-5 °С
Ҡар
«Кәрим Хәкимов — Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының да күренекле кешеләренең береһе, йәш совет иле һәм буласаҡ Сәғүд Ғәрәбстаны араһында мөнәсәбәттәрҙе яйға һалған кеше, — тип иҫкә төшөрҙө танылған публицист Шамил Вәлиев. — Беҙҙең быуын уның биографияһын БАССР-ҙың Радиокомитеты рәйесе, ғаилә ағзаһы, дипломатты реабилитациялаған тәүге кеше Лотфый Ғәҙеловтың хеҙмәттәренән уҡып белә. 1980 йылдарҙа Башҡорт драма театры сәхнәһендә Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» спектакле ҙур уңыш яуланы — ул тиҫтә йылдар буйына барҙы һәм уның нигеҙендә республикабыҙҙың тотош бер быуыны үҫеп сыҡты».
«Документтар тарихсыларға һәм ғалимдарға ҡыҙыҡлы булыр. Был документтарҙы Рәсәй Федерацияһының Сит ил эштәре министрлығына күрһәттек. Документтарҙың бер өлөшөн министрлыҡ менән килешмәйенсә йәмәғәтселеккә күрһәтә алмайбыҙ. Улар белгес-дипломаттар яғынан тикшереү талап итә», — ти Владислав Йосопов.