-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
17 Июнь 2019, 14:41

Бер ауылдан ике Советтар Союзы Геройы

Бөйөк Ватан һуғышында иң ҙур батырлыҡ яугирҙаргәилебеҙҙең иң юғары хәрби наградаһы – Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелгән.

Был юғары исемдең билдәһе булып “алтын йондоҙ” миҙалы тора. Башҡортостандан 700 меңдән ашыу кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Шулар араһынан 230 яугир Советтар Союзы Герой исеменә лайыҡ була. Шул иҫәптән 47 герой башҡорт милләтенән.
Беҙ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы легендар летчик-штурмовик Муса Гәрәев, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының полк командиры, Советтар Союзы Геройы, генерал Таһир Күсимов тураһында яҡшы беләбеҙ. Ә башҡа геройҙар тураһында беҙ нимә беләбеҙ һуң? Мәҫәлән, башҡорттарҙан тәүге Советтар Союзы Геройы исемен алған яугир ҡайһы райондан, ауылдан? Йәки бер ауылдан сыҡҡан ике Советтар Союзы Геройы тураһында ишеткәнегеҙ бармы?
Ундай ауыл, ысынлап та бар, Башҡортостандың Көйөргәҙе районында Кинйә абыҙ ауылы. Был данлы ауыл башҡорт халҡының арҙаҡлы уландарының береһе, Пугачев яуында ҡатнашҡан батыр Кинйә Арыҫлановтың исемен йөрөтә. Ауыл 1770 йылдарҙан бирле билдәле. 19 быуаттың баштарында ауыл халҡының бер өлөш күсеп сығып 2-се Кинйәабыҙ ауылына нигеҙ һала. Бында Кинйә Арыҫлановтың нәҫелдәре лә була.
1915 йылдың 7 сентябрендә ошо ауылда Шаһимәрҙән Арыҫлановтың Ғәфиәтулла исемле улы тыуа. Үҫеп еткәс, зирәк егет Стәрлетамаҡ ҡалаһында нефть техникумын тамамлай. 1937 йылда уны хәрби хеҙмәткә алалар. Ғәфиәтулла Ҡыҙыл Армияның танкы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1939 йылда Финляндия менән һуғыш башланғас, уны полк фронтҡа ебәрелә. Был һуғышта беҙҙең ғәскәрҙәр ҡышҡы һыуығтарҙа ауыр юғалтыуҙар кисерә. Шуға ҡарамаҫтан, совет ғәскәрҙәре финдарҙың оборонаһын емерә, Ғәфиәтулла хеҙмәт иткән полк, яуға ташланып, дошмандың оборона һыҙығын йырып үтә. Әммә ҡаты ҡаршылыҡҡа осрай. Уның взводындағы өс танкының икеһе яндырыла, Ғәфиәтулла дошмандың пулемет һәм артиллерия нөктәләрен та-мар итә һәм ауыр хәлдә ҡалған яуҙаштарын үлемдән ҡотҡара. Ошо батырлығы өсөн уға 1940 йылдың 7 апрелендә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Шулай итеп, Ғәфиәтулла Арыҫланов башҡорттарҙан беренсе булып ошо юғары исемгә лайыҡ була. Һуғыштан ҡайтҡас, Ульяновск ҡалаһында танк училищеһын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тағы фронтҡа китә. Майор Ғәфиәтулла Арыҫланов тәүҙә танк батальоны менән командалыҡ итә, артабан 11-се гвардия дивизияһының 71-се танкы полкы командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Курс, Орел, Харьков, Смоленск, Дебрецен (Венрия) ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. 1945 йылдың 5 ғинуарында Будапешт ҡалаһындағы һуғыштарҙа батырҙарса һәләк була. Арҫыланов Ғ.Ш. Сомбор ҡалаһында ерләнгән (Сербия).
2-се Кинйә абыҙ ауылында тыуған тағы бер ҡыйыу ир-уҙаманы Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәтеп Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ була. Ул Сәлмән Ғәлиәхмәт улы Биктимеров. 1913 йылдың 14 авгусында 2-се Кинйә абыҙ ауылында донъяға килә. Ғәфиәтулла Арыҫлановты тиҫтере була, бергә уйнап үҫкәндәр.
Сәлмән Биктимеров 1941 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына хеҙмәткә алына. Дивизия 1942 йылдың апрелендә ойошторолор бөтөп, фронтҡа юллана. Хәрби күнекмәләр үткәндән һуң 1942 йылдың йәйендә 112-се Башҡорт дивизияһы һуғышҡа инә. 1942 йылдың сентябрендә ҡаты алыштарҙың береһендә Биктимеров яралана, һауыҡҡас, тағы ла ажарланып дошмандарға ҡаршы һуғыша. Ҡыйыу егете дивизияның 60-сы полкының 2-се эскадронының отделение командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Гвардия сержанты дәрәжәһен ала.
1943 йылдың сентябрендә синегеп барған немец ғәскәрҙәре Днепр йылғаһында нығынырға тырышалар. Ҡурҡыу белмәҫ командир Хәсән Биктимеров 1943 йылдың 18 сентябрендә дошман пушканан, пулементтарҙан ут яуҙырырыуға ҡарамаҫтан, үҙенең яугирҙары менән беренсе булып Березна һәм Бегач ауылдарына бәреп инә. Ҡото алынға дошман, ҡурҡып төрлө яҡҡа ҡаса.
28 сентябрь көнө сержант Биктимеров үҙенең яугирҙары менән 60-сы полктан беренсе булып Днепр йылғаһын кисә, дошмандың көслө уты аҫтында йылғаның көнбайыш ярына барып етеп, немецтарҙың 15 һалдат һәм офицерын дөмөктөрә, ҡалғандары ҡаса. Шунда нығынып, 60-сы полктың башҡа эскадрондарына йылға сығырға шартар булдыра. Был батырлығы өсөн 1944 йылда Советтар Союзы Геройы тигән исемгә лайыҡ була.
Ауылда ике геройға ла һәйкәл ҡуйылған. Яҡташтары Кинйәабыҙ ауылы батырҙарын бер ҡасан да онотмай. 2018 йылда Ғәфиәтулла Арыҫланов менән Сәлмән Биктимеровҡа Көйөргәҙе районының үҙәге Ермолаево ауылында суйын бюсттар асылды.

Азат ЮЛАН.

Һүрәттәр.

1. Ғәфиәтулла Арыҫланов.
2. Сәлмән Биктимеров.
3. Ғ.Арыҫлановтың наградной ҡағыҙы.
4. С.Биктимеровтың наградной ҡағыҙы.

Читайте нас: