+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
30 Март 2020, 21:00

Шайморатов генерал – Рәсәй Геройы!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ сәхифәһендә оло ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты.

“Бөгөн Рәсәй Президенты тарихи хәҡиҡәтте тормошҡа ашырған көн. Мин был хаҡта бик хыялландым. Һуғыш тамамланғандан һуң төрлө инстанцияларға ошо үтенес менән мөрәжәғәт иткән бик күптәр кеүек үк. 1958 йылда был тәҡдимде Семён Буденный үҙе яҙа. Йыл артынан йыл үткән һайын, хат артынан хат тейешле структураларға барған, әммә бөтә мөрәжәғәттәр ҙә ҡаты нормативтарға юлығыу сәбәпле, уларҙы үтәп булмаған.
Нимә хаҡында һуң һүҙ? Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡтан легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов хаҡында беләбеҙ. Уның биографияһы иҫ китмәле. Бер киносценарист та бындай ғүмер юлын яҙа алмаҫ ине – хәрби, мажаралы һәм, бер үк ваҡытта, шул тиклем фажиғәле. Генерал Шайморатов дивизияһындағы һымаҡ Советтар Союзы Геройҙары һаны бөтә СССР армияһының ике хәрби подразделениеһында ғына булған.
Был һыбайлылар дошмандың ҡотон алған. Шулай уҡ һуңғы походта ла. Дивизия байрағын ҡотҡарыусылар төркөмө менән бергә сигенһә, Шайморатов иҫән ҡалыр ине. Ләкин ул һуңғы алышты ҡабул итеүҙе һәм күҙгә күренеп килгән әжәлде үҙенең төп көстәре менән ҡаршы алыуҙы өҫтөн күрә... Оҙаҡ йылдар уның ҡаһарманлығы тейешенсә баһаланманы, сөнки үлеменең шарттары билдәле түгел ине, ә регламент буйынса – барыһы ла асыҡланырға тейеш.
Һәм бына хәҙер Рәсәй Президенты Башҡортостанда йәшәгән бер нисә быуындың ынтылыштарын хупланы. Һәм бик һирәк була торған иҫкәрмә ҡарар ҡабул итте. Миңлеғәле Шайморатов үлгәндән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Рәсәй Геройы йондоҙо менән бүләкләнде.
Тотош ер шарына ҙур һынауҙар килгән йылда бының тормошҡа ашыуы үҙе бер символик мәғәнәгә эйә төҫлө. Был донъяла бер нәмә лә юҡҡа түгел. Уйланырға мәжбүр итә. Беҙгә данлы тарихыбыҙ эргәһендә берләшергә кәрәк. Бөйөк кешеләрҙең лайыҡлы вариҫы булыу мөһим.
“Салауат Юлаевтың вариҫтары артҡа сигенмәй!” – тип ҡабатлаған генерал Шайморатов үҙенең яугирҙәрен яуға күтәргәндә. Беҙ ҙә бер ҡасан да баш бирмәйәсәкбеҙ. Бер ниндәй ҡурҡыныс дошман алдында да, 21-се быуаттың һис ниндәй эпидемияһы алдында ла».
Шулай! Аллаһ Тәғәлә ишетте йөрәк ауаздарын! Был ҙур миссияның Радий Фәрит улының дәүерендә тормошҡа ашырылыуы – ошо ерҙә тыуып үҫкән ир-уҙамандың эске ниәттәре замандың хоҡуҡи талаптарына тап килеүе хаҡында ла һөйләй! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Шайморатов вариҫтары" акцияһы ла яңынан сафҡа баҫтырҙы бит Салауаттың, Шайморатовтың вариҫтарын!
Урал төҫө
Тауһеңерҙең иркен яланында
Уҡылғандыр ниндәй доғалар?
Беҙҙең халыҡ өнһөҙ хәсрәтле шул –
Ергә һеңә беҙҙә ҡайғылар.
Ергә түгелә лә күҙ йәштәре,
Шытып сыға ҡабат рух ҡото:
Уландарҙы беҙҙә үҫтерәләр
Ат өҫтөндә!
Эстән яратып!
Өләсәйҙәр беҙҙә әкиәтте
Һөйләй бары батыр турында.
Шул батырҙың изге төйәккәйен
Йырлай әсәй бишек йырында.
Беҙҙә улдар атлап китмәҫ элек
Һыбай саба Урал илендә.
Халыҡ йыры, доға менән бергә
Ат исеме улар телендә.
Батырлыҡтар беҙҙә тик ер өсөн!
Тик ил өсөн китә ир башы.
Һалҡын аҡыл менән яуға инә,
Ут эсендә – Урал вариҫы!..
Ҡаһарманлыҡ беҙҙә онотолмай,
Йөрәктәрҙә – батыр исеме.
Шайморатов – беҙгә Ватан төҫө!
Ватан төҫө – Урал есеме!
Башҡорт атлыларын беҙҙә халыҡ
Шайморатовсы тип йөрөтә.
Батырҙары булған милләт – изге!
Бәхетле ул халыҡ меңләтә!
Фото Башҡортостан Башлығының "Бәйләнештә"ге шәхси сәхифәһенән.
Автор: Лариса Абдуллина
Читайте нас: