+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
22 Октябрь 2018, 17:04

Башҡорт ир-егеттәренең баш кейеме

Башҡорт халҡының борон-борондан кейеме бай һәм төрлө булған, шул иҫәптән баш кейемдәре лә.

Улар йылдың миҙгеленә, төрлө яҡ башҡорттарының йәшәү шарттарына ҡарап айырылған. Ҡайһы бер ир-аттың баш кейемдәре бөтөн Башҡортостанда таралған булһа, икенселәре тик айырым төбәктәрҙә генә ҡулланылған.

Башҡорт халҡының этнографияһын өйрәнгән ғалим С. Руденко “Башҡорттар” исемле китабында башҡорт ир-аттарының баш кейеме тураһында бына нимәләр яҙа. Башҡорттар араһында киң таралған баш кейеме ул бүрек, ти ғалим (1-се һүрәтте ҡарағыҙ). Бүректе бөтөн Башҡортостанда ла кейгәндәр. Уны, ғәҙәттә, түбәтәй өҫтөнән кейер булғандар. Бүректе һарыҡ тиреһенән теккәндәр. Тышын ҡара сепрәк туҡыма менән тышлағандар. Аҫҡы өлөшөн ҡондоҙ йәки төлкө тиреһән буй һыҙат һалғандар. Был бүректе ҡышын да, йәйен дә кейгәндәр.
Төлкө тирһенән тегелгән баш кейеме – төлкө бүрек тип аталған (2-се һүрәт). Уны тик ҡыш көнө генә кейгәндәр. Был баш кейеме тегелеше буйынса әҙерәк айырылған. Ул шулай уҡ түңәрәк конус формаһында булған. Әммә өҫкә ҡарай киңәйгән.
Ошондай уҡ формала ҡама тиреһенән тегелгән баш кейеме ҡама бүрек йәки ҡамсат бүрек тип аталған. Ҡама – һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған оҙон ҡойроҡло, ҡара көрән йөнлө йыртҡыс һыу йәнлеге, уның тиреһе ҡиммәтле. Шуға бындай баш кейемен һәр кем тегеп кейә алмаған. Уны, ғәҙәттә, бай ир-аттар кейгән.
Көньяҡ-көнсығыш башҡорттары (Түңгәүер, Бөрйән, Үҫәргән ырыуҙары башҡорттары) бәрәс тиреһенән тегелгән баш кейемен кәпәс тип атаған. Уның тышы ҡара туҡыма менән ҡапланған булған. Һарыҡ тиреһенән эшләнгән бүректән айырмалы рәүештә, кәпәс тәпәшерәк булған. Бөгөн дә был яҡтарҙа ҡышҡы баш кейемен кәпәс тип атайҙар.
Борон башҡорт ир-аттары ҡышын ҡолаҡсын исемле баш кейемен кейгән (3-сө һүрәт). Ул һарыҡ йәки төлкө тиреһенән эшләнгән. Тышын туҡыма менән һырлағандар. Ҡолаҡсын ҡыш көнө өсөн бик тә уңайлы баш кейеме булған. Ул кешене ҡышҡы әсе елдәрҙән һаҡлаған. Ҡолаҡ, муйынды ҡаплап торған ҡолаҡсындар булған. Шуға ла был баш кейеме ҡолаҡсын исемен алған. Шулай уҡ ҡолаҡсындың козырегы булған. Ул маңлайҙы елдән һаҡлаған. Ҡолаҡсын 19-сы быуат һүрәттәрендә йыш осрай. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары ҡыш көндәрендә тап ошо баш кейемендә йөрөгән. Уны урыҫтар малахай тип атаған. Рәссам Александр Орловскийҙың 1807 йылда төшөрөлгән “Башҡорт” исемле картинаһында ҡолаҡсын кейгән һыбайлы башҡорт яугиры һүрәтләнгән (4-се һүрәт).
Башҡорт ир-егеттәренең йәйге баш кейемдәренә килгәндә, улар ҙа төрлөлөгө менән айырылып тора. Борон башҡорт халҡының тормошо хәрби хеҙмәт менән бәйле булған. Башҡорт яугирҙары хәрби походтарҙа ҡатнашҡан, ил сиген һаҡлаған. Башҡорт яугирҙарының йәйге баш кейеме ҡалпаҡ тип аталған. Ул осло башлы булған. Ҡалпаҡ кейеҙҙән тегелгән. Тышы ҡыҙыл йәки йәшел туҡыма менән ҡапланған. Ситтәре һәм осло башы көмөш уҡалар менән биҙәлгән. Уҡалы ҡалпаҡты, ғәҙәттә, башҡорт сардарҙары, старшина, кантон башлыҡтары кейгән. 19-сы быуаттың фотографияһында 27-се Башҡорт кантонының башлығы Фәхретдин Өмөтбаев ҡалпаҡ кейеп төшкән (5-се һүрәт). Ул – арҙаҡлы башҡорт яҙыусыһы, ғалимы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың бер туған ағаһы.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында башҡорт старшинаһы кейгән ҡалпаҡ һаҡлана (6-сы һүрәт). Ул ҡыҙыл туҡыма менән тегелгән, уҡалар менән биҙәлгән. Был ҡалпаҡ – 19-сы быуаттан һаҡланып килеп еткән уникаль ҡомартҡы.
Башҡорт ир-аттарының киң таралған тағы бер йәйге баш кейеме, әлбиттә, түбәтәй булған. Түбәтәйҙе үҫмерҙәр ҙә ихлас кейгән (7-се һүрәт). Күребеүеҙсә, башҡорт түбәтәйе татар түбәтәйенән айырылмалы, бейек түгел, тирмә формаһында булған.
Борон шулай уҡ башҡорт ир-аттары йәй көнө йоҡа кейеҙҙән эшләнгән тәпәш башлы ҡалпаҡтар кейгән. Ул эҫе үткәрмәгән, еңел булған. Бындай баш кейемдәрен бигерәктә урта, төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ көнсығыш башҡорттары яратып кейгән. Тау башҡорттары, атап әйткәндә, Урман-Түңгәүер башҡорттары ла кейгән. Мәҫәлән, ғалим С.Руденконың китабында Исмаҡай ауылынан (хәҙерге Белорет районы) Ситдиҡ Мөхәмәтшин исемле ир-уҙаманын аҡ ҡалпаҡта күрәбеҙ (8-се һүрәтте ҡарағыҙ). Ошондай уҡ ҡалпаҡ кейгән Яхъя ауылы (хәҙерге Салауат районы) егетен фотограф Прокудин-Горский фотоһында күрергә була (9-сы һүрәт).
Ә бына фотограф Круковский 1908 йылда төшөргән фотола Ҡара Яҡуп ауылы (хәҙерге Шишмә районы) ир-аттары башҡорттарҙың төрлө баш кейемдәрендә ултыра (10-сы һүрәтте ҡарағыҙ). Мәҫәлән, алғы рәттә, аҡ ҡалпаҡ һәм ҡара бүрек кейгән кешеләр һүрәтләнгән. Артҡы рәттә һулдан өсөнсө торған ир-уҙаман ҡиммәтле ҡама йәки ҡамсат бүрек кейгән. Уның янындағы ике ир-егет түбәтәйле.
Түңгәүер, Бөрйән, Үҫәргән башҡорттарында тағы бер үҙенсәлекте йәйге баш кейеме булған. Ул көләпәрә тип атала (11-се һүрәт). Формаһы буйынса ҡолаҡсынға оҡшаған. Шулай уҡ осло башлы, ике яҡтан һалынып торған ҡолаҡтары, маңлайҙы ҡаплаған козырегы булған. Көләпәрә йоҡа кейеҙҙән (тула) эшләнгән. Уның ситтәре ҡыҙыл туҡыма, йәки башҡа материал менән һырланған булған. Башҡорт яугирҙарына йәйге эҫеләрҙә оҙайлы походтарҙа йөрөгән саҡта көләпәрә бик уңайлы баш кейеме һаналған. Ул елдән, эҫенән һаҡлаған. Ошондай уҡ баш кейеме кавказ халыҡтарында ла булған. Уларҙа башлыҡ тип аталған. Һуңынан башлыҡты армияла ла ҡулланғандар.
Шулай итеп, башҡорт ир-аттарының баш кейеме борондан төрлө һәм бай булыуы менән айырылып торған. Тик күптәре 19-сы, артабан 20-се быуатта ҡулланыуҙан сыҡҡан. Бөгөнгө көндә түбәтәй генә киң ҡулланыла. Бәлки, киләсәктә ҡалпаҡтар ҙа үҙ урынын алыр, тип өмөт итке килә.

ҺҮРӘТТӘРҘӘ:
1. Һарыҡ тиреһенән бүрек кейгән ир-уҙаманы (Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылынан). С.Руденко фотоһы. 20-се быуат башы.
2. Төлкө бүрек кейгән ир кеше. С.Руденко фотоһы. 20-се быуат башы.
3. Ҡолаҡсын кейгән ир кеше. С.Руденко фотоһы. 20-се быуат башы.
4. Ҡоласын кейгән башҡорт яугиры. Рәссам А.Орловский. 1807 йыл.
5. Ҡалпаҡ кейгән 27-се Башҡорт кантоны башлығы Ф.Өмөтбаев. 19-сы быуат фотоһы.
6. Милли музей фондында һаҡланған башҡорт сардары ҡалпағы. 19-сы быуат.
7. Түбәтәй кейгән башҡорт үҫмерҙәре. М. Круковский фотоһы. 1908 йыл.
8. Аҡ ҡалпаҡ кейгән Ситдиҡ Мөхәмәтшин (Белорет районы Исмаҡай ауылынан). С.Руденко фотоһы. 20-се быуат башы.
9. Ҡалпаҡ кейгән башҡорт егете (Салауат районы Яхъя ауылынан). С. Прокудин-Горский фотоһы. 1910 йыл.
10. Ҡара Яҡуп ауылының (Шишмә районы) бер төркөм ир-уҙамандары. М. Круковский фотоһы. 1908 йыл.
11. Көләпәрә. Түңгәүер башҡорттарыныҡы.
Читайте нас: