+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
12 Февраль 2021, 19:15

"Керпе”нән “Аманат”ҡа тиклем

Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһы “Башҡорт телендәге балалар баҫмаларының инешендә” тигән яңы проекты тормошҡа ашыра башлай.

Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһы “Башҡорт телендәге балалар баҫмаларының инешендә” тигән яңы проекты тормошҡа ашыра башлай. Уға ярашлы, “Башҡорт телендәге балалар матбуғатының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше” тигән фәнни-популяр мәҡәләләр серияһы донъя күреүе көтөлә. Үткән быуатта республикала нәшер ителеп килгән тәүге балалар журналдары – “Керпе” һәм “Пионер” тураһындағы мәҡәләләр “Аманат” журналында донъя күрәсәк.
Шулай итеп, “Керле” һәм “Пионер” журналдары, айырыуса китапхана фондтарыңда һаҡланған һуғышҡа тиклемге һандары, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен популярлаштырыуға йәлеп ителәсәк.
Мәғлүм булыуынса, элек 19 майҙа Пионерҙар көнө билдәләнә торғайны. Ошо көн айҡанлы китапхананың ваҡытлы матбуғат баҫмалары бүлеге виртуаль күргәҙмә лө әҙерләй.
“Керпе” журналы – ул айырым бер мәҙәни феномен. Журнал Башҡортостандың балалар әҙәбиәте һәм матбуғаты тарихыңда үҙенең лайыҡлы урынын алырға хаҡлы.
“Керпе” лә, “Пионер” ҙа ул саҡтағы СССР тигән бөйөк илдәге партия курсын үҫеп килгән быуын аңына еткереүҙе үҙ ролен уйнаған. Улар балалар һәм үҫмерҙәрҙә илдең яҡты киләсәгенә матур өмөттәр уятҡан. Тәүге балалар журналы “Керпе"нең тәғәйенләнеше идеологияға бәйле булһа ла, уның роле һәм мөһимлеге матбуғат тарихы өсөн генә түгел, ғөмүмән, башҡорт мәҙәниәте тарихы өсөн баһалап бөткөһөҙ”, – ти Милли китапхананың ваҡытлы матбуғат баҫмалары бүлеге мөдире Илдар Кирәев.
Республикалағы балалар матбуғаты “Керпе” журналынан инеш ала. Башҡорт телендә латин алфавитында баҫылған балалар журналы 1929 йылдың мартынан декабргә тиклем донъя күрә.
Аҙаҡҡы һанында мөхәрри- риәт, уҡыусыларына мөрәжәғәт ител: “Был һандан һуң “Керпе” “Пионер” исеме аҫтында мәктәп-пионер журналы булып баҫыла башлай", – тип яҙа.
Билдәле булыуыңса, “Керпе”нең вариҫы булған “Пионер” журнал-уҡыу әсбабы сифатында 1930 йылдан башлап ай һайын сыға. Ул Башнаркомпрос менән балалар-пионер ойошмаһының әлкә бюроһы органы була.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, “Пионер” баҫылыуҙан туҡтап тора. Бары тик 1952 йылдың сентябренән генә уны баҫыу тергеҙелә. 1991 йылдың апреленән был балалар баҫмаһы “Аманат” исемен йөрөтә.
Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана фондтарында “Керпе"нең бар һандары ла һаҡлана. Ул китап эше белгестәре һәм матбуғат тарихсылары тарафынан һис шикһеҙ башҡортхалҡының “китап һәйкәлдәре” исемлегенә индерелә.
һәр баланын үҫешендә китап уҡыу сикһеҙ әһәмиәтле урын биләй. Һүҙ китап хаҡында ғына ла түгел. Шәхес формалашы- уында балаларға тәғәйенләнгән ваҡытлы матбуғат – гәзит-журналдар мөһим бурысты башҡара. Улар бит, китаптар кеүек үк, ваҡыт үткәреү сараһы ғына булып тормай, донъяны танып- белеүгә, аң-белем даирәһенең киңәйеүенә, иғтибар, ижади һәләт, логика үҫешенә ныҡ ярҙам итә, баланың эмоциональ, психофизиологик һәм социаль үҫешенә лә йоғонто яһай . Бынан тыш, уҡыу, әлбиттә, баланың телмәрен үҫтерә, әхлаҡи һәм эстетик яҡтан дөрөҫ үҫешеүенә лә булышлыҡ итә.
Шуныһы ла бәхәсһеҙ: туған телдә баҫылған гәзит-журналдар баланы милли мәҙәниәткә йәлеп итеүгә ярҙамлаша. Улар йәш быуындың рухи ҡиммәттәрен формалаштыра, белем даирәһен киңәйтә, киләсәккә хеҙмәт итә – халыҡтың һаҡланыуына, үҫешенә йоғонто яһай. Күп милләтле Ватанына ла, кесе Ватанына ла һөйөү уятҡан, теленең, иленең ҡәҙерен белгән шәхестәр үҫеүе лә уларҙың туған телдәрендә баҫмалар уҡыу-уҡытыуына ярайһы кимәлдә бәйле.
Читайте нас: