+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
20 Март 2019, 13:47

Бөгөн Башҡортостанға - 100 йыл!

Бынан теүәл бер быуат элек, 1919 йылдың 20мартында республикабыҙ тарихында мөһим урын алып торған ваҡиға була – ҮҙәкСовет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһындакилешеү төҙөлә.

Уға Рәсәй Халык комиссарҙары советы рәйесе Ленин, милли эштәр буйынса халыҡ комиссары Сталин һәм башҡорт делегацияһы ағзалары Мстислав Ҡулаев, Муллаян Халиҡов һәм башҡалар ҡул ҡуя. 23 мартта Килешеү тексы “Известия ВЦИК” газетаһында баҫылып сыға. Документ 16 параграфтан тора һәм унда Башҡортостандың сиктәре билдәләнә, РСФСР менән мөғәлләмәһе нығытыла, власть органдары аныҡлана. Ваҡытлы мәркәз итеп Темәс ауылы һайланыуы тураһында ла әйтелә. Был килешеү башҡорт халҡының автономия өсөн көрәш һөҙөмтәһе булып тора.
Килешеүҙең нигеҙенә 1917 йылда ойош торолған Бәләкәй Башҡортостан алына. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, Совет хөкүмәте Башҡортостан автономияһын таный һәм РСФСР-ҙың милли республикаһы сифатында ҡабул итә. Ошо рәүешле, Башҡортостан Рәсәйҙәге тәүге милли республика була. Тағы ла шуны өҫтәп әйтергә кәрәк: Башҡортостан килешеү нигеҙендә ойошторолған Рәсәйҙәге берҙән-бер автономия булып тора.
Әммә артабан Башҡортостандың автономиялы хоҡуҡтары үҙәк власть тарафынан ҡыҫыла башлай. 1922 йылда Совет Социалистик Республикалар Союзы (СССР) төҙөлгәс, автономиялы республика булараҡ уның хоҡуҡтары тағы ла тарая. Башҡорт автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (БАССР) хөкүмәте СССР етәкселегенә Башҡортостанға союз республикаһы хоҡуғын биреү тураһында үтенес менән мөрәғәжәт итә, ләкин ил башлығы Сталин Башҡортостандың үтенесен кире ҡаға.
XX быуаттың 80-се йылдарында илдә үҙгәртеп ҡороуҙар (“Перестройка”) башланғас, башҡорт халҡы яңынан республиканың хоҡуҡтарын киңәйтеү мәсьәләһен күтәреп сыға. Халыҡтың баҫымы аҫтында БАССР-ҙың Юғары Советы 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. Ошо документ донъяға килгәндән һуң Башҡортостан үҫешендә яңы дәүер башлана. 1992 йылдан ул Башҡортостан Республикаһы исемен ала. Ошо йылда республиканың яңы символдарының береһе – өс төҫлө дәүләт флагы ҡабул ителә, ә инде 1993 йылдың октябрендә яңы герб раҫлана, декабрь айында Башҡортостандың тәүге президенты һайлана, яңы Конституцияһы ҡабул ителә. 1994 йылда Башҡортостан менән Рәсәй араһында вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһында килешеү төҙөлә. 1995 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы булдырыла. Ошо уҡ йылдың июнен дә 1-се Бөтә донъя башҡорт ҡоролтайы уҙғарыла. Уның Башҡарма комитеты ойошторола. 1999 йылда башҡорт теле урыҫ теле менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле итеп иғлан ителә.
Юҡтан бар булмай тигәндәй, Башҡортостан автономиялы, милли республика рәүешендә ҡапыл ғына барлыҡҡа килмәгән, әлбиттә. Быға XVI–XIX быуаттарҙағы башҡорт халҡының аҫабалыҡ хоҡуғы, 1919 йылдың 20 мартындағы Башҡортостан автономияһы тураһындағы килешеү нигеҙ булып ятҡан.
Һүрәттә: Рәсәй Хөкүмәтенең Башҡорт Хөкүмәте менән Башҡортостандың Совет Автономияһы тураһындағы килешеүе. 1919 йыл, 20 март.

Читайте нас: