+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
28 Март 2020, 15:59

Бөгөн Шәйехзада Бабичты хәтерләп...

28 март 1919 йыл башҡорт халҡының бөйөк улы Шәйехзада Бабичтың вафат булған көнө.

1919 йылдың 28 мартында Башҡорт АССР-ы Бөрйән-Түңгәүер кантоны Йылайыр ауылында, типографияны күсереү эштәре менән шөғөлләнгәндә, шағир Ғәбделхәй Иркәбаев менән берлектә 1-се Смоленск уҡсылар полкының ҡыҙыл армеецтары тарафынан үлтерелә. Был фажиғә Башҡорт армияһы Ҡыҙылдар яғына күскән осорҙа булған бутаусылыҡ һәм большевистик террор арҡаһында барлыҡҡа килә.
Бабич шиғырҙыры.
Башҡортостан

Арыҫландар үҙ ерен
Залимдарҙан тапатмаҫ,
Таптаймын тип атлаһа,
Башҡорт ҡаны атлатмаҫ.
Ил өҫтөнә сапҡан яу
Башҡорт йәнен ҡаҡшатмаҫ,
Бысраҡ табан аҫтында
Башҡорт намыҫы ятмаҫ.
Башҡортостан — гөлбостан,
Сөнбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт атлы арыҫлан!
Башҡортостан баҡсаһы —
Арыҫландар торган ер;
Арыҫландар бабаһы —
Ҡаһармандар йөрөгән ер;
Ҡаһармандар кәүҙәһен
Ҡосаҡлаған, күмгән ер;
Хәләл ҡандар шәүләһен
Күккә тәрсим ҡылған ер.
Башҡортостан — гөлбостан,
Былбылстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт тигән арыҫлан.
Башҡорт халҡы тарихта
Ғәйрәт менән фаш булған;
Киң иреккә ашҡынған
Күңелдәге ташҡындан;
Һәр ваҡытта намыҫын
Үҙ башына баш ҡылған;
Тыуған илен һаҡлауға
Үҙе булған таш ҡурған.
Башҡортостан — гөлбостан,
Рәйханостан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт улы арыҫлан.
Көслө намыҫ, ташҡын йән
Торҙо, тағы ҡалҡынды;
Тағы башҡорт халҡында
Иҫке ялҡын балҡыны.
Мең йәһәннәм тыуҙырыр
Бер башҡорттоң ялҡыны;
Миллион ожмах яратыр
Бер Уралдың алтыны!
Башҡортостан — нурбостан,
Рәйханостан, гөлбостан.
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт улы арыҫлан.

Уралҡайҙың аҫты алтын,
Өҫтө шиғыр, үҙе нур;
Киләсәктә был ергә
Хоҙай үҙе ҡыҙығыр;
Фирҙәүестәр төҙөлөр,
Әлуан ниғмәт теҙелер;
Күкте ташлап мәләктәр,
Был ерҙәргә гиҙенер.
Башҡортостан — йәмбостан,
Илһамстан, шиғырстан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт намлы арыҫлан!

Ҡыуан аңлап, әй, Ватан,
Беҙ аңланыҡ хәлеңде;
Һине һалып ҡулбашҡа,
Беҙ йөкләнек ғәмеңде.
Ғәреш әғлә өҫтөнә
Мендерербеҙ даныңды;
Беҙ фидаи һинеңсөн —
Йәшәтербеҙ намыңды!
Башҡортостан йәшәһен,
Сөнбөлөстан йәшәһен!
Шунда тыуып, шунда үҫкән
Арыҫландар йәшәһен!
«Я жду»

Пройду ли по травам башкирского края,
Душа устремится в полёт.
Услышу ли издали песню курая,
Мое существо запоет.
Взберусь ли к дубравам башкирских нагорий,
Мне чудный откроется мир.
Но княжество смерти, но темное горе
Я вижу в селеньях башкир.
Живые покойники тлеют в могилах,
Их боли не слышится крик,
Но скорбную повесть о селах унылых
Несут нам Сакмар и Яик.
И сам я не знаю, кого проклинаю,
Когда на Урал я смотрю.
Настанет ли время башкирскому краю
Узнать и увидеть зарю?
И кажется, будто великий и строгий,
Мне чутко внимает Урал,
И кажется, будто исчезли тревоги,
И день засверкал, заиграл.
Мне кажется: песня летит издалека,
Летит, чтоб развеять беду,
И верю: дождусь я желанного срока,
И верю, и плачу, и жду!

Ш.Бабич, 1916
«Башҡортостан мөхтәриәтенә ҡаршы татарға»

Намыҫ менән уйнап уңалмаҫһың,
Бикәр китер һинең талашың;
Еңалмаҫһың мәңге, тыялмаҫһың
Ирек һөйгән Урал балаһын!..

Һеҙҙән түгел, башҡорт урыҫтан да,
Етер инде, байтаҡ ҡыҫылған...
Үҙе өсөн үҙе тырышҡанда
Таяҡ тыҡма, булһаң мосолман!..

Кәрәк түгел һиңә, ҡафлаҡ һатып,
Иблесләнеү, янау, тарланыу.
Бер ҡурҡытҡан булып, бер алдатып,
«Харап булдың!» – тиеп зарланыу.

Алданыуға башҡорт ҡурсаҡ түгел,
Тешең етмәҫ инде терһәккә!..
Беҙҙә намыҫ, ялҡын һәм аҡ күңел,
Мыҫҡыл итмә беҙҙе, йәберһетмә!..

«Ҡушыл беҙгә, башҡорт», – тигән менән
Айырылһынмы башҡорт милкенән?
Йәшел сапан, салма кейгән менән
Төлкөлөгөң мәғлүм һыртыңдан!..
Читайте нас: