-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
3 Ноябрь 2020, 18:28

4 ноябрь - Халыҡтар берҙәмлеге көнө

Байрам - онлайн режимда үтәсәк. Ил халҡы төрлө интернет-челендждарҙа, флешмобтарҙа берләшә ала.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө тип, Ватаныбыҙ тарихындағы данлы ваҡиға – 1612 йылда Минин һәм Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеү, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеү хөрмәтенә булдырылды.
Был байрамда беҙ Рәсәй халҡының батырлығын һәм ҡаһарманлығын, дәһшәтле ҡурҡыныс килеп тыуғанда туплана белеү оҫталығын хәтерҙә тотоуҙы күрәбеҙ. Башҡортостан яугирҙәренең дә азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыуы тарихтың сағыу бер бите булып тора. Улар, үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуң, Рәсәй армияһының күп кенә походтарында ҡатнашып, 1812 йылғы Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәтте. Яугирҙәребеҙ Бөйөк Ватан һуғышында үҙҙәрен данға күмде.
Был байрамды билдәләп, беҙ күп милләтле Рәсәй халҡының ватансылығына һәм берҙәмлегенә, ауыр һынауҙар осоронда бөйөк Ватаныбыҙҙы һаҡлап ҡалған Рәсәй халҡының барлыҡ быуындарына тәрән ихтирам белдерәбеҙ.
Байрамға арналған саралар онлайн режимда үтәсәк. Уларҙа ҡатнашыусы ил халҡы төрлө интернет-челендждарҙа, флешмобтарҙа берләшә ала.
3 ноябрҙә барлыҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары “Сәнғәт төнө” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Театрҙар, филармониялар, китапханалар, музейҙар тура трансляция алып бара, онлайн-концерт, виртуаль концерт, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡаһын тәҡдим итә. Тулы программа менән Мәҙәниәт министрлығы сайтында танышырға мөмкин: https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/316507/
3-8 ноябрҙә онлайн форматта “Ҙур этнографик диктант” яҙасаҡбыҙ. Сайт: www.miretno.ru
4 ноябрҙә Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Бөтә Рәсәй #Танцуютвсе флешмобына ҡушыла.
2-4 ноябрҙә тарихи-мәҙәни үҙәк – Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы филиалы аш-һыу флешмобына (#ВкуснонациональноБашкортостан) ҡушыла.
Шулай уҡ ошо аралыҡта балалар һүрәте конкурсы уҙғарыла. ( #Сильныеединые).
Был оло байрамда бөтөнөһөнөң дә тыуған илен һөйөүен, төрлө милләтле дуҫтары булыуын теләйбеҙ. Күгебеҙ һәр саҡ тыныс, таңыбыҙ алһыу, көндәребеҙ ҡояшлы булһын.
Берҙәмлек һәр саҡ беҙҙең күңелдәрҙә булһын. Халыҡ-ара берҙәмлек көнө менән!
Читайте нас: