Әлеге мәлдә ул 3160 дана баҫылған. Һәр китапхананың үҙ фондына башҡорт һәм рус телендә берәр дана бүленгән.
Проект авторҙарының маҡсаты — Башҡортостан Республикаһының китапханаларына йәштәрҙе йәлеп итеп башҡорт телен популярлаштырыу.
2020 йылдың 20 ноябрендә 16:00 сәғәттә «Кәрим Хәкимовтың тере китабы» проектының презентацияһы үтте. Был презентация совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыллығына арналған һәм унда Камил Буҙыҡаев менән «Муха» студияһының ижади төркөмө ҡатнашты.
Коронавирус инфекцияһына бәйле, презентация дистанцион технологиялар ҡулланып үткәрелде. Был проектты Башҡортостан китапханалар Ассоцияцияһы Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Грант аҡсаһына тормошҡа ашыра.