-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
6 Октябрь 2020, 20:10

Пермь крайында ғәйнә башҡорттары вәкиле Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәл ҡуйылды

Пермь крайының Барҙа районы хакимиәте ҡаршыһында ғәйнә башҡорттарынан сыҡҡан тарихи шәхес Туҡтамыш Ишбулатовтың бюсы ҡуйылды. Ул мәғдән сығарыусы, Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы старшинаһы, Өфө провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссия депутаты булған.

Был объект — Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы оҙаҡ алып барған эштең һөҙөмтәһе. Бюстың авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы Өлфәт Ҡобағошов. Әлеге бюст — ғәйнә башҡорттарына арналған тарихи комплекстың бер өлөшө генә, тип хәбәр иттеләр Башҡорт ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән.

Уның янында Туҡтамыш Ишбулатовтың шәжәрәһе лә урынлаштырылды, ә тирә-яҡтағы парк биләмәһе Барҙа районы хакимиәте булышлығы менән тәртипкә килтерелә. Һәйкәлдәр композицияһын асыу тантанаһы 14 ноябргә тәғәйенләнгән.

«Был һәйкәлде әҙерләүҙә беҙгә Башҡортостан Хөкүмәте һәм Республика Башлығы ярҙам күрһәтте. Әлеге паркта күптән инде Ғабдулла Туҡай һыны тора, Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәл асылыуы уның биләмәһен башҡорт халҡының мәҙәни үҙәгенә әйләндерер тип көтөлә. Был ике һәйкәлде тоташтырған һуҡмаҡта иһә «Дуҫлыҡ күпере» тип аталған объект төҙөлә. Ғөмүмән алғанда, һуңғы бер нисә йылда Башҡортостандың беҙгә — Пермь башҡорттарына ҡарата ҙур хәстәрлеген һәм ярҙамын тоябыҙ», — тип белдерҙе Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов.

Быйыл шулай уҡ Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында «Ғәйнә диалекты һүҙлеге», Пермь крайында тыуған яҙыусы Наил Ғәбдүшевтең башҡорт теленең ғәйнә диалектында сыҡҡан шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Пермь крайында эшләгән башҡорт теле уҡытыусылары өсөн методик семинар уҙғарылды. Әле «Аҡбуҙат» республика балалар журналы менән берлектә башҡорт теленең ғәйнә диалектында балалар өсөн журнал баҫмаға әҙерләнә.

Читайте нас: