+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
2 Август 2018, 20:13

Башҡорт дәүләтселегенең тәүге символы

Тарихтан билдәле булыуынса, 1917 йылдың яҙында Башҡортостан автономияһы өсөн хәрәкәт ҡуҙғалып китә. 1917 йылдың июлендә Ырымбур ҡалаһында 1-се Дөйөм Башҡорт ҡоролтайы үтә, август айында Өфө ҡалаһында 2-се Башҡорт ҡоролтайы йыйыла. Был ҡоролтайҙарҙа башҡорт халҡы Башҡортостан автономияһын ойоштороу идеяһын күтәреп сыға.

Ә инде 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбур ҡалаһында башҡорт халыҡ йорто Каруанһарайҙа ултырған Башҡорт мәркәз (үҙәк) шураһы (советы) үҙенең 2-се фарманы (ҡарары) менән Башҡортостан автономияһын иғлан итә. Шулай итеп, хәҙерге Башҡортостан Республикаһына нигеҙ һалына. 1917 йылдың декабрендә Ырымбурҙа, Каруанһарай бинаһында 3-сө Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайы үтә. Бында Башҡортостан автономияһының Кесе ҡоролтайы (предпарламенты) һәм тәүге Хөкүмәте һайлана. Башҡортостан Хөкүмәтенең тәүге рәйесе итеп Ҡаҙан университетының юридик факультетын тамамлаған тәжрибәле юрист, мировой судья Юныс Бикбов тәғәйенләнә.
Йәш Башҡортостан Хөкүмәте ең һыҙғанып эшкә тотона. Урындарҙа автономияның власть органдары ойошторола. Улар кантон башҡармалары тип атала. Бының менән бер рәттән Башҡортостан мөхтәриәтенең символдары булдырыла. Дәүләт флагы, гербы, мисәте һәм башҡорт ғәскәренең байрағы эшләнә. Әммә 1918 йылдың февралендә Башҡортостан Хөкүмәте ҡулға алыныу менән мөхтәриәт төҙөү эше туҡтап ҡала.
1918 йылдың июнь айында Хөкүмәт Силәбе ҡалаһында яңынан эш башлай. Унда килеү менән Зәки Вәлиди һәм уның көрәштәштәре “Башҡорт” гәзитен ҡайтанан сығарырға тотона. Шуның менән бер рәттән башҡорт милли ғәскәре ойошторола башлай. Июнь айында Силәбе ҡалаһында 1-се һәм 2-се Башҡорт пехота полктары төҙөлә. Улар йәш Башҡортостан автономияһының ныҡлы терәгенә әүерелә.
1918 йылдың 19 июнендә Хөкүмәттең 4547-се фарманы (ҡарары) нигеҙендә Башҡортостан автономияһының дәүләт флагы иғлан ителә. Фарман “Башҡорт” гәзитенең 19 июнь (иҫкесә йыл иҫәбе буйынса – 6 июнь) һанында донъя күрә. Унда былай тиелә: “Төрк (төрки) халҡының милли күк төҫөн һәм Ислам ғәләмәте (билдәһе) булған йәшел төҫтө, солох (тыныслыҡ) үә мосол-ман ғәләмәте (билдәһе) булған аҡ төҫтөң билдәле тәртип менән бергә ҡушыл-ғанын, Башҡортостан ҡоролтайы йыйылып ҡарап хәл ҡылғансы Баш-ҡортостан хөкүмәтенең милли тыуҙарының (флагының) төҫө итеп ошо фарман менән иғлан ҡылабыҙ”.
Был фарманға Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең урынбаҫары, милли хәрәкәт етәксеһе Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның сәркәтибе, милли хәрәкәт эшмәкәре Нуриәғзәм Таһиров ҡул ҡуя.
Шулай уҡ фарманда: “Ғәскәрҙәрҙең кейемдәренә ҡуйыла торған билдәләр фәҡәт милли күк төҫтә булып, шул күрһәтелгән тәртиптә ғәскәри тыуҙар (флагтар) һәм билдәләр яһау Башҡорт хәрби шураһына тапшырыла”, – тиелә.
Шулай итеп, бынан 100 йыл элек Башҡортостаныбыҙҙың өс төҫлө дәүләт флагы барлыҡҡа килгән. Ул Ырымбур ҡалаһында, Башҡортостан Хөкүмәтенең резиденцияһы булған мәшһүр Каруанһарай йортонда елбер-ҙәгән. Башҡортостан Хөкүмәтенең 4547-се фарманына ярашлы Башҡорт хәрби шураһы милли ғәскәрҙә күк төҫтәге символика иғтибар бирә. 1918 йылдың 7 авгусында Хәрби шура Силәбе ҡалаһында 2-се Башҡорт пехота полкына уртаһында ярым ай менән йондоҙ төшөрөлгән күк төҫтәге полк байрағын бүләк итә.
Ырымбурға ҡайтҡас, 1918 йылдың 13 авгусында Башҡорт хәрби шураһы Башҡорт милли армияһы өсөн билдәләү булдырыу эшенә тотона. Бының өсөн Хәрби шура эргәһендә махсус комиссия төҙөлә. Комиссия башҡорт армияһы хәрбиҙәре өсөн (генералдан алып рядовойға тиклем) күк төҫтәге шеврондар эшләй. Шулай уҡ башҡорт яугирҙары фуражкаларҙа кокарда урынына ҡыя тегелгән күк төҫтәге таҫма тағып йөрөргә тейеш була. 1918 йылдың 28 авгусында Башҡорт хәрби шураһы үҙенең махсус фарманы менән Башҡорт армияһының униформаһын раҫлай.
Шулай итеп, 100 йыл элек, Башҡортостан автономияһының дәүләт флагы менән бер рәттән, Башҡорт милли армияһының күк төҫтәге билдәләрелә булдырыла. 1919 йылда Башҡортостан Хөкүмәте совет власы яғына сыҡҡас, Башҡортостан Совет Республикаһы булдырыла. Шуның менән бер рәттән автономияның дәүләт флагы ла үҙгәртелә. Хәҙер инде ул ҡыҙыл төҫтә була.
Советтар Союзы тарҡалғас, Башҡортостан үҙенең дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. Ошоноң менән беҙҙең республика яңы үҫеш юлына йүнәлеш ала. 1992 йылдың 25 февралендә Башҡортостан Республикаһының яңы дәүләт флагы раҫлана. Республиканың яңы символикаһы 1918 йылда Башҡортостан Хөкүмәте ҡабул иткән өс төҫлө милли флаг нигеҙендә эшләнә. 1918 йылғы флагта өҫтә – күк төҫ, уртала – йәшел, аҫта аҡ булһа, 1992 йылғы флагта күк төҫ өҫтә ҡала, уртаға аҡ төҫ ҡуйыла, йәшел төҫ аҫҡа күсерелә. Аҡ төҫтөң уртаһында ете тажлы алтын ҡурай символы урын ала.
Шулай итеп, бөгөнгө Башҡортостан Республикаһының флагы бынан 100 йыл элек барлыҡҡа килгән Башҡортостан автономияһының флагы менән туранан-тура бәйләнгән. 100 йыллығын билдәләгән республикабыҙҙың дәүләт символдарында ла тарихи күсәгилешлелек һаҡлана.

Азат ЮЛАН, тарихсы.

ҺҮРӘТТӘРҘӘ:
1. 1918 йылдың 19 июнендә иғлан ителгән Башҡортостан автономияһының дәүләт флагы.
2. Башҡортостан Хөкүмәтенең Дәүләт флагы тураһындағы 4547-се фарман баҫылған “Башҡорт” гәзитенең 20-се һаны.

Читайте нас: