+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
26 Сентябрь 2020, 00:10

Иртәгә 26 сентябрь Салауат Юлаевтың вафат булған көнө

Ошо уңайҙан кисә Салауат ҡалаһындағы Салауат бульварында урынлашҡан Салауат һәйкәле янында батырыбыҙҙы иҫкә алыу сараһы үтте.

26 сентябрь милли батырыбыҙ, барлыҡ Башҡортостан халҡының ғорурлығы Салауат Юлаевтың вафатына 220 йыл. Ошо уңайҙан кисә Салауат ҡалаһындағы Салауат бульварында урынлашҡан Салауат һәйкәле янында батырыбыҙҙы иҫкә алыу сараһы үтте.
Сарала йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, ҡурайсылар, йырсылар, шағирҙар сығыш яһаны.
Ишембайҙарҙың оранын күтәреп алған, ошо мөһим сараны ойоштороуҙа күп көс һалған Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Нил Әнүәр улы Ғабдрахмановҡа, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Йәғәфәр ҡыҙы Хәбибуллинаға, ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Ринат ҡыҙы Тимербулатоваға һәм сарала ҡатнашҡан барлыҡ ишембайҙарға, салауаттарға күңелебеҙ түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Читайте нас: