1920 йылдың 24 февраль көнө журналдың беренсе һаны Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Мәғариф эштәре» исеме менән донъя күрә. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм сәйәсәт талаптарына ярашлы, йөкмәткеһе, шулай уҡ исеме лә алмашына. 1924 йылдан журнал Өфө ҡалаһында — «Белем», 1931 йылдан «Культура революцияһы» исеме менән баҫыла. Хәҙерге «Башҡортостан уҡытыусыһы» исеме менән журнал 1936 йылдан сыға башлай һәм бөгөнгө көнгә тиклем уҡытыусылар өсөн хеҙмәт итә.
Журнал наҙанлыҡты бөтөрөүҙә ҙур роль уйнай, башланғыс һәм ете йыллыҡ белем биреү, әҙәби башҡорт телен индереү проблемаларын яҡтырта. Уның ярҙамы менән башҡорт милли мәктәбе нигеҙҙәре практикаһы, беренсе дәреслектәр, уҡыу-методик ҡулланмалары индерелә.