+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
6 Март 2020, 20:48

Заһиҙә ҡалҡыулығы

Төш етеп килгән мәл. Күк йөҙө салт аяҙ. Ҡатлы-ҡатлы урмандар менән ҡапланған тауҙар ҡуйынындағы боронғо йәйләүҙә һиллек. Иртәле-кисле һайрап, тирә-яҡты моңға күмгән ҡоштар тауышы ла ишетелмәй, теңкәгә тейеп безелдәшкән себен-серәкәйҙәр ҙә әллә ҡайҙа инеп ҡасҡан. Әйтерһең дә, бар тәбиғәт, иртәнге мәшәҡәттәренән арынып, бер аҙға серем итеп алырға булған.

Айсыуаҡ, йыйып алып килгән ҡоро-һарыһын усаҡ янына ташланы ла, күнәк алып, һыу буйына төшөп китте. Таштар араһынан урғылып сыҡҡан шишмәгә бер аҙ һоҡланып ҡарап торғас, ятып, теш ҡамаштырғыс һалҡын, татлы һыуын эсте. Һыуһыны ҡанғас, күнәген тултырып алып, ярға күтәрелде. Тағанға аҫылған ҡаҙанға һыуҙы ҡойоп, быҫҡып ҡына янған усаҡҡа утын өҫтәне һәм артындағы йоморо ташҡа ултырып, ут телдәренең аҡрынлап ботаҡ-һатаҡты ялмауын күҙәтә башланы.
Ул да булмай, Суҡ йылғаһына балыҡ ҡармаҡларға киткән Ҡармыш менән Ишҡәленең көлөшә-көлөшә һөйләшеп килгәне ишетелде. Бер аҙҙан малайҙар үҙҙәре лә күренде. Ҡармыш, балыҡ тулы күнәген ергә ултыртты ла, Айсыуаҡҡа ҡарап:
– Бәрҙеләрҙе бәрҙек кенә, малай! Бер юлы таҙартып та алдыҡ, – тине һәм тағандағы ҡаҙанға ҡараны. – Һинең һыуың ҡайнамаған да түгелме һуң?!
– Һыу ҡасмаҫ, ҡайнар, тик бына Ҡыҙрас һаман юҡ. Берәй бәлә-фәләнгә юлыҡманымы икән тип шөбһәләнәм, – Айсыуаҡ бейек ҡалҡыулыҡтағы ҡарауыл ҡарағайына ҡарап алды.
– Имеп туймағандыр, йә берәй ергә ятып йоҡо һимертәлер, – Ҡармыш ҡыуалдарын
һөйәне лә, ыҙмаға инеп китте һәм бер аҙҙан туҫтаҡ күтәреп кире сыҡты.
– Ыумаслыҡ он ҡалған икән әҙерәк... Эстәрен тотоп, тегеләр ҙә килеп етер инде, хәҙер.
Уның һүҙен ҡеүәтләгәндәй тау артынан һай-һайлап сабышып килеп сыҡҡан һыбайлылар күренде. Йылҡы, ҡуй бағыусы малайҙар, килеп етеп, аттарын ыҙманан алыҫ булмаған йыуан имән тирәләй бәйләгәс, усаҡ янына йүнәлделәр.
Иң алдан төшкән мыҡты кәүҙәле Мырҙағол, етер-етмәҫ үк:
– Йә, ашнаҡсы, һимеҙ ҡалъяларың әҙерме? Эс арҡаға йәбеште бында, – тип Айсыуаҡҡа өндәште.
– Бәрҙеләр һимеҙ ҙә ул, тик башҡаһы наҡыҫ – Ҡыҙрас килеп етмәне, – тине тегеһе, ҡаҙанда ҡайнаған балыҡ һурпаһына ыуған ыумасын төшөрөп.
– Һәй, был Ҡыҙрастың ней мал көтөргә ҡулынан килмәй – йоҡо бүҫеп, барыһын да
тырым-тырығай ебәреп ята, ней башҡаға юҡ, – Мырҙағол, ҡулын һелтәп, үлән өҫтөнә йәйелгән кейеҙгә барып ултырҙы.
– Бары менән байрам итербеҙ, – тине тыныс холоҡло Ишҡәле, ыҙманан алып сыҡҡан ҡорот-көлсәләрҙе табынға теҙеп.
– Килһен генә әле – төнгөлөккә соҡорға ябып, иртәгәһен ҡуй көтөргә әпкитәм мин уны, – тип һөйләнде Мырҙағол, ҡыҙыуын баҫа алмай. – Ә кискелеккә берәй һимеҙ тәкәне һуймай булмаҫ.
Малайҙар, ағас туҫтаҡтарына һурпа ҡойҙороп алып, табын тирәләй теҙелешеп ултырҙылар. Шунда ҡарауыл ҡарағайының ботаҡлы ерендә кәртәләрҙән әтмәлләп эшләнгән лапаҫ һымаҡ ҡоролмала ултырыусы бағауылдың әсе итеп һыҙғырыуы ишетелде. Малайҙар, баштарын бороп, шул яҡҡа ҡараны һәм йән-фарман сабып килгән һыбайлыны күреп, урындарынан һикерешеп торҙо.
Ҡыҙрас ярһыған атын усаҡ янында уҡ туҡтатты ла:
– Яндырҙылар!.. Таланылар!.. Ҡыуып әпкиттеләр!.. – тип һөрәнләне.
Айсыуаҡ, күнәктән һыу алып, һыбайлы янына килде:
– Туҡта, тыныслан, ипләберәк һөйлә! – тип уға туҫтаҡты һуҙҙы. Ҡыҙрас атынан һикереп төштө лә, һыуҙы йота-йота, күҙ йәштәренә быуылып, ауылды карателдәр баҫыуын, йорт-ҡураларҙы ут төртөп яндырыуҙарын, йәш ҡатындар менән үҫмер ҡыҙҙарҙы арҡанға бәйләп, ауылда ҡалған һыйыр, бейә малдары менән бергә ҡыуып алып китеүҙәрен һөйләп бирҙе.
– Мин ауылға етеп килгәндә ҡапылдан килеп баҫтылар... Кисеү янындағы тирәк артына йәшеренеп, күҙәтеп яттым... Йәнғәле бабай таяҡ менән береһенә тондорғайны – бүрәнәгә бәйләп ҡуйып, һуҡтырҙылар... Ҙур сиреү ары йүнәлде, ә егермеләп карат, ҡатын-ҡыҙҙы, малдарҙы әйҙәп, кирегә китте... – Ҡапылдан һеңгәҙәп ҡалған ун өс-ун дүрт йәшлек малайҙар Ҡыҙрастың һөйләгәндәрен һүҙһеҙ генә тыңланы. Һәр береһенең күҙ алдында әсәләре, ҡусты-һеңлеләренең һыны килеп баҫты, йөҙҙәрендә улар өсөн ҡайғы-хәсрәт сағылды. Ике йылдан артыҡ дауам иткән ихтилал баҫтырылып, ҡурсалаусыһыҙ ҡалған башҡорт ерҙәрен язалау отрядтары ҡанға батыра башлағас та Йәнғәле ҡарттың һүҙен тыңлап, ниңә бөтә ауыл менән ҡара урманлы тау ҡуйынына күсенеп китмәҫкә инде, тигән уй ине баштарында. Йәнәһе, ауылдары былай ҙа төпкөлдә, ғәрәсәт урап уҙыр, тип уйлағандарҙыр инде. Шулай ҙа, улай-былай була ҡалһа тип, һауымға бер аҙ һыйыр, бейәләрҙе ҡалдырып, төп мал-тыуарҙы үҫмер малайҙарҙың ҡулына тапшырып, алыҫтағы боронғо йәйләүгә оҙатҡан инеләр ҙә ул. Тик өмөттәре буш, сәмерғоштоң ҡанлы суҡышы оҙон булып сыҡты. Малы – мал инде. Ә бына ҡоллоҡҡа ҡыуылған еңгә-апайҙары, күҙ атып йөрөгән ҡыҙҙары...
– Гөлбикәне ләме?! – Үҙе лә һиҙмәҫтән биргән һорауына Айсыуаҡ үҙе һиҫкәнеп китте.
– Гөлбикәне лә, Сәлимәне лә, Миңһылыуҙы ла – барыһын да. Тик бәләкәстәр менән ҡарт-ҡоролар ғына ҡалды... Айһылыу апайымды ла әйҙәнеләр... – Ҡыҙрастың күҙ йәштәре бите буйлап тәгәрәне.
Малайҙарҙың ҡайһылары яҡын кешеләренең исемдәрен ишетеү менән тертләп киткәндәй итте. Улар, ҡапыл ғына иҫтәренә килгәндәй, ҡабаланып, бер-бер артлы ыҙмаға инеп сығып, уҡ-һаҙаҡтарын аҫа-аҫа, меңге аттары янына йүгерҙе.
Кинәт бар булмышын биләп алған нәфрәт, үс алыу тойғоһо, Гөлбикәне, башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙы һалдаттар ҡулынан йолоп алыу теләге Айсыуаҡты ла иптәш тәре артынан әйҙәне. Ләкин бәрҙе-һуҡты түгел, ә айныҡ аҡыл менән эш итеү кәрәк тигән уй уны туҡтатып ҡалды. Ауыл ҡарттары уның сабырлығын, ныҡышмалығын, тиҫтерҙәре араһындағы абруйын иҫкә алып, бәлки, күберәк яуҙа башын һалған атаһы, тирә-яҡҡа шөһрәте таралған Мәргән батыр хөрмәтенәлер ҙә, Айсыуаҡты ошо үҫмер малайҙарға баш итеп ебәргәйнеләр. Күбеһенең аталары яу яланында ятып ҡалған, йә булмаһа таш зинданға ябылған иптәштәренең яҙмышы өсөн үҙендә яуаплылыҡ тойоп, ҡабаланып, кире ҡайтарғыһыҙ бәләгә тарыуҙарынан туҡтатып ҡалырға тигән уй менән Айсыуаҡ инде аттарына менеп атланған малайҙар ҡаршыһына сыҡты.
– Туҡтағыҙ әле, егеттәр!
– Нимәһен туҡтап торорға?! Тиҙерәк бара һалып, барыһын да ҡотҡарырға кәрәк! –Ҡыҙыу ҡанлы Мырҙағол атын уйнаҡлатты. – Әллә шөрләнең?
– Тәүҙә кәңәшләшәйек, тим. Ашыҡ-бошоҡ ҡыланып, эште боҙоп ҡуйыуыбыҙ бар.
– Ҡапыл ябырылабыҙ ҙа, драгундарҙы ҡырып һалабыҙ! Ҡырпыш егермеләп кенә тине бит.
– Егермеләп булһалар ҙа – уларҙа мылтыҡ. Яҡын барып еткәнсе үк беҙҙе сәнкәтә бәрәсәктәр, – тип һүҙгә ҡушылды үҙе лә атҡа менеп атланған Ишҡәле. – Унан килеп бында ла бер-ике кеше ҡалдырыр ға кәрәктер.
– Малдар башлыса Айсыуаҡ менән һеҙҙеке. Әйҙә ҡалығыҙ шуларығыҙҙы һаҡлап! – Мырҙағол бирешергә теләмәне.
– Хәҙер улар бөтә ауылдыҡы. Барыбыҙ ҙа шунан туйынабыҙ! – тине Айсыуаҡ ҡырҡа ғына һәм ҡапыл ныҡлы ҡарарға килгәндәй:
– Далаға сығып киткәнсе караттарҙың юлын быуырға кәрәк! – тип өҫтәне. Уның һүҙҙәренә Мырҙағол да, башҡалар ҙа һағайып ҡалдылар һәм теләр-теләмәҫ кенә аттарынан төшөп, усаҡ янына ыңғайлаған Айсыуаҡ артынан эйәрҙеләр.
– Стәрлегә ауылдан берҙән-бер юл сыға, – Айсыуаҡ ҡулындағы сыбығы менән ергә һыҙғыланы. – Ул Суҡлы күпере аша үтә. Кисекмәҫтән шул күперҙе юҡ итергә кәрәк. Тегеләр мал аяғы менән барып етеп, яңыһын әтмәлләгәнсе, йәки кисеү тапҡансы, ҡараңғы ла төшәсәк. Бына шунда төнләтеп барып баҫырбыҙ.
Бер аҙ һүрелә төшкән малайҙар, ризалашып, баш ҡаҡтылар, Һәйет менән Кейекбай тигәндәре шунда уҡ күперҙе барып яндырырға теләк белдерҙе. Уларға Әлим дә ҡушылды.
– Ут һалғас та шунда ҡалып, йәшеренеп күҙәтегеҙ. Берегеҙ килеп, хәбәр итһен! – тип ҡысҡырып ҡалды Айсыуаҡ улар артынан.
Яндырылып, таланып, йорт-ҡураһыҙ, мал-мөлкәтһеҙ ҡалған ауыл халҡының бында килерҙәре асыҡ ине. Малайҙар, күмәкләшеп, ауылдаштарын ҡаршы алырға әҙерләнә башланы. Саңдауҙан бер тыусаны килтереп һуйҙылар. Оло ҡаҙан аҫып, тултырып ит һалдылар. Күп итеп яғырға ҡоро-һары әҙерләнеләр. Ағас-ботаҡ ҡырҡып, элеккеләренә өҫтәп ыҙма тирәләй ҡыуыштар ҡороп ҡуйҙылар. Аҙаҡ ҡалъяларындағы яндарын, һаҙаҡтарындағы уҡтарын барланылар, һөңгөләрен ҡайранылар, эйәр-өпсөндәрен әҙерләнеләр. Әлбиттә, ҡулдары эш менән мәшғүл булһа ла, малайҙар уйҙары менән яу яланында инеләр. Һәр береһе буласаҡ алышты күҙалларға тырышты. Нисек тә етеҙерәк ҡыланырға, әллә күпме караттың башына етергә, батырлыҡ күрһәтергә ынтылды.
Айсыуаҡтың да күҙ алдынан Гөлбикәнең ҡыйғас ҡаштары аҫтынан һирпелгән наҙлы күҙ ҡарашы, һылыу йөҙө китмәне. Оҙаҡламай, уны бәйләп тотҡан драгундарҙы тураҡлап, ҡыҙҙы ҡотҡарасағын уйлап, йөрәге ашҡынды. Әгәр ҡотҡара алмаһалар Гөлбикәне лә, башҡаларҙы ла башҡаса күрә алмаясаҡтар, уларҙы яуыз Тәфтиләүҙең биләмәләрендә ҡол итеп тотасаҡтарына, йә булмаһа урыҫ баярҙарына, һалдаттарына һатасаҡтарына шик юҡ ине. Айсыуаҡ янтағындағы атаһынан мираҫ булып ҡалған ҡылысты, ваҡыты-ваҡыты менән, һәрмәп-һәрмәп алды.
Ҡояш кискелеккә ауышҡан мәлдә бағауылдың әсе итеп һыҙғырыуы ишетелде. Ауылдағыларҙың килеп етеүен аңлап, малайҙар, эштәрен ташлап, уларға ҡаршы йүгерҙе. Нисектер имен ҡалған атлы арба артынан эйәреп, шым ғына атлаған ҡарт-ҡоро, өлкән йәштәге ҡатындар, бала-саға ҡыҙғаныс күренештә ине. Күбеһенең кейемдәре йыртылып бөткән, өҫ-баштары ҡоромға буялған, ҡайғыларынан йөҙө ҡанһырап, күгәреп тора. Уларҙы шул килеш күреү, йәлләү менән бер рәттән, йәберләүселәренә ҡарата бөткөһөҙ нәфрәт тә уята ине.
Малайҙарҙың һәр береһе үҙ яҡындарына ташланды. Әсәләр улдарын ҡосаҡтарына алды, ҡусты-һеңлеләре уларға һырынды, ләкин бер ниндәй илау-һыҡтау тауышы ишетелмәне. Тик ҡайһы бер ҡатындар ғына яулыҡ остары менән күҙҙәрен баҫҡылап алды. Айсыуаҡ та, әсәһен ҡосаҡлап, башҡорт ҡатындарының сабырлығына, тыйнаҡлығына һоҡланды. Улар өсөн тиҙерәк үс алаһы килде.
Килеүселәр ҡыуыштар янына етеп туҡтаны. Бер нисә үҫмер, арбала хәрәкәтһеҙ ятҡан, туҡмалыуҙан ҡарағыһыҙ булып ҡалған Йәнғәле бабайҙы һаҡ ҡына күтәреп алып, ыҙмаға индереп һалды. Төйөнсөгөн тотҡан ҡарсығы ла уларға эйәрҙе.
Килеүселәрҙе ҡыуыштарға урынлаштырып бөткәс, малайҙар, нисектер йәшеренеп, язалаусылар ҡулына эләкмәй ҡалған ике үҫмер ҡыҙ ярҙамында табын әҙерләй һалдылар. Күмәкләшеп ултырып, тамаҡ туйҙырҙылар. Бер аҙҙан Ишҡәле, Мырҙағол, Айсыуаҡты ыҙмаға саҡырып алдылар. Улар ингәндә һикелә ятҡан Йәнғәле бабай янында бер нисә ҡарт ултыра ине.
Бабай ым менән генә малайҙарҙы янына саҡырып алды һәм ишетелер-ишетелмәҫ тауыш менән:
– Караттарҙы барып баҫырға итәһегеҙ икән... Уйығыҙ изге... Хәҙер бөтә таянысыбыҙ һеҙ... Хоҙай үҙе һеҙҙе һаҡлаһын... – тине.
Бер аҙ тын алғас, ейәненә ҡарап:
– Мырҙағол, һин артыҡ дыуамалланып, харап булып ҡуйма... Беҙҙән һеҙгә фатиха.. Юлығыҙ уң булһын...– тип өҫтәне.
Ҡарттар, доғалар уҡып, биттәрен һыпырҙылар. Малайҙар, Ишҡәле менән Мырҙағол етәкселегендә ике төркөмгә бүленеп, мәргәнлектәрен арттырыу өсөн сәп ҡуйып уҡ атыша, эсенә үлән тултырып яһалған ҡарасҡыға һөңгө ҡаҙарға керешеп китте.
Үҙҙәренә тәғәйенләнгән ҡыуыш алдында иптәштәрен күҙәтеп торған Айсыуаҡ янына уның ун өс йәше саҡ тулған ҡустыһы Айбулат килде. Артынан үҙе тиҫтер биш-алты малай ҙа эйәргән ине.
– Ағай, үҙегеҙ менән беҙҙе лә алығыҙ әле. Ярҙамыбыҙ тейер. Бына ҡара! – тип ҡустыһы ҡулындағы янына уҡ һалды ла, ун биш аҙымда самаһындағы ҡарт имәнгә тоҫҡап, атып та ебәрҙе. Уҡ ағас олононоң ҡап уртаһына ҡаҙалды. Айбулат, күрҙеңме тигәндәй, ағаһына ҡараны. “Их, был Ҡырмыш, ҡайҙан килеүселәрҙе ҡаршы алырға уны ебәрҙем – барыһына ла тәтелдәргә өлгөргән!” – тип уйланы, асыуы килеп, Айсыуаҡ. Ул олпат күренергә, тауышын ҡалыныраҡ сығарырға тырышып:
– Юҡ. Ҡустылар, яу сабыу уйын эш түгел. Беҙҙе лә, һеҙҙе лә ҡырып бөтөрһәләр әсәй-һеңлеләребеҙҙе кем ҡурсалар?! Йәйләү яҙмышын һеҙгә тапшырып китәбеҙ. Ҡарағыҙ уны – һынатмағыҙ, – тине.
Малайҙар, баштарын эйгән килеш, ҡайҙалыр китеп, юҡ булды. Улар артынса уҡ Айсыуаҡ янына саптырып Әлим килеп туҡтаны.
– Күперҙән торомбаштар ғына тороп ҡалды. Караттар байтаҡ ваҡыттан һуң ғына килеп еттеләр. Аптырап, ары-бире сабышып йөрөнөләр ҙә, бер нисәһен йылға түбәненә ебәрҙеләр. Кисеү эҙләргәлер инде, – Әлим, атынан төшә-төшә, хәбәрен һөйләне. – Улар кире әйләнеп килгәс, ағас ауҙарып, ташый башланылар. Беҙҙекеләрҙе ҡамсылап эшләтәләр. Төнгөлөккә һалып бөтмәҫтәре күренеп тора.
Тамағын туйҙырып, иптәштәренә тип тоҡсайына көлсә, бешкән ит киҫәктәре һалып алған үҫмерҙе:
– Уларҙан күҙ яҙҙырмағыҙ. Беҙ ҙә ҡояш байыу менән ҡуҙғалабыҙ. Берәйегеҙ ҡаршы килһен, – тип оҙатты Айсыуаҡ.
Айсыуаҡ менән Ишҡәле иптәштәренә, төн ауыр булырын әйтеп, уларҙы бер аҙ ятып ял итергә өндәһәләр ҙә, береһе лә ул турала уйлап та ҡараманы. Бындай ваҡыт та күҙгә йоҡо кермәҫен үҙҙәре лә аңлап, бергәләп ҡат-ҡат ҡорал-яраҡтарын барланылар, кәрәк булыр тип уҡ остарына ыҫмала һеңдерелгән сепрәк-сапраҡ уранылар, тоҡтарға ҡоро бесән тултырҙылар, утлауҙан менге аттарын килтереп бәйләнеләр.
Ҡояш байырға һөңгө оҙонлоғо ара ҡалғанда егерме ике үҫмер ат өҫтөндә ине инде. Уларҙы оҙатырға бар ауыл сыҡты. Ҡарттар доға уҡып, биттәрен һыпырҙы. Ҡарсыҡтар: “Батыр булығыҙ! Имен-аман ҡайтығыҙ, уландар!” – тип теләк теләне. Тағы ла бер ниндәй илаш-һыҡташ булманы. Тағы ла инде улдарын яуға оҙатыусы әсәләр йәшле күҙҙәрен баҫты. Тик уларҙың йөҙөндә, ғәзиз балалары өсөн шөбһәләнеү менән бергә, ғорурлыҡ билдәләре лә сағыла ине. Айсыуаҡ оҙатыусылар араһында ҡустыһы менән уның тиҫтер малайҙарының юҡлығына иғтибар итте, ләкин ҡайҙалыҡтарын һорашырға форсат тапманы.
Яусылар берҙәм ҡуҙғалып китте. Ҡайһыһылыр моңло тауыш менән йыр башланы:
Йәйләүҙәрҙе ташлап, ҡорал алып,
Беҙ китәбеҙ менеп аттарҙы...
Урман эсенә инер алдынан барыһы ла тип әйтерлек арттарына боролоп ҡараны. Уларға, өйкөм булып баҫып торған ауылдаштары менән бергә, ыҙма янындағы ҡарт имән дә, ботаҡтарын болғап, хәйерле юл теләй һымаҡ тойолдо.
Аттарын юрттырып, өс саҡырым самаһы юл уҙғас, урман аҡланына килеп сыҡтылар. Шунда уҡ күҙҙәренә бер төркөм һыбайлы салынды. Улары Айбулат етәкселегендәге үҙе тиҫтер малайҙар булып сыҡты. Эйәрһеҙ аттарҙы менеп, ҡайһылары арҡаларына ян-һаҙаҡтар аҫҡан, ҡайһыларының ҡулында йыуан таяҡ. Берәүһе билендәге бауға ағастан юнып эшләнгән ҡылыс аҫҡан. Үҙҙәренең күҙҙәрендә ғәйеп ҡатыш үтенес сағылһа ла, йөҙҙәрендә саялыҡ, ашҡыныу, ут-һыуға инергә лә әҙер булыуҙары күренеп тора.
Айсыуаҡ атын ҡустыһы ҡаршыһында туҡтатты.
– Һеҙгә ниндәй әмер бирелгәйне?!
Ҡустыһы яуап бирмәй, башын аҫҡа эйҙе.
– Хәҙер үк йәйләүгә елдерегеҙ!
– Мынау менән берәрҙе тондорһам – нисек ысҡынғанығыҙҙы белмәй ҡалырһығыҙ! – Мырҙағол эйәр ҡашына эленгән суҡмарына күрһәтте.
Шунда өнһөҙ малайҙарҙы күҙәтеп торған Ишҡәле һүҙгә ҡушылды:
– Әллә эйәртәйекме? Тик алыш урынына яҡын бармаҫтар. Иш янына – ҡуш булыр,
тим... Унан килеп донъя хәлен белеп булмай – кәрәктәре тейеүе бар.
Ишҡәленең һүҙҙәрен ишетеп, малайҙарҙың эйелгән баштары юғары күтәрелде, күҙҙәрендә өмөт сатҡылары ҡабынды.
Айсыуаҡ, бер аҙ уйланып торғас:
– Ҡушылығыҙ, тик бер ниндәй ҙә башбаштаҡлыҡ булмаһын! – тине.
Шунда малайҙарға ҡанат ҡуйҙылармы ни – шатлыҡтарынан ат өҫтөндә үрле-ҡырлы һикереп, шау-гөр килеп ҡысҡырыша уҡ башланылар.
Мырҙағол:
– Шымығыҙ! Тауышығыҙ Стәрлегә ишетелә бит! – тигәс кенә ауыҙҙары ябылды.
Ул арала ҡараңғы төшөп, күҙ ҙә бәйләнә башланы. Тағы ла бер биш саҡырым аралыҡты ҡараңғыла барҙылар. Йылға үҙәненә төшкән ерҙә уларҙы Кейекбай ҡаршы алды. Уның өҙә-йолҡа һөйләүенән шул аңлашылды: күперҙе яртылаш төҙөгәндәр. Әле арбаларҙы түңәрәкләп теҙгәндәр ҙә, шуның эсендә һалдаттар йоҡларға тәгәрәшкәндәр. Бергә ҡушарлап бәйләнгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа шул түңәрәктең эсендә. Уртала усаҡ яғып, һағауыл да ҡуйғандар. Шулай уҡ бер урынға тупланған аттар, тояҡлы малдар янында ла һағауыл бар икән.
Яугирҙәр, үҙән буйлап бер аҙ барғас, Әлим менән Һәйет кенә йәшеренеп ятҡан йүкәле ҡалҡыулыҡҡа күтәрелделәр. Малайҙар күҙәтергә һәйбәт урын һайлағандар. Бынан һауаға осҡондар сәсеп янған усаҡтар яҡтыртҡан дошман лагеры ус төбөндәгеләй күренә ине.
– Әлегә ул-был юҡ. Башлайбыҙмы? – тип Һәйет иптәштәре янына килде.
Өлкән малайҙар, аттарынан төшөп, бер тирәгәрәк йыйылды.
– Әлегә иртәрәк. Башта шәйләктәр ебәреп, аңды-туңды төплөрәк беләйек, – тине Айсыуаҡ. Үҙе: “Их, таң йоҡоларында барып баҫһаң ине лә бит! Малайҙарҙы сыҙатып буламы ни?” – тип уйлап ҡуйҙы.
Оҫта һунарсы тигән даны сығып өлгөргән Йәүкәй менән уның айырылмаҫ дуҫы Хисамды разведкаға ебәрҙеләр ҙә, уларҙы көтөп, ергә сүгәләнеләр. Бер аралай ваҡыт уҙғас, шәйләктәр әйләнеп килде. Улар бер-береһен бүлә-бүлә Кейекбай һөйләгәндәрҙе раҫланылар һәм өҫтәп унда ҙур булмаған палатка тороуын, ә һалдаттарҙың мылтыҡтары усаҡ янында бер-береһенә һөйәлеп, өйөүле тороуын әйттеләр.
Барыһы бергә йыйылып, шым ғына кәңәш ҡорҙолар.
Төн уртаһы яҡынлашҡас Айсыуаҡ ҡулы аҫтындағы яугирҙәр, ҡоралдары менән бесән тултырылған тоҡтарҙы алып, йәйәүләп түбән төшөп китте. Уларҙан ҡала эске ҡоршауҙы тәшкил итәсәк Ишҡәле етәкселегендәге һыбайлы үҫмерҙәр менән Айбулат малайҙары ҡуҙғалды.
Башта барыһы ла уйлағанса шым барҙы. Йәйәүлеләр тауыш-тынһыҙ ғына караттар лагеренә яҡынайҙылар. Мырҙағол менән айыуҙай кәүҙәле Ишмырҙа, арттарынан килеп, береһе лагерь уртаһында, икенсеһе малдар янында яғылған усаҡ эргәһендә ултырған һағауылдарҙы суҡмарҙары менән иҫәнгерәтә бәрҙеләр. Шунда уҡ ике-өсәүе һөйәүле ҡоралдарҙы алып сыҡты. Ҡалғандары арбалар аҫтына алып килгән бесәндәрҙе тарата һалдылар. Ул да булмай лагерҙе уратып алған һыбайлылар яғынан утлы уҡтар осто. Ҡоро бесән гөлтләп ҡабынып китеү менән төн ҡараңғылығын ярып, юрматыларҙың ораны яңғыраны һәм тирә-яҡ ҡырағай тауыштарға күмелде.
Ҡапыл йоҡоларынан уянып, һикерешеп торған һалдаттар, иҫтәренә килә алмай бер-ике тын алыш ара урындарында тапандылар ҙа, мылтыҡтары торған ергә ташландылар. Уларҙың юҡлығын күреп, алан-йолан ҡарандылар һәм ут эсендә ҡалғандарын шәйләп, һауаны ялмап алған ялҡын телдәре аша тышҡа һикерҙеләр. Ләкин лагерҙы уратып, аҡырыша-аҡырыша сапҡан һыбайлыларҙың уҡ-һөңгөләре ҡаҙалып, ҡайһылары ергә ҡоланы, ҡайһылары кире эскә ташланды. Дөрләп янған бесән-ағастарҙың сатыр-сотор килеүе, ҡараңғылыҡтан яңғыраған һөрән, бигерәк тә тышҡы түңәрәк булып сабыусы Айбулат малайҙарының йәшелле-күкле тауышы, ут-төтөндән ҡурҡҡан һыйырҙарҙың үкереүенә ҡушылып, драгундарҙың шул тиклем ҡотон алды – улар шунда уҡ өйөлөшөп баҫып, ә ҡайһылары ергә үк сүгеп, ҡулдарын юғары күтәрҙеләр.
Айсыуаҡ оран тауышы ишетелеү менән эскә ташланған ине. Ҡаршыһына тәү осраған драгунды ҡулындағы ҡылысы менән тәгәрәтә һуҡты ла, ары, өркөшөп, бер-береһенә һыйынышып ултырған ҡатын-ҡыҙҙар янына ынтылды. Билендәге хәнйәрен алып, тотҡондарҙы бер-береһенә ҡуша бәйләгән арҡанды ҡырҡа башланы. Әлбиттә, ҡулдары бауҙы киҫте, ә күҙҙәре Гөлбикәне эҙләне. Ул да булмай палаткаһынан шыуып килеп сыҡҡан әфисәр, мылтығын уға тоҫҡай һалып, атып ебәрҙе һәм ҡылысын юғары күтәреп, яурынына ҡаҙалған йәҙрә ергә атып бәргән Айсыуаҡҡа ташланды. Шунда арҡандан ысҡынған Заһиҙә еңгәһе: “Ҡәйнеш, аяу бул!” – тип ҡысҡырып, әфисәрҙең ҡулына килеп йәбеште. Уныһы, ҡылысын икенсе ҡулына күсерә һалып, ҡатынға һелтәп тә ебәрҙе.
Заһиҙә еңгәһе “аһ!” итеп ергә сүгәләне. Ә әфисәр, Мырҙағолдоң суҡмарынан башы
ярылып, ергә мәтәлләп барып төштө. Бында килеп еткән бер нисә үҫмер башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙы бауҙарынан азат итә һалдылар.
Ҡанһыраған ҡулбашын тотоп, тороп баҫҡан Айсыуаҡ янына Гөлбикә яҡынлашты. Ул:
– Яраланғанһың бит, ҡайҙа, бәйләйем, – тип күлдәк итәген йыртып, уның йәрәхәтләнгән ерен урай башланы. Яраһы үлтереп һыҙлаһа ла, ҡыҙҙың йомшаҡ ҡулдарын тойоу, уның хәстәрлеге бөткөһөҙ рәхәтлек тә бирә ине Айсыуаҡҡа.
Гөлбикә эшен тамамлағас, Айсыуаҡ ҡатын-ҡыҙҙар уратып алған еңгәһе янына ашыҡты. Һуштан яҙған ҡатындың муйынына сирәк һалһалар ҙа, унан һаман ҡан һарҡый ине.
Айсыуаҡтың үҙенә баҡҡанын һиҙенгәндәй, Заһиҙә еңгәһе иҫенә килеп, уға тоноҡланған ҡарашын төбәне лә:
– Ҡәйнеш... бәхил бул... Ағайыңа..., – тип, һүҙен әйтеп бөтмәй, күҙҙәрен мәңгелеккә йомдо.
Был ваҡытта алыш тамамланған ине инде. Тауыштар баҫыла төшөп, яусыларҙың олоһо-кесеһе лә лагерҙе килеп баҫҡан. Арбаларға ҡапҡан ут яҡтыһында ярһыуҙары баҫылмаған атлы ла, йәйәүле лә яугирҙәрҙең ары-бире йөрөгәне күренә. Бер яҡ ситтәрәк бергә сырмап бәйләнгән драгундар өйөлөшөп баҫҡан. Яраланған бер нисәһе ерҙә ыңғырашып ята.
Айсыуаҡ янына Ишҡәле менән Мырҙағол килеп баҫтылар.
– Тиҙерәк тайыу яғын ҡарарға кәрәк. Алда ни булырын белеп булмай, – тине Ишҡәле, тирә-яғын байҡап.
– Ә быларын нишләтәбеҙ? – тине Мырҙағол, һалдаттарға күрһәтеп һәм суҡмарына тотондо.
– Ҡана, берәм-берәм һеңгәҙәтә бәреп сығайым.
Айсыуаҡ менән Ишҡәле, йөҙҙәренә малай-шалай ҡулына шулай хурлыҡлы эләгеүҙәренән ғәрләнеү, асыу менән бергә инде ни эшләтерҙәр икән тигән ҡурҡыу ҙа сыҡҡан драгундарға боролдолар. Һуғышта күп ҡатнашҡан атаһынан, башҡа яугирҙәрҙән дә, әсирҙәргә мәрхәмәтлелек күрһәтеү кәрәклеген Айсыуаҡ күп ишеткән ине.
– Уларға бармаҡ менән дә сиртәһе булма, – тине ул Мырҙағолға. Тегеһе аптырап уға ҡараны.
– Нисек?! Улар беҙҙекеләрҙе аҫтылар-киҫтеләр, Ишҡәленең атаһын ҡабырғаһынан аҫып ҡуйып, минекен туҡмап үлтерҙеләр. Башҡаларҙы ла күпме язаланылар, зинданға тултырҙылар!
– Яуыздар артынан яуыз булырға ярамай. Әсирҙәрҙән үс алыу – ҡурҡаҡтар эше! – тине Айсыуаҡ, ныҡлы итеп.
– Ошонда ҡалдырайыҡ та китәйек, теләһә ни эшләһендәр, – тип һүҙгә ҡушылды Ишҡәле.
Аҙыраҡ зыян күргән ике арбаны тиҙ арала һүндереп алып, ат ектеләр. Береһенә һуғыш ғәнимәттәрен тейәнеләр, икенсеһенә Заһиҙә еңгәнең үле кәүҙәһен һалдылар. Яралы Айсыуаҡҡа ла арбаға ултырырға тәҡдим иткәйнеләр ҙә, ул һыр бирмәҫкә тырышып, атына менеп атланды.
Шунда Айсыуаҡ янына теге, ағас ҡылыс таҡҡан малай, килде.
– Миңә караттарҙың бер атын менергә рөхсәтме? – тине ул ғәйепле тауыш менән.
– Үҙеңдеке ҡайҙа һуң?
– Ҡылыс менән башына күпме һуҡһам да, карат мине атымдан һөйрәп төшөрөп, үҙе менеп ҡасты, – тип малай башын түбән эйҙе.
– Теләгәнеңде һайлап мен. Ә драгун, алай ҡылысың менән сапҡас, алыҫ итә алмаҫ ул, – тине Айсыуаҡ йылмайып. Эргәһендәгеләр дәррәү көлөп ебәрҙеләр.
Оҙаҡламай, ҡотҡарылған мал-тыуарын әйҙәп, яусылар барыһы ла төн ҡараңғылығына инеп юғалдылар. Заһиҙә еңгәләренең үлеме күңелдәренә ауыр яра булып ятһа ла, еңеү шатлығынан ҡанатланған йәш яугирҙәрҙең ҡыуаныслы ауаздары оҙаҡ яңғырап торҙо.
Ил ағаһы – бик өлкән йәштәге ҡарттың (исем-шәрифтәре иҫтә ҡалмаған) хикәйәтен тыңлап, башҡорт халҡының азатлыҡ өсөн көрәшендә күп һанлы ҡорбандарҙың береһе булған Заһиҙә ерләнгән, уның исемен йөрөткән ҡалҡыулыҡта ултырабыҙ. Бынан ҡайҙа ҡарама ҡалын урмандар менән ҡапланған тау теҙмәләре һуҙылған. Улар офоҡҡа китеп юғалған остары менән сал тарихҡа барып тоташа һымаҡ тойола һәм тарих төпкөлөнән ҡолаҡҡа ат тояғы тауыштары, ҡылыс сыңлауы, егеттәрҙең “Аҡ тайлаҡ!” тип оран ҡысҡырыуҙары ишетелгәндәй булып, әле олатай һөйләгәндәр теҙелешеп, күҙ алдына килеп баҫа. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына ингән төрлө риүәйәттәр етерлек. Уларға ышанмаҫҡа, уларҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ.
БЕЛЕШМӘ:
Саңдау – малдарҙың йәйге торлағы.
Шәйләк – разведчик.
Сирәк – бинт.
Сиреү – ғәскәр.
Карат – карателдәр.
Ғәнимәт – трофей.
Исмәғил Аҡъюл.
Читайте нас: