+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
21 Июнь 2018, 18:24

Башҡортостандағы боронғо кәшәнәләр

Кәшәнә тураһында һеҙ нимә беләһегеҙ? Кәшәнә һүҙе башҡорт теленә фарсы теленән килеп ингән һәм ул ҡәбер өҫтөнә төҙөлгән таш ҡоролманы аңлата. Борон аруйлы кешеләр, хандар, батырҙар, дин әһелдәре, әүлиәләрҙең ҡәберҙәренә кәшәнәләр ҡорор булғандар. Ҡәбер өҫтөндәге таш йорт унда абруйлы кешенең ерләнгәнен күрһәтеп торған. Әүлиә кәшәнәләренә кешеләр килеп доға уҡыр булған.

Кәшәнәләрҙең тағы бер үҙенсәлеге шул: улар борондан һаҡланып ҡалған архитектура ҡомартҡылары булып тора. Сөнки борон башҡорттар таш йорттар һалмаған, ә ағас йорттарҙа йәшәгән. Әле лә ауыл ерендә ағас өй йәшәү өсөн иң ҡулайлы ҡоролма булып тора. Сөнки уны ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа йылытыуы еңел. Ә бына таш йорттарҙы йылытып ҡара, әгәр ҙә газ булмаһа. Шуға күрә лә борон башҡорттарҙа таш йорттар ҡороу кәрәге булмаған. Ғәҙәттә, беҙҙең халыҡ хужалыҡ йәһәтенән ҡулланыу өсөн таш келәттәр генә төҙөр булған. Һәм әлбиттә, таштан кәшәнәләр һалғандар. Бына ошо йорттар бөгөн уникаль архитектура ҡомартҡылары булып тора.

Улар күп түгел, беҙҙең көнгә Башҡортостанда барлығы өс кенә кәшәнә һаҡланып килеп еткән. Береһе Күгәрсен районында, икеһе Шишмә районында урынлашҡан. Улар кемдәрҙең кәшәнәһе һуң?

Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылы эргәһендә Бәндәбикә кәшәнәһе бар. Унда билдәле әүлиә Бәндәбикә ерләнгән. Ул зирәклеге, тәрән аҡылы менән халыҡ араһында дан ҡаҙанған шәхес була. Данлы Ерәнсә сәсәндең ҡатыны. Башҡорт халҡында “Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән” исемле риүәйәт һаҡланған. Бәндәбикә кәшәнәһен 1968 йылда археолог Нияз Мәжитов өйрәнә. Кәшәнә аҡһыл һәм шыршы орнаментлы ҡыҙыл кирбестән һалынған булған (1-се һүрәт). Ғалим был архитектура ҡомартҡыһын 14-15-се быуаттарға ҡарай, тип һығымта яһай. Кәшәнә заман үтеү менән емерелгән, уның аҫҡы диуары ғына һаҡланған. Әүлиәгә хөрмәт йөҙөнән уның иҫке кәшәнәһе өҫтөнә ҡыҙыл кирбестән яңынан ҙурыраҡ кәшәнә ҡороп ҡуйылған (2-се һүрәт).

Шишмә районында Шишмә ҡасабаһы янында торған данлы Хөсәйенбәк кәшәнәһен бөтәбеҙ ҙә беләлер, моғайын. Хөсәйенбәк – Урта Азиянан, Төркөстандан килгән суфый, әүлиә. Башҡорттар араһында Ислам динен нығытыу өсөн килгән шәхес. Ғүмер буйы Дим буйы башҡорттары араһында йәшәп, абруй ҡаҙана. Ҡәбер ташындағы яҙыуға ҡарағанда ул 1339 йылда донъя ҡуя. Был изге әүлиә ҡәберенән халыҡ өҙөлмәй.

Риүәйәт буйынса, Хөсәйенбәк ҡәбере өҫтөнә кәшәнәне Алтын Урҙа заманында хаким-лыҡ иткән әмир Аҡһаҡ Тимер (Тамерлан) һалдырған. Ысынлап та 1391 йылда Аҡһаҡ Тимер, Алтын Урҙа ханы Туҡтамыш менән һуғышып, Башҡортостанға килеп сыға. Аҡһаҡ Тимер Хөсәйенбәктең ҡәбер ташын 12 үгеҙ егеп килтерткән, тиелә риүәйәттә. Кәшәнә янындағы Аҡзыяратта ул үҙенең яуҙа һәләк булған сардарҙарын ерләгән, имеш.

Хөйәсенбәк кәшәнәһе шулай уҡ, замандың ел-ямғырҙарына бирешеп, емерелгән була. 1910 йылдың йәйендә Башҡоростанға килгән сағында билдәле фотограф Прокудин-Горский Хөсәйенбәк кәшәнәһен емерек хәлдә күрә һәм уны төшөрөп ала (3-сө, 4-се һүрәттәр). 1911 йылда Диниә назараты кәшәнәне ҡабаттан ҡора.

1985 йылда Хөсәйенбәк кәшәнәһен Өфө археологы Геннадий Гарустович өйрәнә. Ғалим бында туғыҙ ҡәбер таба. Уларҙың өсәүһе өлкән кешенеке, ә ҡалғандарында имсәк баланан алып 14 йәшкә тиклемге балалар ерләнгән була. Тимәк, Хөсәйенбәк кәшәнәһе ғаилә ҡәберлеге булып сыға. Антропологик тикшереү шуны күрһәтте: Хөсәйенбәктең йөҙ төҙөлөшө памир-фирғәнә антропологик тибына ҡарай, йәғни был уның Урта Азиянан булыуына ишаралай, ти ғалим.

Әйткәндәй, күптән түгел, бер нисә йыл элек, Хөсәйенбәктең һөйәктәре тантаналы рәүештә ҡабаттан кәшәнәлә ерләнде, әүлиәнең рухына доғалар уҡылды.

Хөсәйенбәк кәшәнәһенән 30 саҡырым алыҫлыҡта, Ыҫлаҡ йылғаһы буйында ҡалҡыу урында тағы бер кәшәнә тора. Уны Турахан кәшәнәһе, тип атайҙар. Был ҡоролма – борондан беҙҙең көндәргәсә, боҙолмай, шул килеш һаҡланып килеп еткән берҙән-бер архитектура ҡомартҡыһы. Турахан исеме Башҡортостан һәм Себер менән идара иткән хандарҙың дөйөм атамаһы, тип иҫәпләй ғалимдар.

Уның янында шулай уҡ емерелгән мәсеттең нигеҙе күренеп ята. Ғалимдар иҫәпләүенсә, хандар ҡышын Башҡорт ҡалаһында (хәҙерге Өфөлә), йәй көнө Ыҫлаҡ буйында йәшәр булғандар. Был ерҙе башҡорт хандарының йәйге резиденцияһы тип атарға мөмкин.

Геннадий Гарустович 1985 йылда Турахан кәшәнәһендә лә ҡаҙыныу эше алып бара. “Бында ла Хөсәйенбәк кәшәнәһендәге кеүек үк, ғаилә ҡәберлеге булған, күрәһең. Беҙ ҡаҙған ике ҡәберҙә кешеләр ағас табутта, кейем менән ерләнгән булған. Боронғо мосолман ҡәберҙәре. Кейемдәре етендән туҡылған, ҡыҙыл еп менән биҙәкләнгән булған”, – тип һөйләй ғалим. Тарихсылар был ҡомартҡыны 15-16-сы быуаттарға ҡарай, тип билдәләй.

Бәндәбикә, Хөсәйенбәк һәм Турахан кәшәнәләһе башҡорт халҡының үткәнен сағылдырған, сал тарихтың тере шаһиты булған ҡомартҡылар булып тора. Унда барып, 500-600 йыллыҡ тарих менән яҡындан танышырға, боронғо замандарҙың рухын тойорға мөмкин.


ҺҮРӘТТӘРҘӘ:

1. Бәндәбикә кәшәнәһенең диуары. 14-15-се быуаттар.

2. Бәндәбикәнең емерек кәшәнәһе өҫтөнә төҙөлгән яңы кәшәнә.

3. Хөсәйенбәк кәшәнәһе. 1910 йылдың йәйендә фотограф Прокудин-Горский төшөргән.

4. Хөсәйенбәктең ҡәбер ташы. Прокудин-Горский фотографияһы. 1910 йыл.

5. Хөсәйенбәк кәшәнәһе хәҙерге көндә.

6. Турахан кәшәнәһе.
Читайте нас: