+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
24 Декабрь 2018, 01:29

Башҡорт ҡатын-ҡыҙының баш кейеме

Башҡорт ҡатын-ҡыҙының килгәнен тәүҙә ишетәһең, шунан күрәһең, тиҙәр...

Башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли кейеме элек-электән үҙенең матур, зауыҡлы тегелеше, төҫтәрҙең сағыулығы, байлығы менән айырылып тора. Милли кейемдең төп элементтарының береһе – көмөш тәңкәләр. Шуға күрә лә башҡорт ҡатын-ҡыҙының килгәнен тәүҙә ишетәһең, шунан күрәһең, тиҙәр. Сөнки уларҙың кейемендәге көмөш сулпылар, тәңкәләр сылт-сылт итеп зыңлап, ҡатын-ҡыҙҙың килгәнен әллә ҡайҙан белгертеп торған.


Башҡорт ҡатын-ҡыҙының баш кейеме лә үҙенең төрлөлөгө, шул уҡ ваҡытта үҙенсәлеге менән айырылып тора. Шулар араһында ҡашмау, әлбиттә, айырым иғтибарға лайыҡ. Ҡашмауһыҙ башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли кейемен күҙ алдына ла килтереп булмай бөгөн. Хәҙерге заманда ул башҡорт бейеү сәнғәтендә лә әүҙем ҡулланыла. Ҡашмауҙы, ғәҙәттә, кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар ғына кейгән. Ул мәрйендән, көмөш тәңкәләрҙән тегелгән.
Ҡашмауҙың арҡаны ҡаплап торған өлөшө, таҫмаһы ҡашмау ҡойроғо тип аталған. Ҡойроҡ мәрйен менән биҙәлгән, ситтәренә ҡортбаш ҡабырсағы тегелгән киң сепрәк таҫманы хасил иткән. Ҡашмау ҡатын-ҡыҙҙы төрлө ауырыуҙарҙан, күҙ тейеүҙән, ен ҡағылыуҙан һаҡлаған баш кейеме булған. Ҡашмау ҡатын-ҡыҙҙың толомон тулыһынса ҡаплап торған. Этнограф Сергей Руденко яҙыуынса, элегерәк ҡатын-ҡыҙҙар ҡашмау менән бергә маңлайҙы ҡаплап торған таҫма таҡҡандар. Ул һарауыс тип исемләнгән. Ҡашмауҙы ҡаптырма менән эләктереп ҡуйғандар.
Боронғо замандарҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ҡашмауға оҡшаш тағы бер баш кейеме кейгән. Ул кәләпүш тип атала. Ҡашмауҙан айырмалы кәләпүш шау тәңкәнән, мәрйендән торған һәм уның арҡаны ҡаплаған өлөшө, ҡойроғо ҡашмауҙыҡынан күпкә киңерәк булған. Кәләпүштең башы ослораҡ булған. Был баш кейеменең дә тәғәйенләнеше – ҡатын-ҡыҙҙы яман, языу көстәрҙән, ауырыуҙарҙан һаҡлау.
Башҡорт ҡыҙҙарының ҡашмауға оҡшаш тағы бер баш кейеме таҡыя тип аталған. Ҡайһы бер яҡтарҙа таҡыя тип түбәтәйҙе лә атайҙар. Ҡыҙҙар кейгән таҡыя осло башлы торҡа (шлем) формаһында булған. Ул ваҡ тәңкәләрҙән торған. Бынан тыш, кәләпүштәге кеүек үк арҡаны ҡаплап торған тәңкәле киң туҡыма кейгәндәр. Ул төньяҡ-көнсығыш башҡорттарында иңһәлек тип аталған. Был баш кейеме лә һаҡлау, ҡурсалау ролен үтәгән.
Ҡыш көндәре башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ҡама бүрек кейгән, йәки дебет шәл ябынған. XIX быуат аҙағы – XX быуат башында йәй көндәре киң таралған баш кейеме яулыҡ булған. Төньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы башҡорттарында кейәүгә сыҡҡан йәш килендәр тәңкәләр менән биҙәлгән тәпәш ҡалпаҡ кейгән. Ҡалпаҡ өҫтөнән ҡушъяулыҡ ябынғандар. Ҡушъяулыҡ тип ике “француз” яулығы ҡуша тегеп эшләнгән яулыҡты атағандар. Ҡушъяулыҡ менән бергә муйынды ҡаплап торған, тәңкәләр менән биҙәлгән таҫма таҡҡандар. Ул һағалдырыҡ тип аталған. Ҡайһы бер осраҡта ҡалпаҡ урынына ҡатын-ҡыҙҙар баштарына ҡыҙыл, күк төҫтәге туҡыма бәйләгән. Ул һыңар яулыҡ, йәки баш бәйләмес тип аталған.
Ҡушъяулыҡ ҡатын-ҡыҙҙың башын ғына түгел, буй-һынын ябынғандар торған. Кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ уны борон 35–40 йәштәр тирәһенә тиклем ябынған.
Ә инде “ҡәйнә, бейем” йәшенә күскәс, йәғни 40–45 йәштәрҙә, ғәҙәттә, аҡ төҫтәге туҡыманан эшләгән таҫтар ябынғандар. Таҫтар яулыҡтан ҙурыраҡ булған. Көнсығыш баш-ҡорттарындағы таҫтарҙарҙың оҙонлоғо борон өс метрға тиклем булған. Таҫтарҙы маңлайҙы ҡаплап торған биҙәкле таҫма – һарауыс менән бергә ябыныр булғандар. Урта һәм көньяҡ Башҡортостанда таҫтарҙы асыҡ төҫтәге ике метр оҙонлоҡтағы ситса туҡыманан эшләгәндәр. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарында был баш кейеме ҡыйыҡса тип аталған. Ул өсмөйөш рәүешендә булған.
Төньяҡ-көнбайыштағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарҙа мамыҡтан тегелгән аҡ ҡалпаҡ, йәки мамыҡ ҡалпаҡтар таралған булған. Байыраҡтары бәрхәттән тегелгән, көмөш тәңкәләр менән биҙәл-гән ҡалпаҡтар кейгән.
Шулай итеп, башҡорт ҡатын-ҡыҙының баш кейеме зауыҡлы тегелеше, биҙәлеше, байлығы менән айырылып тора. Улар һәр төбәктең үҙенсәлеген дә сағылдыра. Мәҫәлән, ҡалпаҡ төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы башҡорттарында таралған булған. Кәләпүш исемле баш кейеме беҙҙең көндәргә тиклем тик музейҙа ғына һаҡланып килеп еткән, сөнки XIX быуатта уҡ ҡулланыуҙан сыҡҡан.
Милли кейем һәр милләттең хазинаһы булып тора. Шуға күрә һәр кемебеҙҙең бурысы – ошо хазинаны һаҡлау, өйрәнеү һәм киләһе быуындарға еткереү.
Читайте нас: