Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
15 Октябрь 2020, 20:39

Стәрлетамаҡта легендар полководец Муса Мортазинға мемориаль таҡтаташ асыла

Стәрлетамаҡта күренекле хәрби эшмәкәр, Граждандар һуғышында ҡатнашҡан легендар комбриг Муса Мортазинға мемориаль таҡта асыла (Маркс урамы, 103). Тантана 16 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләү уңайынан уҙа.

Сарала Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Башҡорт ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡтағы бүлеге рәйесе Ләйсән Йосопова, Башҡорт дәүләт университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев ҡатнаша.
Шунан һуң Башҡорт ҡоролтайы Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының коворкинг-үҙәгендә Муса Мортазинға арналған түңәрәк өҫтәл ойоштора. Түңәрәк өҫтәлдә «Ашҡаҙар» гәзитенең 30 йыллығы, Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның 25 йыллығы, 62-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының 25 йыллығы билдәләнә, шулай уҡ ҡаланың әүҙем граждандары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының грамоталары менән бүләкләнә.
Байрам һуңында абруйлы ҡунаҡтар Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һала.
Читайте нас в