулланылыусы уҡыу әсбаптары булараҡ, биҙәүес-тәңкәләр Башҡортостан урыҫ дәүләтенә ҡушылғас та үҙҙәренең тәү тәғәйенләнештәрен үтәй бирә. Түбәндә, ана шундай тәңкәләрҙең дә бер нисәүhен күрһәтеп үтәбеҙ.


5. Сигизмунд III Ваза исемле Европа хакимының аҡсаhы

Гданск ҡалаhында, 1615 йылда сүкелгән был аҡса – башҡорттарға илдәге боланы баҫтырыуҙа ҡатнашҡаны өсөн трофей аҡса менән түләнгән эш хаҡы. Тарихтан билдәле булыуынса, башҡорттар 1609 йылда уҡ Алябьев ғәскәрҙәре сафында Муромға килә hәм уны ҡамап ала. Улар шулай ук Владимир ҡалаhында ялған батша хакимлығынан ҡотҡарыуҙа ҡатнаша. Был мәғлүмәттәр батша Алексей Михайловичтың Өфө воеводаhы Ф.А. Алябьевҡа ебәргән грамотаhында ла асыҡ сағылыш тапҡан. Унда ошолар яҙылған: “Башкиры при прежних государях и при отце нашем, Блаженные памяти, при великом государе царе и великом князе Михаиле Федоровиче всея России и против поляков, а в Московское разорение были под Москвою и до Московского разорения были в нашей службе под Новым Городом на Бронницах с боярином с князем Дмитрием Тимофеевичем Трубецким, а после того были они на нашей службе в полку у боярина князя Дмитрия Михайловича Пожарского”.


6. Урыҫ hәм Австро-Венгрия аҡсалары

Был тәңкәләр – башҡорттарҙың урыҫ ғәскәрҙәре сафында, 1848-1849 йылдарҙағы мадъяр күтәрелешен баҫтырыуҙа ҡатнашыуҙары иҫтәлегелер. Ике тәңкә лә эш хаҡы итеп түләнгән аҡсанан эшләнгән.


7. Тәңкә итеп ҡулланылыусы Совет аҡсалары

Салауат районының Татар Малаяҙы ауылында табылған тәңкә совет осоро аҡсаhынан эшләнгән. Был – яңы тарих осоро тәңкәhе, халҡыбыҙҙа йолаларыбыҙҙың йәшәп килеүен иҫбатлаусы ҡомартҡы. Күреүебеҙсә, күптәр ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәренең уҡыу-уҡытыу әсбаптары ролен үтәүен танымаhалар ҙа, улар hаман да борондан килгән үҙ тәғәйенләнештәренә хеҙмәт итә.(Тулыраҡ мәғлүмәт "Аманат" журналы биттәрендә)
Читайте нас: